Сөнки малдарға ҡышҡылыҡҡа етерлек аҙыҡ әҙерләп өлгөрѳү, һауа торошоноң яҡшы мәлендә үҫтергәнде юғалтыуһыҙ йыйып алыу бурысы тора.
Мәғлүмәт-консультация үҙәгенең баш агроном-белгесе Вәкил Яҡупов әйтеүенсә, быйыл яҙғы иген культуралары 550 гектар майҙанда (планға ҡарата 100 процент) сәселгән. Яҙғы бойҙай - 90, арпа - 30, һоло - 430, ужым арышы 70 гектар тәшкил итә. Шулай уҡ 300 гектар (планға ҡарата 100 процент) күп йыллыҡ үлән, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтар тарафынан 1 225 гектар картуф, 102 гектар йәшелсә, 200 гектар бер йыллыҡ үлән һәм 160 гектар силос культураһы сәселгән.
30 июлгә 6 270 гектар үлән сабылған (планға ҡарата 60 процент, план 10 450 га), 5 250 тонна (планға ҡарата 50 процент, план 10 500 тонна) бесән әҙерләнгән, 1 200 тонна сенаж һалынған. Бер баш малға аҙыҡ - 17,1 центнер тәшкил итә. Ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләүҙе 15-20 августа тамамларға иҫәп тоталар.
Иген культуралары әлегә өлгөрөп етмәгән. Хужалыҡтар урып-йыйыу эшен 15-20 августан һуң башларға йыйына.
Илгиз һәм Раян Һаруновтарҙың крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ла ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү менән мәшғүл. Улар 15 майҙа 95 гектар майҙанға элиталы “Аквилон” сортлы бойҙай сәскән.
Ошо көндәрҙә Учалы ҡалаһында “Баҫыу көнө - 2021” күсмә семинар-кәңәшмәһе үтте. Урал аръяғының Белорет, Бөрйән, Учалы, Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил, Ейәнсура, Йылайыр райондары фермерҙары, Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, эксперттар, ауыл хужалығы тармағы эшсәндәре ҡатнашҡан семинарҙа ошо тармаҡҡа бәйле проблемалар, уларҙы хәл итеү юлдары ҡаралды.
Һуңынан ҡунаҡтар “Байрамғол” фермаһына барып тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Сарала Белорет муниципаль район хакимиәте башлығының иҡтисад, сәнәғәт һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Олег Позднеев, мәғлүмәт консультация үҙәгенең баш агроном-белгесе Вәкил Яҡупов, ер мөнәсәбәттәре буйынса баш белгес Виктор Титов, Илгиз һәм Раян Һаруновтар ҡатнашты.