Һәр нәмәне уларҙың теләген иҫәпкә алып, бергәләп һайларға кәрәк. Әйберҙәр сифатлы ла, шул уҡ ваҡытта ғаилә бюджетына ярашлы ла булырға тейеш.
Хәйер, йылдан-йыл был сумма ярайһы ғына артыуы бер кемгә лә сер түгел. Ни тиклем генә экономиялаһаң да, бер баланы мәктәпкә әҙерләү өсөн 15-20 мең һумыңды сығарып һалырға тура килә. Ғаиләлә бер нисә уҡыусы булған
хәлдә был һан ике-өс тапҡырға арта. Рәсәй Президенты указына ярашлы мәктәп йәшендәге балалары булған ғаиләләргә бер тапҡыр бирелгән 10 мең аҡса ошо осорҙа ҙур ярҙам булып тора.
Ҡаланың “Аструм” баҙарында ҡыҙҙар өсөн мәктәп формаһы - 1 200-1 500, алъяпҡыстар - 130- 180, блузкалар - 700-1 300, юбкалар - 500-800 һум, аҡ колготкиҙар - 180, бантиктар 130-180 һум тора.
Малайҙар өсөн тройка (костюм, салбар, жилет) 2 800 һумдан башланһа, костюм-салбар - 1 200, салбар - 600-1 200, күлдәк - 400- 700 һум. Спорт костюмдары 1 100- 1 700, водолазкалар 400 һумдан башлана.
Өҫкө кейемдән тыш канцелярия тауарҙары өсөн дә байтаҡ аҡса түгергә тура килер. Атаәсәләр башланғыс класта уҡыған балаларға биштәр (рюкзак) һайлауҙы иң ҡатмарлыһы тип һанай. Ауыр портфелде күтәргәндә баланың умыртҡа һөйәгенә зыян килтермәһен өсөн ортопедик торошта булыуын да, сифаты буйынса уҡыу йылының ахырынаса түҙерлеген дә иҫәпкә алаһы бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт I-II класс уҡыусылары өсөн биштәрҙең ауырлығы кило ярымдан, II-IV кластар өсөн - 2, V-VI - 2,5, VII-VII - 3,5 һәм IX-XI кластар өсөн 4 килограмдан артмаҫҡа тейеш тип билдәләһә лә, ысынында был һандар күпкә юғарыраҡҡа тура килә.
“Биштәрҙәр 900 һумдан башлана. Хаҡтар сифатына ла, ниндәй материалдан тегелгән булыуына һәм фирмаһына ҡарап билдәләнә. Тауарҙарҙы өс көн элек һатыуға сығарҙыҡ. Әлегә ата-әсәләр мәктәпкә әҙерләнеүгә ныҡлап тотонмаған”, - ти биштәрҙәр менән һатыу иткән Эльмира Попко (һүрәттә).
ФЕКЕР:
Зилә:
- Ғаиләбеҙҙә мәктәп йәшендәге ике бала үҫә. Улым быйыл - V, ҡыҙым II класҡа бара. Баланы беренсе класҡа әҙерләү үтә лә ауыр һәм сығымлы, тиер инем. Башҡа кластарға барғанда, уҙған уҡыу йылынан ҡайһы бер әйберҙәр һәйбәт торошта ҡала. Организмдары туҡтауһыҙ үҫкәнлектән, аяҡ кейемдәре ҡай саҡ бер йылға ла етмәй, яңынан алырға тура килә. Мәктәбебеҙҙә берҙәм форма талап ителмәүе еңеллек өҫтәй, шулай ҙа үҙ ҡағиҙәләре бар. Әйберҙәрҙе төрлө магазиндарҙан, баҙарҙан алам. Уларҙың сифатлы ла, уңайлы ла, шул иҫәптән хаҡы ла “тешләшмәгәнен” һайларға тырышам.