- Туған телде һаҡлау һәм өйрәнеү, киләсәк быуында әсә теленә ҡарата һөйөү тәрбиәләү мәсьәләһе һәр саҡ көнүҙәк булып ҡала. Беҙҙең кеүек сит төбәктә йәшәгән милләттәштәр быны бигерәк тә асыҡ тоя. Тыуған мөхиттә йәшәү, балалар үҫтереү, уларҙа телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу проблемаһын үҙебеҙҙең балаларыбыҙ билдәле бер йәшкә еткәс айырыуса аныҡ аңлай башланыҡ.
Ете һәм өс йәшлек балаларҙың әсәһе булараҡ, ҡайһы бер күҙәтеүҙәрем менән бүлешәм. Өс йәшкә тиклем балаға, ғөмүмән, яҡындары янындағы мөхит тә етә, ә саҡ ҡына ҙурайғас, бәләкәстәргә башҡа кешеләр, йәштәштәре менән аралашыу кәрәк. Мәҫәлән, минең улым өс йәшкә тиклем фәҡәт башҡортса ғына һөйләште, русса белмәй ине. Хатта урамда йѳрѳгәндә мин уға тәржемәсе булдым, йәштәштәре менән уртаҡ тел тапҡансы аралашсы ролен үтәнем.
Бер нисә аҙна шулай үткәндер, аҙаҡ иһә ул ныҡышып, тырышып рус мөхитенә ылығып, телде өйрәнеп алды. Ғөмүмән, һеҙ күптәрҙән ишеткәнегеҙ барҙыр: өс йәшкә тиклем балам арыу ғына башҡортса һөйләшә, һүҙҙәрҙе асыҡ әйтә ине, аҙаҡ онотто ла ҡуйҙы тип. Беренсенән, башҡалар менән аралашыуға ихтыяж тыуа, унан бәләкәсегеҙ балалар баҡсаһына йөрөй башлай. Ә унда, аңлап тораһығыҙ, нигеҙҙә, рус мөхите, ул өйҙәге мөхиттән күпкә көслөрәк һәм ваҡытты ла бала унда күберәк уҙғара. Һѳҙѳмтәлә, баланың эшмәкәрлек даирәләре киңәйгән һайын, ул әсә мөхитенән ситләшә, башҡа тел үҙенсәлектәрен, мәҙәниәтте һеңдерә. Ә телде өйрәнеү өсөн ике компонент кәрәк: тел мөхите һәм аралашыу ихтыяжы.
Быны мин белгес булараҡ әйтәм һәм аңлап торам: заман ритмына яраҡлашҡан, һәр саҡ эш менән мәшғүл ата-әсәнең бала менән үҙ телендә төплө аралашырға ваҡыты ла, көсө лә ҡалмай... Бына ошолай яйлап тел үҙенсәлектәре онотола. Хәйер, башҡаларға өлгө булырлыҡ ғаиләләр ҙә бар. Улар Мәскәүҙә йәшәһәләр ҙә балаларын ике телле (башҡорт һәм рус телен яҡшы беләләр), рухлы итеп тәрбиәләйҙәр.
Әлбиттә, телде белмәгән сүрәттә лә, рухи йәһәттән бик көслө, башҡорт булмышлы милләттәштәребеҙ ҙә бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар туған телдә йә бөтөнләй һөйләшмәй һәм аңламай; йә аңлаһа ла, һөйләшмәй, әммә башҡа башҡорт ғаиләләре менән аралашып, рухи ихтыяждарын тулыландырырға, балаларына һеңдерергә тырыша,
ти Ләйсән Йәҙгәр ҡыҙы.