Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Октябрь 2021, 12:05

Халыҡ ситкә китмәҫлек булһын

Ҡала музыка мәктәбендә муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Юрий Мельников, миграция сәйәсәтен координациялау бүлеге начальнигы Нина Вишневская, хакимиәт башлыҡтары, етәкселәр ҡатнашлығында миграция проблемаларына бәйле ултырыш үтте.

Халыҡ ситкә  китмәҫлек булһын
Халыҡ ситкә китмәҫлек булһын

Андрей Иванович сығышында район-ҡалалағы миграцион хәл торошо менән таныштырҙы.
- Статистика буйынса, 2020 йылда Белорет районы биләмәһенә 2 489 кеше йәшәргә килһә, 2 805 кеше ситкә киткән. Йәғни, был 316 кешегә кәм тигәнде аңлата. Ҡаланы ғына алып ҡарағанда, былтыр кеше һаны 1 678 кешегә артһа, 1 611-е башҡа ергә күсеп киткән. Шулай итеп, ҡала халҡы 2019 йылға ҡарағанда 67 кешегә артҡан. Был һандар беҙгә күпселек ауыл еренән кешенең ситкә китеүе тураһында һөйләй.

Аңлашыла, халыҡ ситкә китмәһен өсөн яҡшы йәшәү шарттары булдырырға кәрәк. Был иһә эш урындарына, уңайлы медицина хеҙмәтенә һәм белем алыуға, балалар өсөн түңәрәктәргә һәм, әлбиттә, ҡулайлы хаҡҡа торлаҡ һатып алыу мөмкинлегенә бәйле.

Был йүнәлештә бик күп эш алып барабыҙ. Һәр аҙна муниципаль район хакимиәтендә урынбаҫарҙар, белгестәр менән берлектә эшҡыуарлыҡ сәғәте үтә. Унда файҙалы булыр- лыҡ потенциал - инвесторҙар, төрлө структуралар вәкилдәре саҡырыла. Мәҫәлән, уларҙың кемелер үҙ эшен асырға уйлай, әммә ер участкаһын йәки бинаны рәсмиләштереүҙә бюрократик мәшәҡәттәр килеп тыуа. Электр уты, газ, һыу үткәреү, документтарҙы әҙерләү, дәүләттән ярҙам алыуға ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирәбеҙ. Күп кенә эшҡыуарҙар райондан килә - берәүҙәре туризмды үҫтерһә, икенселәре ауыл хужалығы, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә…

Уңайлы медицинаға бәйле һорауҙар әлегә киҫкен тора. Медицина кадрҙары менән тәьмин итеү тейешле кимәлдең 50 процентын ғына тәшкил итә. Әкренләп ауыл фельдшер-акушерлыҡ пункттарын яңыртырға тырышабыҙ.
Белоретта ҡала дауаханаһының матди-техник базаһы яҡшыра төштө, хәҙер унда яңы операциялар эшләнә. Тик табиптарға ҡытлыҡ кисерәбеҙ.Ситтән килгән белгестәргә дауахана йәшәү урынын арендалау өсөн түләй, балаларын балалар баҡсаһына, мәктәпкә урынлаштырырға ярҙам итә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юғары медицина уҡыу йорттарын тамамлаған йәштәр ҙурыраҡ ҡалаларҙа ҡалыуҙы хуп күрә. Белем биреү өлкәһенә килгәндә быйыл, ниһайәт, 8-се мәктәпте реконструкциялауға тотондоҡ. Үрге Әүжәндәге һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн коррекцион мәктәпте һаҡлап ҡалдыҡ. Прокуратура бойороғо менән ул бер нисә айға ябылып торҙо, әммә беҙ улар ҡуйған шарттарҙы үтәп, уның ҡайтанан асылыуына ирештек, 35 педагогты эшһеҙ ҡалдырманыҡ.

2024 йылда Уҫманғәле ауылында 60 урынға иҫәпләнгән полилингваль мәктәп асыу планға алынған. Унда йәнә Башҡортостандың башҡа райондарынан, ауылдарынан килгәндәр өсөн 40 урынлыҡ ятаҡ буласаҡ.

Быйыл Тирләндә социаль-мәҙәни үҙәк төҙөлә башланы. Шундай уҡ үҙәк Асы ауылында проектлана. Ҡала Мәҙәниәт һарайына реконструкция үткәрергә йыйынабыҙ, проект әҙерләнгән. Ҡала художество мәктәбендә шѳғѳлләнгән балалар һаны - 2, музыка мәктәбендә 3 тапҡырға артыҡ. Был мәсьәләне лә хәл итергә йыйынабыҙ.

Беҙҙең тѳбәкте үҫтереү Юл картаһы бар. Күптән түгел Республика Башлығы Радий Хәбиров Белоретта булып китте һәм эш сәфәре һөҙөмтәләре буйынса премьер-министр Андрей Назаровҡа районға ярҙам итергә күрһәтмә бирҙе. Андрей
Геннадьевич үткәргән кәңәшмә барышында һүҙ, тәү сиратта, бойомға ашырыласаҡ проекттар тураһында барҙы. Бындай кәңәшмәне кварталға бер үткәреп тороу ҡаралған.

Торлаҡ мәсьәләһенә килгәндә, бәләкәй ҡала өсөн квадрат метрға хаҡтар бик юғары. Ихтыяж булғас, тәҡдимдәрҙе лә арттырырға кәрәк. Ҡалала бер нисә йорт төҙөү күҙаллана, мәҫәлән, элекке бала табыу йорто урынында һәм “Айболит” балалар поликлиникаһы артында. Инвесторҙар яғынан ҙур булмаған коттедждар төҙөүгә лә ҡыҙыҡһыныу бар.

Дөйөм алғанда, пандемия булыуға ҡарамаҫтан, Белоретта яҡшы төҙөлөштәр күп, ҡаланы төҙөкләндереүгә бығаса булмаған күләмдә аҡса сарыф ителә. Районда туристик өлкәнең мөмкинлектәре ҙур. Рәсәйҙең башҡа төбәктәрен йәлеп итерлек сараларҙы хуплап ҡабул итәбеҙ. Районыбыҙ һәм ҡалабыҙҙа йәшәү өсөн уңайлы мөмкинлектәр булдырырға тырышабыҙ, - тине Андрей Иванюта.

Мәҡәләнең тулы вариантын гәзиттең 80-се һанында уҡығыҙ.

 

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: