Предуниверсарий - Мәғариф һәм фән министрлығы һәм 17-се гимназияның, уҡыусыларҙың ижади һәм интеллектуаль мөмкинлектәрен үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыу буйынса уртаҡ инновацион проект. Был субсидияны биреү буйынса конкурсҡа һайлап алыуҙың тәртибе лә билдәләнгән, проектты тормошҡа ашырыу буйынса юл картаһы ла эшләнгән. Ошо йылдың һайлап алыу этабында Белорет, Учалы райондарының, Күмертау, Нефтекамск, Өфө ҡалаларының уҡыу йорттары ҡатнаша.
Ҡаланың 17-се гимназияһы ла шул мәктәптәр рәтендә. Был турала ентекләберәк башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Розалия Әҡсәнова һөйләне:
- Беҙҙең гимназияла әҙерлек эштәре башҡарылды һәм проект эштәре тәҡдим ителде. X-XI класс уҡыусыларынан һәм уҡытыусыларҙан торған командалар төрлө йүнәлештәге биш проект әҙерләне: цифрлы уҡыу залы (флипчарт-офис мольберты, электрон таҡта) өсөн моноблоктар, электрон маркер таҡталар, күсергес ҡағыҙ аппараттар менән йыһазландырылған, “17 юл” туристик клубы (кәрәкле техника алырға һәм районда туризмды үҫтерергә мөмкинлек бирә), инновацион технологиялар лабораторияһы - робот техникаһы, моделләштереү һәм проектлау, виртуаль ысынбарлыҡ зонаһы - былар бөтәһе лә тикшеренеү эшмәкәрлеген, инженер-техник фекерләүҙе үҫтереү өсөн зарур, лазер тиры (винтовка макеты, атып ҡарау мөмкинлеге булған автомат менән йыһазландырылған уҡытыу комплексы рәүешендә һәм биология кабинеты өсөн биотехнология лабораторияһы (тәбиғи фәндәр профилле уҡытыу сығарылыш уҡыусыларының яҡшы әҙерлеген тәьмин итәсәк).
X-XI класс уҡыусылары ҡатнашлығында проект тәҡдимдәренең презентацияһы һәм дөйөм мәктәп тауыш биреү саралары үткәрелде. Тауыш биреү буйынса бер проект ҡына һайлап алына, беҙҙә “Инновацион технологиялар лабораторияһы” алға сыҡты.
Аҙаҡтан конкурс документтарын әҙерләү эштәре буласаҡ. Был эштең иң ауыр өлөшө. Конкурс комиссияһы командаһы ҡарары буйынса, еңеүсе үҙенең проектын ғәмәлләштереү маҡсатында Башҡортостан Республикаһы бюджетынан финанс ярҙам аласаҡ. Беҙҙең гимназия коллективына уңыштар юлдаш булырына иманым камил, - ти Розалия Закир ҡыҙы.
Проект тәҡдимен әҙерләү һәм бойомға ашырыуҙа гимназия уҡытыусылары ла ҡатнашасаҡ: улар белемде камиллаштырыу курстарын үтеп, балаларға кәрәкле техника һайлауҙа ярҙам итәсәк.
Проектты тормошҡа ашырыуҙа мотлаҡ рәүештә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенә ингән юғары уҡыу йорто ҡатнаша. Ул методик яҡтан ярҙам күрһәтә, уҡытыусыларҙың белемдәрен камиллаштырыуҙы ойоштора, балалар өсөн профилле каникул мәктәптәрен булдыра. Беҙҙең районға Башҡортостан Республикаһының әйҙәүсе уҡыу йорто итеп Өфө дәүләт нефть техник университеты тәғәйенләнгән.
17-се гимназия таланттарына уңыштар теләйек!
ҺҮРӘТТӘ: X “в” класы уҡыусылары проект өҫтөндә эшләй.