Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Декабрь 2021, 13:47

Юлдарҙа бер-беребеҙҙе ихтирам итәйек!

Бөгөн юлдарҙағы хәүефһеҙлек йәмғиәтте борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала килә. Юл фажиғәләре кемдеңдер ғәзиз балаһын ҡорбан иткән, тотош бер ғаиләнең, туғандарҙың ғүмерен ҡыйған. Йәшләй генә өҙөлгән ғүмерҙәрҙең йөрәктәрҙе һыҙлатыуын, күңелдәрҙе әсендереүен ҡәҙерле кешеләрен юғалтыу ҡайғыһын кисергәндәр генә аңлайҙыр.

Юлдарҙа бер-беребеҙҙе ихтирам итәйек!
Юлдарҙа бер-беребеҙҙе ихтирам итәйек!

Республика район-ҡалаларында теркәлгән юл-транспорт ваҡиғалары тураһында социаль селтәрҙәрҙән дә күҙәтеп барабыҙ, ҡайһы берҙәренә үҙебеҙ шаһит булабыҙ, ҡорбандар өсөн күңел әрней, яҡындарын юғалтыусыларға түҙемлек һәм сабырлыҡ теләйбеҙ. Шул уҡ ваҡытта юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл генә үтәргә, юлдарҙа бер-беребеҙҙе ихтирам итергә ашыҡмайбыҙ.

Район-ҡала биләмәһендә лә ун бер ай эсендә 83 юл-транспорт ваҡиғаһы (үткән йыл менән сағыштырғанда 9-ға әҙерәк) теркәлгән. Юл һәләкәттәрендә 20 кеше һәләк булған, 119-ы төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәре алған. Йәйәүлеләр ҡатнашлығында 22 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Һөҙөмтәлә, 2 кешенең ғүмере өҙөлгән, 21-е йәрәхәтләнгән. 12 авария - эскән килеш руль артына ултырыусылар арҡаһында. 16 йәшкә тиклемге балалар ҡатнашлығында 10 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, 11 үҫмер йәрәхәттәр алған. Был һан былтырғыһы менән сағыштырғанда 2-3-кә күберәк. Белорет юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, юл-транспорт ваҡиғаларының дөйөм һаны 1013-кә еткән, был 2020 йыл менән сағыштырғанда 97-гә күберәк.

ЮХХДИ начальнигы Рөстәм Таипов әйтеүенсә, быйыл Белорет юлдарында кеше һаулығына зыян килгән юл фажиғәләренең түбәндәге төрҙәре теркәлгән:

- бәрелешеү - 31 (8 кеше һәләк булған, 54 кеше йәрәхәтләнгән);

- йәйәүлене төкөтөү - 22 (2-әү һәләк булған, 21 кеше йәрәхәтләнгән);

- түңкәрелеү - 2 (2 кеше йәрәхәтләнгән);

- юлдан ситкә төшөп китеү һөҙөмтәһендә 5 кешенең ғүмере ҡыйылған, 30-ы төрлө тән йәрәхәттәре алған;

- мал төкөтөү - 3 осраҡ (2 кеше һәләк булған, 4 кеше йәрәхәтләнгән).

Бынан тыш, ҡаршылыҡтарҙы, юл хәрәкәте ҡатнашыусыһы булмағандарҙы, велосипедсыларҙы төкөтөү осраҡтары теркәлгән. Үкенескә ҡаршы, был транспорт һәләкәттәре лә ҡорбанһыҙ үтмәгән. Тейешле шарттарҙың һәм урам-юл селтәрҙәренең ҡәнәғәтләнерлек булмауы арҡаһында 20 юл-транспорт ваҡиғаһы булған, унда 8 кешенең ғүмере ҡыйылған, 24-е төрлө тән йәрәхәттәре алған.

- Хәҙер машина ағымы көслө булғас, бер трассаны ла хәүефһеҙ тип әйтеп булмай. Шулай ҙа иң хәүефлеһе - Өфө-Инйәр-Белорет автоюлы. Мәғлүмәттәр буйынса, был участкала 6 ҡорбан, 24 йәрәхәтләнеүсе менән 16 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, - ти Рөстәм Сәлимйән улы. - Хәүефле юлдар статистикаһын иҫәпләгәндә, тәү сиратта был трассала кешеләр зыян күргән авариялар йышлығына иғтибар итәбеҙ. Бынан тыш, тиҙлекте арттырһалар, иҫерек килеш машина менән идара итһәләр водителдәрҙең тигеҙ юлда ла бәләгә тарыуҙары ихтимал. Билдәләп шуны әйткем килә, 14 юл-транспорт һәләкәте (4 кеше һәләк булған, 19 кеше зыян күргән) ЮХХДИ-ның айырым батальоны хеҙмәтләндергән территорияла теркәлгән. Аварияла 20 кеше һәләк булған. Юл һәләкәттәрен анализлаһаҡ, авариялар күбеһенсә ял көндәренә тура килә. Шәмбе көндәре 19 осраҡта 8 кеше һәләк булған, 37 кеше зыян күргән. Йома һәм шәмбе көндәрендә - 14-ешәр осраҡ. Киске сәғәттәрҙә (17-19, 23-24) авариялар күп теркәлә. Өфө-Инйәр-Белорет, Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск, Тирлән-Арша автоюлдары һәм ҡала урамдары хәүефле участкалар исемлегенә инә. Һуңғы йылдарҙа Уҡшуҡ, Мата арты биҫтәләре хәүефкә һала.

ЮХХДИ-ның юл күҙәтеүе буйынса дәүләт инспекторы Рәфис Ҡазин да авариялар һанының артыуы буйынса фекерен белдерҙе.

- Һәр юл-транспорт ваҡиғаһынан һуң, уға ентекле анализ яһала. Яңыраҡ Уҡшуҡ биҫтәһендә йәйәүлене төкөтөү осрағы сәбәпле, урамдарҙы яҡтыртыу һәм тротуарҙарҙы йыһазландырыуҙы һорап ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт иттек. Күрһәтмә буйынса уны 2022 йылдың майына тиклем эшләп ҡуйырға тейештәр.

ЮХХДИ идаралығы юлдарҙың торошона ҡағылышлы һорауҙар менән шөғөлләнмәй, ә күҙәтеү функцияларын ғына үтәй, хаттар, тәҡдимдәр, протоколдар аша ғына хәл итә ала. Быйыл автоюлдарҙың торошо буйынса хакимиәт һәм төрлө ойошмаларға протокол төҙөлдө лә инде. Ҡала һәм районда 22 видеокүҙәтеү камералары ҡуйылды. Был водителдәрҙе тәртипкә өйрәтә, юл-транспорт ваҡиғалары ла кәмене. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, камераларҙы, Интернет һәм энергия өләшеүсе ҡоролмалар булмау сәбәпле, трассаларҙа ҡуйыу мөмкинлеге юҡ. Эшебеҙҙең һөҙөмтәһе һандарҙан сығып баһалана бит. Әгәр беҙ камера ҡуйған биләмәлә юл-транспорт һәләкәте күҙгә күренеп кәмей икән, тимәк, ысул үҙ-үҙен аҡлай тигән һүҙ.

Шулай уҡ, малды төкөтөү, бигерәк тә ауылдарҙа, осраҡтары ҙур мәсьәлә булып ҡала. Водителдәр айырыуса тәүлектең киске ваҡытында тиҙлек режимын һаҡламай. Һөҙөмтәлә, мал төкөлә. Күп осраҡта улар ҡапыл трассаға ла килеп сыға. Ни өсөн? Сөнки ауылдарҙа көтөү һәм көтөүселәр юҡ, мал нисек етте шулай йөрөй. Ауыл халҡы ла һөҙөмтәһен уйламай, малын иреккә сығарып ебәрә. Ә был бит иң ҡурҡыныс юл фажиғәләренең береһе.

Юл хәрәкәтендә Баймаҡ, Сибай, Асҡар һәм башҡа тораҡ пункттарға юлланған транзит ҙур йөк машиналары ла хәүеф тыуҙыра, - тине дәүләт инспекторы. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре профилактик эштәргә лә ҙур иғтибар бүлә. ЮХХДИ-ның пропаганда буйынса инспекторы Андрей Кузнецов билдәләүенсә, улар авариялар күп булған, хәүефле урындарҙы күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырыша. Балалар, үҫеп килеүсе йәш быуын менән дә эш һәр саҡ бара. Бында беҙҙең бүлексә мәғариф, йәштәр бүлектәре менән берлектә эшләй. Төрлө профилактик саралар - КВН, викториналар, әңгәмәләр үтеп тора, балалар баҡсалары, мәктәптәрҙә йыш сығыш яһайҙар.

Шулай уҡ, машина менән идара итеү осоронда етди аварияларға осрамаған водителдәр ҙә юҡ түгел. Шуларҙың береһе 45 йыл руль артында ултырған Марат Ахунов (һүрәттә). Марат Зиннур улы Белорет металлургия комбинатының ярҙамсы хужалығы булған Боғанаҡ совхозында водитель булып хеҙмәт юлын башлай. Хужалыҡ тарҡалғас, комбинаттың автотранспорт цехына күсә.

- 1977 йылдан бирле руль артында. “А” водитель категорияһынан башҡа, ҡалғандарына танытмам бар. Эшләү дәүеремдә, бәхеткә күрә, етди авариялар булманы. Иғтибарлы йөрөргә тырышам. Элек бындай хәрәкәт тә булмай торғайны, әлбиттә. Ә хәҙер, ҙур ҡалаларҙағы кеүек, тығындарҙа ултырырға тура килгән осраҡтар ҙа бар. Шулай уҡ урамдарҙан ҙур тиҙлектә елдергән водителдәр ҙә етерлек. Эшләүе лә ҡыйынға тура килә, - тигән фекерҙә тәжрибәле водитель.

Водителгә элегерәк командировкаларға ла йөрөргә тура килһә, хәҙер комбинат цехтары буйынса металл ташый.

Барлыҡ водителдәргә лә иғтибарлы булырға, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен, айырыуса ҡатмарлы һауа шарттары, боҙлауыҡ, ҡар булғанда, үтәргә саҡыра ул. Буш ваҡытында Марат Ахунов үҙ хужалығында эшләй, улына йорт күтәрешергә ярҙамлаша. Әйткәндәй, улы ла атай юлынан киткән. Ул - КамАЗ водителе.

Марат Зиннур улы ике йыл элек хаҡлы ялға сыҡһа ла, эшенә һәм һайлаған һөнәренә тоғро булып ҡала. Руль артына ла VIII класты тамамлағас ултыра бит. Ул атаһы эшләгән комбайнға ултыра. Шулай итеп техникаға ла эҫенеп китә тәжрибәле водитель.

Юлда һәр беребеҙ аңлы булырға, үҙебеҙ өсөн генә түгел, ә башҡалар өсөн дә яуаплы икәнлегебеҙҙе төшөнөргә тейешбеҙ.

Машина менән ҡазаланыуҙың төп сәбәптәре: тыйылған урында ҡаршы һыҙатҡа сығыу, эскән килеш руль артына ултырыу, тиҙлек режимын күҙәтмәү, тайғаҡ, томан булғанда, ҡарлы ямғыр яуғанда һәм башҡа төрлө хәүефле һауа торошо һаҡланғанда юл ҡағиҙәләрен үтәмәү.

Эйе, һәр водителдең яуаплылығынан, иғтибарлы һәм намыҫлы булыуынан үҙебеҙҙең һәм ғаиләләребеҙҙең именлеге, хәүефһеҙлеге ғибәрәт. Бер-беребеҙгә иғтибарлы һәм ихтирамлы булайыҡ!

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: