Билдәле булыуынса, был программа ауыл биләмәләре эсендә төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн конкурс нигеҙендә республика бюджетынан аҡсалата ярҙам биреүгә (1 миллион һумға тиклем) йүнәлтелгән. Конкурстан үткән осраҡта ауыл халҡы һәм бағыусылар тарафынан да аҡсалата финанс ярҙамы ҡушыла.
Һуңғы йылдарҙа ошо программа ярҙамында ауылдарҙа бихисап эштәр атҡарылды, уларҙың күпселеге һыу үткәреү, төҙөкләндереү, төрлө объекттарҙы ремонтлауға һәм төҙөкләндереүгә йүнәтелде. Конкурста ҡатнашып еңеү өсөн, кәрәкле проектты яҡынса һайлау буйынса Шығай һәм Туҡан ауылы хакимиәттәрендә ултырыштар үтте.
Шығай ауыл хакимиәте башлығы Исмәғил Әбүталипов белдереүенсә, ауыл советы депутаттарының ноябрь айында үткән сессияһында биләмәгә ҡараған ауыл урамдарын ҡышын ҡарҙан таҙартыу, өмәләр ваҡытында сүп-сар сығарыу, минералләштерелгән һыҙаттар һыҙыу һәм башҡа эштәр өсөн ҡулланыуға тәғәйенләнгән трактор алыуҙы барыһы ла хуплап ҡабул иткән. Әлеге көндә һәр ауылда ултырыштар үткәрелеп, халыҡҡа был программала ҡатнашыу тураһында мәғлүмәт бирелгән. Йомғаҡлау йыйылышы 31 ғинуарҙа үтә.
* * *
Туҡан ауылы хакимиәтендә программала ҡатнашыу мәсьәләһе буйынса йыйылыштар 10 ғинуарҙан алып һәр ойошмала үткән. Тауыш биреү өсөн өс объект һайлап алынған
- Туҡан стадионы өсөн спорт ҡоролмалары һатып алыу, балалар майҙансығы төҙөү һәм балалар баҡсаһының тәҙрәләрен яңыртыу. “Әлегә халыҡ күпселек тауышты балалар баҡсаһы өсөн бирҙе. Йомғаҡлау йыйылышы 27 ғинуарға тәғәйенләнде. Әгәр конкурс заявкаһын еңеп сыҡҡан осраҡта, һәр өйҙән (йәки фатирҙан) 500 һумдан да кәмерәк аҡса йыйыласаҡ. Сумма күп түгел. Туҡандар 2017 йылдан алып был программала ихлас ҡатнашып килә. Бығаса үҙәкләштерелгән һыу үткәргесте алмаштырыуға һәм юлдарҙы ремонтлауға ирештек. Аҡса йыйыуҙа Туҡанда тыуып-үҫеп, хәҙер ситтә йәшәгәндәр ҙә һәр саҡ ихлас ҡушыла, ярҙам итә”, - ти ауыл хакимиәте башлығы Әлфиә Сәмиғуллина.
Билдәле булыуынса, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың коронавирус таралыу хәүефенә бәйле “Юғары әҙерлек режимы” тураһындағы указына ярашлы, быйыл “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһының йомғаҡлау йыйылыштарында биналарҙа 30-ҙан артыҡ кеше йыйылырға тейеш түгел, йәки асыҡ һауала үткәрергә кәрәк.