Райондың иң әүҙем, дәрт-дарманлы, берҙәм ауылдарының береһе - Манышты ла был проекттан ситтә ҡалманы быйыл. Конкурсҡа тиклем дә төрлө мәҙәни һәм спорт саралары, өмәләр менән гөрләп торған төйәк проектта ҡатнашҡаны бирле уғата йәнләнде. Ауыл ағинәйҙәре, ир-егеттәр, балалар баҡсаһы коллективы, мәктәп уҡытыусылары тарафынан тормошҡа ашырылған һәр сара ойошҡанлығы, фәһемле һәм мауыҡтырғыс булыуы менән оло баһаға лайыҡ. Ошо көндәрҙә борон-борондан килгән кәсеп төрө - септә һуғыу оҫталығын сағылдырған эстәлекле, матур байрам да - берҙәмлек, татыулыҡ, үҙ-ара килешеп эшләй белеү өлгөһө ул.
Ҡупшы, зауыҡлы итеп тегелгән милли костюмдарҙа “Айыҡ ауыл” республика конкурсына арналған таҡмаҡтары менән сараны асҡан ағинәйҙәр был көнгә үҙенсәлекле, сағыу биҙәк өҫтәне.
Ауылдың егәрле, тилбер ир-егеттәре - Хөрмәтулла Йомағужин, Вилдан Абдрахманов, Шакир Таһиров септә һуғыуҙың ниҙән ғибәрәт булыуын, эштең айышын бәйнә-бәйнә һөйләп, күрһәтеп, оҫталыҡтары менән уртаҡлашты.
- Септә тип, ғәҙәттә, теткән һалабаш йүкәһенән һуғылған эре туҡымаға йәғни япмаға әйтәбеҙ. Ҡағиҙә булараҡ, септә һуғыу бер нисә этаптан тора. Иң элек йүкә ағасы сәскә атҡан осорҙа ҡабығын һыҙырып алып, һыуға батырабыҙ ҙа, өҫкә ҡалҡмаһын өсөн өҫтөнә ауыр нәмә һалабыҙ. Ике ай тирәһе һыуҙа тотҡандан һуң, йылғала йыуып, киптерергә эләбеҙ. Кипкән һалабаштан иһә кем септә һуға, кем ҡашығаяҡ йыуыу, мунсала йыуыныу өсөн йыуғыс итеп тотона, бәғзеләр өй-мейес аҡларға бумала эшләп ала. Әүәлерәк ҡайһы бер хужалар аттарға тышауҙы ла һалабаштан эшләр ине, - тип тәфсирләй эш барышында Вилдан Рәсүл улы.
Манышты мәктәбе уҡытыусыһы Шакир Ғөбәйтулла улы ла ауылдашын һәр йәһәттән йөпләп тора:
- Шөкөр, һуңғы йылдарҙа онотола төшкән боронғо кәсептәр, йолалар яңынан тергеҙелә. Был айырыуса йәш быуын өсөн мәслихәт күренеш. Хәйер, һалабаш айырыу, уны көнкүрештә ҡулланыу бөгөнгө көндә лә актуаль. Кеше бит хәҙер күберәк тәбиғи материалдарға өҫтөнлөк бирә. Ә инде йылҡы малы тотҡан кешегә септәнең файҙаһы, зарурилығы тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Юҡҡа ғынамы ни халыҡта: “Септә генә атты һаҡлап алып ҡалды”, тимәйҙәр бит. Уны һалҡындарҙа, ыжғыр буранда тирләгән атҡа ябып, малҡайҙы өҙлөгөүҙән, һыуыҡ тейҙереүҙән һаҡлайҙар. Хатта йәйге селләлә лә ҡулланалар.
Ғөмүмән, септә һуғыу - балаҫ һуғыуҙың иң ябай төрҙәренең береһе ул. Оло быуын кешеләренең һәммәһе лә тиерлек бала саҡтан септә һуғыуҙың ни икәнен белеп үҫте. Һәм бөгөн беҙҙең маҡсат - үҙебеҙ белгәндәрҙе йәштәргә өйрәтеү, был шөғөлгә ҡыҙыҡһыныу уятыу. Йәнә шуныһы: шөғөлдө кәсепкә әйләндереп, аҡса эшләргә лә мөмкин дәбаһа!
Йәнә бер һөнәр эйәһе - Хөрмәтулла Ғөбәйтулла улы септә һуғырға бала саҡта атаһынан өйрәнгән. Хәҙер инде йылҡы малын тотмаһа ла, заказдар буйынса септә үреүен дауам итә ул. Һалабашты күршеһе Батыр Фазылов менән яҙын уҡ әҙерләй башлайҙар икән. “Форсат сыҡҡанда, үҙем белгәндәрҙе йәштәргә өйрәтергә тырышам, бына бит, Арҫлан менән Илнар улым өйрәнергә әҙер генә торалар”, - ти Хөрмәтулла ағай янында ураланған малайҙарҙың арҡаһынан һөйөп.
Әйткәндәй, күптән түгел ошо ир-егеттәрҙән торған дәртле команда Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Бәхетнамә” тапшырыуына барып, септә һуғыу буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәткән.
Ауыл маһирҙарының диуарҙар буйлап теҙелеп киткән ҡул эштәре күргәҙмәһе лә бер кемдең иғтибарынан ситтә ҡалманы. Күҙ яуын алып торған һөлгөләр, бәйләнгән ултырғыс түшәктәре, диван ябыуҙары, ҡорамалар, сигеүле алъяпҡыстар, кейеҙҙән баҫылған быйма-ҡаталар, бейәләйҙәр, бәйләнгән йомшаҡ уйынсыҡтар, ағастан семәрләп эшләнгән көнкүреш кәрәк-яраҡтары маныштыларҙың ни ҡәҙәр алтын ҡуллы, шөғөллө, зауыҡлы булыуҙары тураһында һөйләй. Гөлдәй донъя өйгән, кәртә тултырып мал аҫраған, эшләп, уҡып та йөрөгән ауыл уңғандарында ҡайҙан шул ҡәҙәр оҫталыҡ, дәрт-дарман тиерһең!
- Ҡышҡы кистәрҙә өләсәйемдең быйма баҫыуы әле булһа күҙ алдымда. Һуңғы ваҡытта үҙем дә ошо шөғөлгә маһирланып киттем. Интернет селтәрендә видеодәрестәр арҡылы өйрәнеп, башта үҙемә ап-аҡ ҡына йомшаҡ ҡаталар баҫтым, унан ары ғаиләмде, туғандарымды ошондай уҡ быйма-тәпешкәләр менән һөйөндөрҙөм. Айырыуса төрлө биҙәктәр һалып, сәскәләр сигеп ултырыуы үҙе бер кинәнес. Бынан тыш, эш араһында бәйләм тоторға ла, иҫке әйберҙәрҙән аяҡ аҫтына сепрәк балаҫтар эшләргә лә форсат табам, - ти ауылдың иң егәрле ҡатын-ҡыҙҙарының береһе Илгизә Юламанова.
Ысынлап та, утыҙ йыллап тимер юлында станция буйынса дежурный булып эшләгән, тормош иптәше Вадим Ташбулат улы менән өс бала тәрбиәләп үҫтергән, һоҡланғыс донъя көткән ханымдың өлгөрлөгөнә, әүҙемлегенә таң ҡалырлыҡ. Бишенсе класта уҡыған кинйәләре лә, ана, әсәһенең быйма баҫыу йәһәтенән шөғөлөнә күңел һалған.
Дүрт тиҫтә йылдан ашыу Манышты мәктәбендә уҡыусыларға рәсем, һыҙма, технология фәндәренән белем биргән оҫтаҡул - Шакир Ғөбәйтулла улы Таһировтың ағастан семәрләп эшләгән әйберҙәре лә ҡараштарҙы тартып тора. Оҫтаның заказға эшләгән һандыҡтары үҙе бер сәнғәт өлгөһө! “Күңел йыуанысы килтергән, уйҙарҙы рәткә һалған шөғөл булғанда, оҙон ҡышҡы кистәрҙең уҙғаны ла һиҙелмәй”, - ти ул. Әйткәндәй, Римма һәм Шакир Таһировтарҙың балаларының өсөһө лә рәсем төшөрөү һәләтенә эйә. Шулай ҙа икенсе ҡыҙҙары ғына аталары юлын һайлап, бөгөнгө көндә Өфөлә рәссам-реставратор булып эшләй, Рәсәй Художниктар союзы ағзаһы ла.
Манышты егете, Инйәр мәктәбенең X класс уҡыусыһы Байрас Байрамғәлиндың ағастан яһалған эштәрен дә билдәләмәү мөмкин түгел. Был шөғөл менән ул башланғыс кластарҙан мауыға. Оҫталыҡты атаһы менән ағаһынан үҙләштергән. Киләсәктә, бәлки, үҙ оҫтаханабыҙҙы ла асырбыҙ, ти талантлы үҫмер тыйнаҡ ҡына.
Зөлфиә Байрамғәлина, Рәйлә Мөлөкова, Рафиға Ғилманова, Сажиҙә Йомағужина эшләгән ҡул эштәре лә зауыҡлығы, сағыулығы менән хайран итте. Уларҙың һәр ҡайһыһында ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының күңел моңо, наҙы, күҙ нурҙары сағылғандай.
Күргәҙмәгә ҡуйылған буҙа, төрлө ҡайнатмалар, бал, ҡышҡылыҡҡа ябылған ҡабымлыҡтар, туңдырылған емеш-еләк иһә Манышты гүзәл заттарының йәнә өлгөр, егәрле хужабикә булыуҙарына ишара.
Килгән ҡунаҡтар мәктәп музейына экскурсия ҡылыу мөмкинлегенә лә эйә ине. 90-сы йылдарҙа Манышты мәктәбе уҡытыусылары Мөнирә Ғарифйән ҡыҙы һәм Нурулла Мөхөтдин улы Миһрановтарҙың башланғысы менән ойошторолоп, бөгөн иһә тарихи ҡомартҡылары, экспонаттары, хатта ки Башҡорт өйө мөйөшө менән бай эстәлекле, тулы ҡанлы музей йәш быуынға тарихи белем биреү, милли үҙенсәлектәрҙе өйрәнеү, рухи-патриотик тәрбиә алыу йәһәтенән һәләк отошло. Музей етәксеһе Шакир Таһиров әйтеүенсә, тиҙҙән бында афған, чечен һуғышында ҡатнашҡан яугирҙарға арналған мөйөш тә булдырырға ниәтләйҙәр.
Эйе, “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашырға, еңеү өсөн көрәшергә хоҡуҡтары бар маныштыларҙың. 10 йылдан ашыу ауыл старостаһы бурысын атҡарған Ғаян Абдрахманов та мәртәбәле проектта һынатмаҫтарына ышана.
- 400-ҙән ашыу кеше төйәк иткән Манышты ауылы иң элек берҙәм, дәррәү, ҡара тырыш халҡы менән көслө. Ниндәй генә сара, өмәләр уҙмаһын, бер кем инәлтеп тормай, һәр ҡайһыһы хәленән килгәнсе ярҙам ҡулы һуҙа. Ауылыбыҙҙың йәме, ҡото булған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы - “Ағинәй” ойошмаһы ағзаларын ғына алайыҡ: йорт мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, барса сараның уртаһында ҡайнайҙар. Аҡса юҡ тип торманылар, һәр ҡайһыһы үҙ иҫәбенә кейем тектереп, бөгөнгө көндә милли костюмдарҙа сығыш яһайҙар, ҡунаҡ ҡаршылайҙар. Балалар баҡсаһы, мәктәп коллективтары, ир-егеттәр, йәштәр ҙә әүҙемлеге, ауыл тормошона вайымһыҙ булмауҙары менән ҡыуандыра. Күмәк көс менән ауыл зыяратын кәртәләп ҡуйҙыҡ. Тәүге өмәгә йөҙҙән ашыу кеше сыҡты. Бергәләп балалар майҙансыҡтары эшләнек, мәсет төҙөнөк - һәр көнөбөҙ, шөкөр, аҙан тауыштары менән башлана. Бөйөк ватан һуғышы яугирҙарына, золом ҡорбандарына, хеҙмәт ветерандарына бағышланған скульптура ансамбле, обелиск та шулай уҡ берҙәмлек емеше.
Район, республика кимәлендә уҙғарылған төрлө проекттарҙа ла гелән ҡатнашып торабыҙ. Йәштәребеҙ ҙә дәртле. 2020 йылда, мәҫәлән, Манышты егете Ғәҙел Дәүләтов “Ете егет” республика проектында гран-при яулап, атлы булды. “Байыҡ” республика телевизион конкурсында уңышлы сығыш яһағандар бар.
Ғөмүмән, ауыл халҡы һәр йәһәттән әүҙем. Береһенән-береһе уҙҙырып донъя көтә, мал-тыуар тота, ҡош-ҡорт үрсетә, умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Урам буйлап эшһеҙ йөрөгән, эскән, йә булмаһа өйҙән спиртлы эсемлектәр һатҡан кеше юҡ. Яңылыш юлдан киткәндәр менән ваҡытында әңгәмәләр, иҫкәртеү саралары уҙғарабыҙ, - ти Ғаян Рәсүл улы.
Атайсалынан ситтә йәшәгән яҡташтарынан да уңған маныштылар. Кемен генә алма, һәр ҡайһыһы ярҙам итергә, ауылдың үҫешенә, төҙөкләндерелеүенә үҙ өлөшөн индерергә әҙер тора. Был йәһәттән айырыуса Рөстәм һәм Раян Миһрановтарға, Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләгән егеттәргә рәхмәттәре сикһеҙ ауылдаштарҙың.
Бына шулай, тыуған төйәктәрен ожмахҡа тиңләп, ата-бабалар рухын ризалатып, хозур тәбиғәт ҡосағында йәшәүгә көс, илһам алып ғүмер итә Манышты халҡы. Шуға ла тыуыр көндәре өмөтлө, эш-көштәре бәрәкәтле, ырамлы был тарафтың.