Ниндәй генә заманда йәшәһәк тә, шул осорға яраҡлашып, тормошта үҙ урынын табырға тырышҡандар, ауыр ваҡыт тимәй эшҡыуарлыҡ менән шѳғѳлләнеү ѳсѳн үҙ эштәрен асырға йѳрьәт иткәндәр һәм алдарына ҡуйған маҡсаттарына ирешеү ѳсѳн күп эштәр башҡарғандар беҙҙең арала бик күп. Бындай кешеләргә беҙ һоҡланып, ғорурланып ҡарайбыҙ.
Март айы Абҙаҡ ауылында йәшәгән Гөлсәсәк Шәфҡәт ҡыҙы һәм уның улы Фәнгиз Нуретдиновтар өсөн ҡыуаныслы ваҡиғанан башланды, улар күңелдәрендә күптән йөрөткән хыялдарын тормошҡа ашырҙы - башҡорт милли ризыҡтары ғына әҙерләнәсәк кафе асты.
Кафе асыу шатлығын уртаҡлашырға ҡала Советы депутаты Рафаэль Фәрүәзов, Абҙаҡ ауыл хакимиәте башлығы Хәмзә Мөхәмәҙиев, ветерандар советы рәйесе Рәфҡәт Нәжметдинов, имам-хатип Илдар Машуров, район-ҡала "Ағинәй"ҙәр йәмәғәт ойошмаһы баш ағинәйе Зөбәржәт Суфьянова, Гөлсәсәк Нуретдинова етәкселегендәге Абҙаҡ ауылы ағинәйҙәре, хужабикәнең туғандары, ошо эштә ярҙам итеүселәр ҡатнашты. Фәнгиз Фәнил улының дуҫтары, фекерҙәштәре йыйылды. Кафены асыр алдынан имам-хатип Илдар Байгилде улы йыйылыусыларға вәғәздәр һөйләне, шартына килтереп аят сүрәләре уҡыны, хужабикә Гөлсәсәк Шәфҡәт ҡыҙы ихласлап хәйер таратты. Хужабикәнең һорауы буйынса имам-хатип ил тыныслығына, Украиналағы хәрби операцияның тиҙерәк тамамланыуына ла аят сүрәләре арнаны. Ҡунаҡтар хужаларға изге теләктәрен еткереп бүләктәр тапшырҙылар, эшһөйәр, тырыш ауылдаштары өсөн һөйөндөләр.
Фәнгиз быға тиклем дә Абҙаҡта бәләкәй генә киоск тотоп, эшҡыуарлыҡ менән шѳғѳлләнгән. Был эштә уға әсәһе Гѳлсәсәк Шәфҡәт ҡыҙы ярҙамлашҡан. Әммә егет кеше нисек тә мѳмкинлек табып, эшҡыуарлыҡ менән ныҡлап шѳғѳлләнергә ынтылған.
Эйе, Гөлсәсәк Нуретдинова һәм уның улы Фәнгиз хыялдарын тормошҡа ашырып, ҙур эш асып ебәрҙеләр һәм эш урындары булдырҙылар. Әлегә бында бер нисә кеше генә эшләһә лә, аҡрынлап эшселәр һаны ла артыр.
Иң мөһиме тәүге аҙым яһалған, Абҙаҡ ауылының машиналар туҡтауһыҙ үтеп торған төп юлы ситендә күҙҙе матурлап умарта кеүек балҡып торған матур кафе барлыҡҡа килгән, эсе лә иркен, заманса зауыҡлы итеп эшләнгән. Социаль кафеға инеү уңайлы булһын ѳсѳн һаулыҡтары буйынса мѳмкинлектәре сикләнгәндәргә пандус та эшләнгән. Ҡул йыуыу бүлмәһендә лә улар ѳсѳн бѳтә мѳмкинлектәр бар.
Кафе эсен хужабикә башҡорт ѳйѳ мѳхитендә биҙәргә уйлай. Кафела ағинәйҙәрҙең ҡул эштәре лә ҡуйылған. Милли рухта эшләнгән кафенан башҡорт сувенирҙары ла һатып алырҙар, тип уйлай Гѳлсәсәк Нуретдинова.
Башҡорт кафеһы асыу тантанаһы күңелле үтте. Уңған ашнаҡсылар ҡунаҡтарҙы башҡорт ашы бишбармаҡ һәм башҡа милли ризыҡтар менән һыйланы, табынды буҙа кеүек эсемлектәрҙең урын алыуы ла йәмләне.
ЭЙЕ, бөгөнгө заман шарттарында милли ризыҡтарҙы, халҡыбыҙҙың кәсептәрен тергеҙеп, эшҡыуарлыҡта файҙаланыу - уңышҡа илтер юлдарҙың береһе ул. Абҙаҡ, Яңы Абҙаҡ ауылдарында эшләгән бихисап кафелар араһында башҡорт кафеһы ла яҡшы ғына эшләп китһен һәм ҙур уңыштарға ирешһен тип теләйбеҙ.