Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Ноябрь 2022, 09:34

Изге ниәт тормошҡа ашһын!

Ишле ауыл хакимиәтенең Олойылға ауылы “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында даими ҡатнаша.

Изге ниәт тормошҡа ашһын!
Изге ниәт тормошҡа ашһын!

Халыҡтың бергә йыйылып, тәү сиратта, ҡайһы объектты ремонтларға йәки төҙөкләндерергә кәрәклеген асыҡларға, конкурстан
үткән осраҡта, дәүләт тарафынан бирелгән ярҙамға ҡушып ниндәйҙер проблеманы үҙҙәре хәл итеүгә йүнәлтелгән был программа менән улар мөмкин тиклем ҡулланып ҡалырға тырыша.

Бығаса Олойылғала был программа арҡылы мәктәптең тәҙрәләре яңыртылды, Тимер юл урамындағы бағаналар өлөшләтә бетонлыһына алмаштырылды һәм христиандар зыяратының кәртәһе ремонтлана.

“Урындағы башланғыстарҙы хуплау - 2023” конкурсы һайлауҙары 24 октябрҙә старт алды һәм 3 ноябрҙә Олойылға ауылы халҡы тәү сиратта хәл итергә кәрәкле проблеманы асыҡлау өсөн кәңәш ҡорҙо. Унда конкурста ҡатнашыу өсөн тура  килгән 7 объект ҡаралды.Һөҙөмтәлә, тауыш биреү юлы менән мосолман зыяратының кәртәһен яңыртырға тип ҡарар ителде. 

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: