Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Ғинуар 2023, 14:53

Донъя тотҡаһы - көслө затта

 “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә, Маныштыла “Ир-аттың йәмғиәт үҫешендәге роле” төбәк фәнни-ғәмәли конференцияһы һәм һунарсы Бигарыҫлан Солтанов иҫтәлегенә күпбәйге буйынса ярыштар үтте.

Донъя тотҡаһы - көслө затта
Донъя тотҡаһы - көслө затта

Бынан ике йыл элек республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә индергән өлөшөнә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, йәмғиәтебеҙҙә атайҙар абруйын күтәреү, атайҙар менән улдар араһында бәйләнеште нығытыу, айыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, йәш быуынды рухи, әхлаҡи йәһәттән тәрбиәләү, йәштәр араһында тәрбиәүи эш алып барыу маҡсатында ойошторолған “Ирҙәр ҡоро” төбәк-ара ойошмаһы эш башланы. Ҡайһы бер райондар ауылдарында “Ирҙәр ҡоро” бүлексәләре ауылдаштары, яҡташтары, уңышлы эшләп килгән Ағинәйҙәр ойошмаһы, Аҡһаҡалдар ҡоро менән бер рәттән күп быуатлыҡ тарихыбыҙҙы төптән өйрәнеү, халыҡ кәсептәрен, милли уйындарҙы тергеҙеү, йәштәрҙе ижади һәм мәҙәни-мәғариф проекттарға ылыҡтырыу, эшҡыуарлыҡ һәм туристик тармаҡты үҫтереү буйынса күп эштәр башҡарыла.

Иҙел башына килгәндә иһә, тәүгеләрҙән булып изге эште Манышты ауылының актив ир-аттары күтәреп алды һәм ең һыҙғанып эшкә тотондо. Бүлексәнең аҙ ваҡыт эсендә әллә күпме эштәр башҡара алыуы ла маҡтауға лайыҡ. Берҙәм маныштылар, яҡташтары, ауыл ағинәйҙәре менән берлектә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм тылда Еңеүгә тос өлөш индергән ауылдаштары иҫтәлегенә обелиск ҡуйыуға, мәсет төҙөүгә һәм ауыл мәнфәғәтенә башҡа изге эштәрҙе тормошҡа ашырыуға өлгәште. Ауылдың Ирҙәр ҡоро данын районда ғына түгел, республика кимәлендә лә танытты. Маныштылар ике йыл рәттән “Айыҡ ауыл” республика конкурсының муниципаль этабында ҡатнашып, II урынға лайыҡ булды.

Шуға ла “Ир-аттың йәмғиәт үҫешендәге роле” төбәк фәнни-ғәмәли конференцияһы нәҡ Маныштыла үтеүе осраҡлы түгел. Ауылдаштарҙың күрһәтерлек ғәмәлдәре, башҡарылған эштәре тураһында һөйләрлек һүҙҙәре күп. Конференцияның пленар өлөшөндә Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты, “Ирҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Зариф Байғусҡаров, муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, беренсе урынбаҫары Илгиз Хәйруллин, “Ҡатай йыйыны” ойоштороусыһы Ранис Алтынбаев, республика Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Гөлфиә Янбаева, ауыл хакимиәттәре башлыҡтары һәм башҡалар ҡатнашты.

Ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ, йыр-моң менән ҡаршы алғандан һуң, улар халыҡ кәсепселәренең эштәре менән яҡындан танышты. Септә үреү, станокта балаҫ һуғыу, милли ризыҡ - тултырма, ҡаҙы эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәрен, оҫталарҙың йөндән, ағастан эшләнгән ҡул эштәре күргәҙмәһен ҡараны. Солоҡсолоҡ шөғөлө, башҡа ҡул эштәре ҡунаҡтарҙа ҡыҙыҡһыныу уятты.

Район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта кәңәшмәнең пленар өлөшөнасып: “Эшлекле сәфәр менән Манышты ауылында йыш булырға туракилә. Берҙәм һәм актив маныштыларйә обелиск аса, йә төрлө ярыштар ойоштора, йә тәжрибә менән уртаҡлаша. Был халыҡты берләштерә һәм туплай. Маныштыларҙың өлгөһөндә райондаизге эштәр күберәк башҡарылыр. Бөгөн дә йәмғиәткә хеҙмәт итерлек ойошма асырға йыйылдыҡ. Ошондай ойошмалар дәүләт кимәлендә, муниципаль эшмәкәрлектә мөһим рольуйнай һәм улар әүҙемләште. Власты,муниципаль структураларҙы ябай халыҡ менән берләштереп торған бындай ойошмалар, әлбиттә, кәрәк. Бер командала эшләү күпкә отошлораҡта. Икенсенән, берҙәм һәм бергәләп халыҡ мәнфәғәтенә күп файҙалы эштәр башҡара алабыҙ. Өсөнсөнән,һәр муниципаль һәм урындағы етәкселәр халыҡты борсоған мәсьәләләр тураһында хәбәрҙар булырға тейеш. Был йәһәттән дә район биләмәһендә эшләп килгән йәмәғәт ойошмалары ярҙамға килә. Иҙел башында булдырыласаҡ Ирҙәр ҡоро үҫешһен, лайыҡ эштәр башҡарһын. Улар район кимәлендә генә йыйылып ҡалмаһын, республикала үткән сараларҙа лаәүҙем ҡатнашһын, сит өлкәләрҙәндә ҡунаҡтар саҡырһын. Махсус хәрби операцияны ла күҙ уңындан ысҡындырмаҫҡа бурыслыбыҙ. Хәрби операцияла һәләк булғандарҙы ңғаиләләренә ярҙам итеү, яҡындарын Украинаға оҙатҡандарға булышлыҡитеүҙә лә һеҙҙең ярҙамығыҙға мохтажбыҙ.

 

Пленар өлөшөнөң дауамын, күпбәйге тураһындағы тулы мәҡәләне гәзиттең 4-се һанында уҡығыҙ.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: