Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Апрель 2023, 15:03

Амбулатория йәнә сафта

Ошо көндәрҙә капиталь ремонттан һуң ҡаланың Октябрьский биҫтәһендәге 3-сө амбулатория асылды.

Амбулатория йәнә сафта
Амбулатория йәнә сафта

Ремонттан һуңғы үҙгәрештәр һәм уның торошо менән муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванютаны, хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Хәйруллинды үҙәк район клиник дауаханаһының баш табип урынбаҫары Елена Лисицкая таныштырҙы.

Бина 1952 йылда төҙөлгән. Быға тиклем унда тик косметик ремонт ҡына үткәрелгән. Капиталь ремонт эшләү өсөн уҙған йылдың 16 декабрендә килешеү төҙөлгән. Сарыф ителгән 10,5 млн. һум аҡса федераль һәм республика ҡаҙнаһынан бүленгән.

- Бөгөнгө көндә бында инженер селтәрҙәре, йылытыу системаһы, электр сымдары тулыһынса яңыртылды, түбә, ҡыйыҡ, иҙән япмалары, ишектәр (шул иҫәптән янғын хәүефһеҙлеге ишектәре), тәҙрәләр алмаштырылды, ингән урын, бүлмәләр ремонтланды, фасад йылытылды һәм көпләнде. Әле бина тирәләп асфальт түшәйһе ҡалды. Был эш һауа торошона бәйле, бер аҙ һуңғараҡҡа ҡалдырылды. Шулай уҡ бында мебелдәрҙе яңыртыу талап ителә.

Амбулатория Октябрьский биҫтәһенән һәм Отнурок ауылынан 7412 кешене һәм 620 баланы хеҙмәтләндерә. Бында 3 терапия, 3 педиатрия участкаһы, табип-стоматолог эшләй, физиотерапия, процедуралар (прививкалар) эшләү кабинеттары бар.

Ҡыҙғанысҡа күрә, 3 терапия участкаһында ике генә фельдшер эшләй. Билдәле булыуынса, медицина кадрҙарына ҡытлыҡ беҙҙең районда ғына күҙәтелмәй. Дауахананың баш табибы был мәсьәләне һәр саҡ күҙ уңында тота һәм йәш белгестәрҙе йәлеп итеү өҫтөндә эшләйбеҙ. Муниципаль торлаҡты хосусилаштырыу программаһы беҙҙең был дефицитты кәметер тип ышанабыҙ.

Ремонт осоронда пациенттар 1-се поликлиникала, ә балалар “Айболит” балалар поликлиникаһында ҡабул ителде. Халыҡ араһында килеп тыуған ваҡытлыса уңайһыҙлыҡ өсөн дәғүә белдереүселәр, ризаһыҙлыҡ күрһәтеүселәр булманы, сабыр ғына эштәр тамамланыуын көттөләр. Бының өсөн уларға айырым рәхмәт әйткебеҙ килә, - тине баш табип урынбаҫары Елена Николаевна.

Амбулаторияла 45 йыл теш табибы булып эшләгән Александр Васильевич Быков Андрей Ивановичҡа теш дауалау ҡорамалдарының бик иҫкебулыуына зарланды һәм яңыһын һатып алыуҙа булышлыҡ итеүен үтенде.

Етәкселәр амбулатория хеҙмәткәрҙәренә эштәрендә уңыштар теләп, яңыртылған бинала пациенттарын көр кәйефтә генә ҡаршыларға һәм дауаларға яҙыуын теләп хушлашты.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: