Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Июнь 2023, 14:34

Сәйәхәттән көс туплап

Рәсәй Хөкүмәте тарафынан “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә уҡыусылар өсөн мәктәп туризмы пилот программаһы тормошҡа аша башланы һәм беҙҙең Республика проектты башлап ебәргән тәүге төбәктәрҙең береһе булып тора.

Сәйәхәттән көс туплап
Сәйәхәттән көс туплап

Программала ҡатнашыу өсөн район мәғариф бүлеге менән мәктәп V-IX класс уҡыусыларынан торған төркөм ойоштороп, сәйәхәттең маршрутын һәм ваҡытын һайлайҙар. Уҡыусылар өсөн сәфәр бушлай - бының өсөн милли проект нигеҙендә федераль бюджеттан һәм республиканан аҡса бүленгән. Туристик пакетҡа юл сығымдары, экскурсиялар, ашауэсеү, йәшәү һәм страховка индерелгән. Сәфәрҙәрҙе берҙәм федераль реестрға ингән төбәк туроператорҙары ойоштороу хоҡуғына эйә.

Проекттың төп маҡсаты булып уҡыусыларҙы ҙур булмаған сәйәхәт барышында тыуған яҡтың тарихы һәм мәҙәниәте менән таныштырыу тора.

Ошо көндәрҙә уҡыуҙа һынатмаған, туристик слеттарҙа актив ҡатнашҡан, олимпиадаларҙа еңеүсе булған бер төркөм уҡыусылар - Үҙәнбаш, Сосновка мәктәптәренән һәм ҡаланың 17-се гимназияһынан йәмғеһе 45 бала (етәкселәре Елена Төхвәтуллина, Әҙилә Ҡасимова, Анна Челещева) милли проект сиктәрендә “Движение” туроператоры ойошторған “Яҡтыкүл” ял йортонда булып ҡайтты.

Уҡыусылар Белорет ҡалаһынан ҙур, уңайлы һәм кондиционеры булған автобустарға ултырып “Березки” санаторийына килә. Таҙа, матур, заманса уңайлыҡтары, бассейны булған ял йортона урынлашып, төшкө аш ашап алғас, “Банное”
тау-саңғы үҙәгенә юлланалар. Унда улар фуникулерҙарға ултырып тау үренә менә, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар һәм тарих менән танышалар, тау тармағы буйлап төшкәндә матур урындарҙы - Фил тауы, Кондора ҡошо һәм Шайтан бармағы шарлауыҡтарын күрәләр, тау шишмәһенән һыу тәмләйҙәр, хатта эҫе көндә ҡайһы берҙәре тау йылғаһында һыу төшөп тә кинәнес ала.

Санаторийға килгәс, уҡыусылар йылы күлдә һыу инеп ял итәләр, кискеһен дискотекала бейеп күңел асалар.

Иртәгәһенә тәмле һәм туҡлыҡлы иртәнге аш ашап алғас, Күсем ауылына, Советтар Союзы Геройы генерал Таһир Күсимовтың музейына сәхәйәт ҡылалар. Уҡыусыларға Геройҙың ҡасандыр үҙе йәшәгән йорт-музейында уның тормош юлы тураһында һөйләйҙәр, үҙ ҡулдары менән яҙған ҡулъяҙмалары, шәхси архив әйберҙәре, 112- се Башҡорт кавалерия дивизияһының фотолары, документтары, тыл эшсәндәре ҡаһарманлығына арналған экспозиция, башҡорт көнкүреш әйберҙәре, хәрби һәм хеҙмәт ҡоралдары менән таныштыралар. Айырыуса “Күсем ауылы - Геройҙың тыуған ере” диорамаһы бер кемде лә битараф ҡалдырмай.

Музейҙан һуң Елембәт ауылындағы “Аҡ дауалаусы” питомнигына экскурсияға юлланалар. Унда уҡыусыларға азиат һәм кавказ овчаркалары, төрлө илдәрҙән тоҡомло эт һәм бесәйҙәрҙе күреү, уларҙы тотоп ҡарау, фотоға төшөү мөмкинлеге була. Бындай этһәм бесәйҙәр буйынса бай тәжрибәле экскурсовод уҡыусыларға тоҡомло хайуандарҙы ҡарау буйынса бик күп файҙалы мәғлүмәттәр бирә.

Ике көнлөк сәйәхәт уҡыусыларға бик оҡшай, улар иҫтәлеккә фотоға төшөп, матур тәьҫораттар алып, ҡыуанып-шатланып таралыша.

- “Движение” туроператоры хеҙмәткәре Инна Мөхитдинова һәр саҡ беҙҙең менән бәйләнештә булды, сәйәхәттең барлыҡ талаптарға ярашлы үтеүенә булышлыҡ итте, барыһын да контролдә тотто. Был сәйәхәтте ойоштороуҙа мәғариф бүлеге белгесе Евгения Жвыкина ҙур ярҙам күрһәтте. Ата-әсәләр мәктәп директоры Нурия Шаһиморатоваға балаларға матур сәйәхәттә булыу мөмкинлеге биргән өсөн ҙур рәхмәттәрен еткерә. Программа бай, ҡыҙыҡлы итеп, уйлап, барлыҡ нескәлектәрен күҙ уңында тотоп төҙөлгән. Уҡыусылар сәйәхәттән бик ҡәнәғәт ҡалды.Киләсәктә бындай кимәлдәге сарала ҡатнашыу өсөн башҡа балалар ҙа тырышып уҡыр, спортҡа ынтылыр һәм дәүләт тарафынан уҡыусыларға тағы ла ҙурыраҡ иғтибар бүленер тип өмөтләнәйек, - ти Үҙәнбаш мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Елена Төхвәтуллина.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: