Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Октябрь 2023, 10:19

Яңы машиналар килде

Үҙәк район клиник дауаханаһы хеҙмәткәрҙәренә тантаналы рәүештә ике яңы ашығыс медицина ярҙамы автомобиле асҡыстары тапшырылды. 

Яңы машиналар килде
Яңы машиналар килде
Унда ҡала хакимиәте башлығы Кирилл Егупов, муниципаль ра-йон хакимиәте башлығының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төҙөлөш һәм транспорт буйынса урынбаҫары Юрий  Точилкин, үҙәк район клиник дауаханаһының баш табибы Илдар Хәмитов ҡатнашты.
Яңы техникалар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә федераль бюджет аҡсаһына һатып алынған. Уларҙы Белорет районына Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин тап-
шырҙы.
Машиналар бөтә кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған, һәр береһендә дефибриллятор, электрокардиограф, үпкәләрҙе яһалма елләтеү аппараты, ҡандағы шәкәр күләмен экспресс-үлсәгес һәм башҡа медицина ҡорамалдары бар. 
Машиналар халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн иҫәпләнгән, шул иҫәптән, барып етеүе ауыр урындар һәм ҡатмарлы юл шарттары өсөн яраҡлаштырылған.  Шуға күрә уларҙы һауа торошон һәм спутник навигацияһын контролдә тотоу өсөн борт компьютеры менән йыһазландырғандар.
Бер автомобиль ҡалала ҡалһа,  юғары үтеүсәнлеккә эйә машина иһә Үрге Әүжән биләмәһе халҡын хеҙмәтләндерергә ярҙам итәсәк.
Әйткәндәй, Премьер-министр Андрей Назаров етәкселегендә  Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ултырышында “Һаулыҡ Һаҡлау”милли проектын тормошҡа ашырыу барышы ҡаралды.
- Былтыр ошо маҡсатҡа 8 миллиард һум самаһы йүнәлтелгән. Был ваҡыт эсендә республика 50-нән ашыу яңы модулле фельдшер-
акушерлыҡ пункты алды. 3 меңдән ашыу берәмек медицина ҡорамалдары һатып алынған һәм килтерелгән. Бөрөлә һәм Саҡмағош ауылында 2 поликлиника, шулай уҡ 2 капиталь табип амбулаторияһы һәм 8 фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа индерелгән. 2023 йылда һаулыҡ Һаҡлау милли проектының һигеҙ төбәк проекты буйынса саралар тормошҡа ашырыла. Дөйөм финанслау күләме -7 млрд. 361 млн. һум, шуның 4 млрд. 102 млн. һумы  федераль бюджет средстволары,  тип билдәләне министрҙар кабинеты башлығы.
Быйыл өс поликлиниканы, үҙәк район дауаханаһын, Онкология һәм гематология үҙәген төҙөп бөтөү, шулай уҡ 90 модулле ҡоролма урынлаштырыу, медицина ойошмаһын төҙөкләндереү, 4308 медицина ҡорамалы һәм 168 автомобиль һатып алыу  планлаштырыла.  
 
Фотолар Белорет дауаханаһы сайтынан. 
 
Автор:Расима Салихова
Читайте нас: