Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Октябрь 2023, 15:46

Беҙ сәләмәтлек яҡлы

Хәрәкәттә булыу - сәләмәт булыу тигәнде аңлата. Ошо лозунг аҫтында Ишлелә “Айыҡ ауыл -2023” конкурсы сиктәрендә ауыл халҡы араһында көҙгө еңел атлетика буйынса кросс үтте.

Беҙ сәләмәтлек яҡлы
Беҙ сәләмәтлек яҡлы

Сара уҡыусылар, йәштәр, өлкәндәр араһында еңел атлетиканы популярлаштырыу һәм үҫтереү, спортҡа һөйөү тәрбиәләү, физик культураны һәм спортты, сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау  маҡсатында үткәрелде.

Ҡатнашыусыларға билдәле арауыҡты иң етеҙе һәм шәбе булып үтер өсөн күп көс һалырға тура килде. Финиш һыҙығына беренсе булып йүгереү өсөн бөтә тырышлыҡтарын һалдылар һәм үҙҙәрендә икенсе һулыш асырға  тырыштылар. Уларҙы ярыш барышын күҙәткән тамашасы-көйәрмәндәр “Афарин!”, “Алға, һин булдыраһың!” тигән һүҙҙәр менән дәртләндереп, көс-дәрт биреп, алҡышлап торҙолар.

Ярыш һуңында кроста ҡатнашыусыларҙың барыһы ла еңеүсе тип билдәләнде һәм улар Маҡтау грамоталары  менән бүләкләнде.  Сара бөтәһен дә яҡшы кәйеф, энергия һәм дәрт менән тултырҙы.

Кроста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла: спортсыларға, көйәрмәндәргә һәм ойоштороусыларға ҙур рәхмәт!

Эльвира РӘХИМОВА,

клуб мөдире.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: