Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Ноябрь 2023, 16:05

Уңғандарҙың ҡаҙы уңа

Яҙын ҡарҙар иреп бөтөп, йәшел үлән үҫеп сыҡҡас, ауыл халҡы ҡаҙ себештәре һатып ала башлай. Кемдеңдер үҙе үҫтергән өй ҡаҙҙары оя-оя себештәр сығара. Йәм-йәшел үлән өҫтөнән инәләренә эйәреп һап-һары бәпкәләр теҙелешеп йылға буйына төшә.

Уңғандарҙың ҡаҙы уңа
Уңғандарҙың ҡаҙы уңа

Йәшел үләнде йолҡоп, ем менән туйынып, саф йылға һыуында ҡойоноп үҫкән бәпкәләр, көҙгә ап-аҡ ҡаҙҙарға әйләнә. Ауылдарҙа, ҡаҙҙары уңған йорттарҙа, ҡар яуыу менән ҡаҙ өмәләре башлана. Ҡаҙ өмәһе йылына бер була. Үҙе йырлы, үҙе моңло ауыл шатлыҡҡа тула.

Беҙҙең Рысыҡай ауылында күркәм ғаиләләрҙең береһе - Мәүсилә һәм Мөхәмәт Бадаловтар, уңған, егәрле ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡаҙ өмәһенә саҡырҙы. Ауылымдың уңғандары "Ҡоҙасалар" фольклор төркөмө ағзалары йыйылышып, хужаларға изге
 теләктәр теләп, доға ҡылып, өмәне башлап ебәрҙе. Ҡаҙҙы һуйып өлгөртөп биреп торған йорт хужаһы, Ҡасим Дәүләтбаев менән Фәһим Канафин һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙар - Люциә Шайморатова, Земфира Мәхмүтова, Хәлимә Әфләтүнова, Нәфисә һәм Рәзилә Ғимрановалар, Вәсилә Дәүләтбаева, Һылыу Иҫәнбаева, Рита Шайморатова, Сәймә Мөхәмәтйәрова үтекләп, йолҡоп, эсен алып, таҙартып, “һә” тигәнсә эште тамамлап та ҡуйҙылар. Ниндәй күмәк эш йырмоңһоҙ булһын, ҡаҙ өмәһенең гимнына әйләнгән "Ҡаҙ ҡанаты"н йырлай-йырлай эшләгән эштән, күңелле таҡмаҡ әйтештән күңел күтәрелде, арыу ҙа беленмәне.

Таҙартып бөткәс, көйәнтәләргә ҡаҙҙарҙы аҫып, һыу буйына алып барып сайҡатып ҡайттылар. Эш бөткәс, хужалар сәй табынына саҡырҙылар. Ҡаҙ майына майланған ҡоймаҡтан ауыҙ иттеләр. Йырлашып, күңел асып, хужаларға матур теләктәр теләп хушлашты өмәселәр. Көҙөн Һәр бер йортта - ҡаҙ өмәһе. Икенсе өмәгә тиклем донъялар имен торһон.

Луиза МӨХӘМӘТЙӘНОВА.
Рысыҡай ауылы.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: