Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Февраль , 15:01

Һәйкәлдәргә иғтибар кәрәк

Ишле ауылы “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнаша. 

Һәйкәлдәргә иғтибар кәрәк
Һәйкәлдәргә иғтибар кәрәк

Йомғаҡлау йыйылышында күпселек тауыш менән тәҡдим ителгән биш проект араһынан ауылдағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарға арнап ҡуйылған һәйкәлде ремонтлау һайланды.

Проект суммаһы 390 229 һум 98 тин тәшкил итә. Республиканан финанслау 260 000 һум тәшкил итә. Ҡалған сумманы халыҡ, бағыусылар йыя һәм урындағы бюджеттан бүленә.

Ауыл халҡы һәйкәлдәргә айырым иғтибар бирергә кәрәклеген, уның беҙҙең тарихыбыҙ булып тороуын һәм киләһе быуынға еткереү мөһим икәнен яҡшы аңлай.

Проектҡа ярҙам итеү өсөн ауыл халҡы тарафынан мәҙәни саралар ойошторола һәм үткәрелә:

► Ауыл мәҙәниәт йорто янындағымайҙанда төп шыршы асылды. Ундареспубликанан абруйлы ҡунаҡтар- Башҡортостан РеспубликаһыХөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов менән республиканың халыҡ артисы Вилдан Яруллин ҡатнашты.

► Балалар өсөн Яңы йыл иртәлектәре үткәрелде.

► Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға ярҙам итеү акцияларын үткәрәбеҙ. Окоп шәмдәре эшләйбеҙ, гуманитар ярҙам йыябыҙ.

► Урамда төрлө уйындар үткәрәбеҙ, тюбингтарҙа шыуабыҙ, ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында хоккей ойошторолдо.

Был программала ҡатнашыу тәжрибәһе бар һәм уның арҡылы төҙөкләндереү өлкәһендәге күп мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкин. Беҙ конкурста еңеүгә өмөтләнәбеҙ һәм ышанабыҙ.

Рәмзиә ӘПКӘДИРОВА.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: