Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Февраль , 12:42

Мәктәпкә тәҙрәләр кәрәк

2023 йылда Егәҙе ауыл хакимиәте “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнашып, шнек роторлы  механик ҡар таҙартҡысҡа эйә булды.

Мәктәпкә тәҙрәләр кәрәк
Мәктәпкә тәҙрәләр кәрәк

Дөйөм хаҡы - 680 мең һум. Физик шәхестәрҙән  50 мең 200 һум, юридик шәхестәрҙән - 50 мең 200 һум аҡса йыйылһа, урындағы хакимиәт бюджетынан 77 мең 600 һум, республика бюджетынан 502 мең һум субсидия бүленде.

Ауыл хакимиәте йыл һайын был программала ҡатнашып килә. Быйыл ауыл советы депутаттары йыйылышында “Урындағы башланғыстарҙы хуплау - 2024” конкурсында ҡатнашырға тигән ҡарар сығарылды һәм инициатив төркөм һайланды.

20 декабрҙә үткән ауыл йыйылышында халыҡҡа бер нисә проект тәҡдим ителде һәм улар араһынан өс йүнәлеш - мәктәптең икенсе ҡатындағы тәҙрәләрҙе алмаштырыу; мәктәп ҡоймаһын яңыртыу; мәктәптең ҡыйығын алмаштырыу һайлап алынды.

Беренсе йүнәлеште һайлап, программаға ғариза ебәреү эштәре башланды. Мәктәп, ауыл советының Интернет селтәрендәге төркөмдәрендә тауыш биреүҙәр бара.

Егәҙе урта мәктәбе 1997 йылда асыла. Күптән инде уға ағымдағы ремонт эшләнмәгән. Мәктәп - ауылыбыҙ йөҙө булып тора, унда белем аласаҡ балалар байтаҡ. Икенсе ҡаттағы тәҙрәләр ҡышҡы һыуыҡтарҙа туңа, рамдары серей, кабинеттарҙа, коридорҙа йылылыҡ етешмәй. Шулай уҡ ҡыйығын яңыртыу ҙа көнүҙәк мәсьәлә булып тора.

Йомғаҡлау йыйылышында  сметаның хаҡы һәм халыҡтан күпмешәр аҡса йыйыу кәрәклеге билдәләнәсәк. Йыйылыштарҙа, интернет-тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашығыҙ, ауылдаштар!

Рәил ҒӘЛИУЛЛИН.

 

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: