Бында «Урындағы башланғыстарҙы хуплау» программаһында ҡатнашыу мәсьәләһе былтыр декабрь айында үткән йыйылышта ҡаралды. Ауылда ғүмер иткән оло быуын кешеләре һыу үткәреү яҡлы булһа, йәш ғаиләләр балалар майҙансығы урынлаштырыу өсөн тауыш бирҙе.
Йомғаҡлау йыйылышында ауылда йәшәгән күп балалы әсәләр Рина Ишбулатова, Лилиә Йосопова һәм башҡалар балалар майҙансығы кәрәклегенә баҫым яһанылар. Йыйылышта проектты тормошҡа ашырыуҙа ауыл биләмәһе, халыҡтан йыйылырға тейешле сумманы һәм бағыусылар өлөшөн дә билдәләнеләр. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн ауылда йәшәгән иң әүҙем кешеләрҙән инициатив төркөм һайланды. Улар был көндәрҙә алдағы айҙарҙа уҙасаҡ сараларҙы планлаштырыу эше менән мәшғүл булды. Ауыл клубында, мәктәптә, китапханала, балалар баҡсаһында һәм мәсеттә, тағы ла Үрге Әүжәндә төрлө саралар үткәрелде.
Программаға ярашлы, балалар майҙансығы булдырылһа, сабыйҙар урамда, ауылдан ситтә уйнап йөрөмәҫ, улар өсөн ата-әсәләрҙең дә күңеле тыныс булыр ине. Был мәсьәлә хәүефһеҙлек яғынан ҡарағанда ла үтә әһәмиәтле.
Исмаҡай халҡы программа шарттарын уңышлы үтәү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә, тигән уртаҡ маҡсат менән йәшәй.
Регина ҠУЖАКОВА.