Сара “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” федераль проектының маҡсаттарына тап килә. Мәктәпте инициативалы бюджетлауҙың төп бурысы - мәктәп биләмәһен һәм инфраструктураһын үҫтереү өсөн бюджет ҡарарҙарын ҡабул итеүгә уҡыусыларҙы мөмкин тиклем күберәк йәлеп итеү. Уҡыусылар үҙҙәре ниндәйҙер проблеманы хәл итеүҙе билдәләй һәм инициатив проекттарын тәҡдим итә ала. Проекттарҙы финанслау республика һәм муниципаль бюджет, шулай уҡ бағыусылар ярҙамында тормошҡа ашырыла. “Мәктәп инициативаларына ярҙам итеү” программаһы 2021 йылдан эшләп килә һәм уҡыусыларға үҙҙәре һайлаған мәктәп киңлектәрен төҙөкләндереү буйынса башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеген бирә.
Хәҙерге яңы технологиялар, инновацион алымдар, ФГОС системалары мәктәптәрҙә индерелгәндә был фәһемле проектҡа Сосновка мәктәбе уҡыусылары ла ҡушылды. Уҡыусылар мәктәп өсөн иң кәрәкле тип һаналған йүнәлештәрҙә әүҙем эш башланы. Улар тәүҙә мәктәп һәм уның территорияһы инфраструктураһын камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр индерҙе, һуңынан иң лайыҡлы идеяларҙы һайлау буйынса тауыш биреү үткәрҙе һәм стартаптарҙы тормошҡа ашырыу өсөн документтар әҙерләне. Уҡыусыларҙың дүрт командаһы уҡытыу һәм тәрбиә сифатын яҡшыртыу буйынса үҙ проекттарын тәҡдим итте. Яҡлау бик сағыу һәм әүҙем барҙы. Конкурста ҡатнашыусылар үҙ эштәрен ышаныслы яҡланы. Сосновка мәктәбе был программала тәүгә генә ҡатнашыуына ҡарамаҫтан, балалар ҡыйыу, ижади,ҡыҙыҡлы яңы идеялар тәҡдим итте. Проекттарҙы әҙерләүҙә VIII-IX класс уҡыусылары ҡатнашты.
Һәр программа үҙенсәлекле, мәктәп өсөн бик кәрәкле. “Коворкингбиләмәһе” проекты балаларҙыңбер-береһе менән аралашыу, уҡыу,фекерҙәре менән уртаҡлашыу, ял итеү, уңыштарын, ҡаҙаныштарын,таланттарын күрһәтеү урындарын төҙөкләндереүҙе күҙ уңында тота. Был - Балалар башланғысыүҙәге. Уҡыусылар “Конструктор Куборо” проектында конструкциялау серҙәренә өйрәнергә хыяллана.“Спорт залына - скалодром” проекты өҫтөндә эшләүселәр мәктәптә ҡаяға үрмәләү менән шөғөлләнергә теләй. Был теләктә улар яңғыҙ түгел. Тарихты һөйөүселәр “Интерактив музей” проектын тәҡдим итте. Был проект авторҙары мәктәп автоҡаласығы тураһында хыяллана. Мәктәп музейында экспонаттар күп,ә интерактив музей ҡыҙыҡһындырған предметтың исеме менән сайтта компьютерҙағы төймәгә баҫып, был экспонат тураһында барыһын да белергә мөмкинлек бирә.
Тауыш биреүҙә V-IX класс уҡыусылары ҡатнашты. Проекттар әҙерләп бөткәс уҡыусыларҙың йыйылышы үтте. Инициатив төркөм сығыш яһаны, презентация күрһәтте. Бөтә проекттар ҙа йылы ҡабул ителде. Уҡыусылар тауыш биреү юлы менән тәҡдим ителгән дүрт проекттың бары тик берәүһен генә һайлап алды. “Коворкинг биләмәһе”проекты иң күп тауыштар йыйҙы.