Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Февраль , 14:49

Балалар майҙансығы кәрәк

2017 йылдан башлап, Туҡан ауылы халҡы “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында әүҙем ҡатнаша.

Балалар майҙансығы кәрәк
Балалар майҙансығы кәрәк

Был программа ҙур булмаған ауыл биләмәләре өсөн мөһим проекттарҙы тормошҡа ашырыуға республика ҡаҙнаһынан конкурс нигеҙендә субсидиялар бүлеүҙе күҙ уңында тота. Шул уҡ ваҡытта проекттарҙы һайлап алыу һәм тормошҡа ашырыу, урындағы халыҡтың әүҙем ҡатнашлығында бойомға ашырыла. 2017- 2019 йылдарҙа  Туҡан ауыл хакимиәте һыу үткәргесте һәм ҡасабалағы юлдарҙы ремонтлау буйынса проекттар менән еңеп сыҡҡайны.

Быйыл Туҡан ауылы халҡы балалар майҙансығын һатып алыу инициативаһы менән конкурста ҡатнаша. Ауыл биләмәһе ойошмаларында һәм учреждениеларында йыйылыштар үткәрелде, унда халыҡ ауылдың программала ҡатнашыуы, ауыл өсөн  мөһим һәм кәрәкле булған проекттар тураһында һөйләшеүҙәр үтте.

Ауыл халҡы тарафынан һайланған инициатив төркөм халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып бара, конкурсҡа документтар әҙерләй, майҙансыҡ өсөн урын әҙерләй.

Әлбиттә, проблемаларҙың береһе булып юлдар тора. Шулай уҡ бәләкәй балалары булған ғаиләләргә ярҙам итергә теләйбеҙ. Йәй яҡынлаша, ә балаларға уйнарға урын юҡ!

Балалар баҡсаһында, мәктәптә, китапханала үткәрелгән саралар ауылдың  “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнашыуына арналды. Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм башланғыс кластар уҡыусылары һүрәттәрендә буласаҡ  майҙансыҡтың күренешен һүрәтләне.

Марина АВЕРЬЯНОВА, китапханасы.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: