Егәҙе ауылынан Баҡыйға тиклем ауыр гусеницалы техниканы ташығанда, шулай уҡ, Егәҙе-Баҡый автомобиль юлының ҡәнәғәтләнерлек булмаған участкалары грейдер ярҙамында тигеҙләнә.
Бындай эштәр юлдарҙы таҙартыуҙы һәм тигеҙләүҙе, шишмәләр һәм йылғалар аша үтеү урындарын эшләүҙе, автотранспорттың янғын хәүефе булған участкаларҙағы һыу ятҡылыҡтарына бара алыуы өсөн, һыу ағыҙыу канауҙарын төҙөүҙе үҙ эсенә ала.
Ремонт ауыр гусеницалы техника менән башҡарыла, ул урмандарҙы янғындан һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән.
Эштәрҙе ойоштороуҙа Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығына, Әүжән урман хужалығына, Егәҙе урмансылығына, Белорет районының Урман янғын һағы бүлегенә, муниципаль районы хакимиәтенә, Егәҙе ауыл хакимиәтенә, Баҡый ауылы старостаһына һәм был эштәрҙә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.
Егәҙе ауыл хакимиәте.