Бында ауырыуҙарҙы дауалау, уларға тиҙ ярҙам күрһәтеүгә генә түгел, ә шәфҡәтле, изгелекле булырға, пациенттарға яҡшы мөғәмәлә итергә лә өйрәтәләр. Яңы уҡыу йылы алдынан, колледж тураһында яҡыныраҡ таныштырыу маҡсатында, директор Азат ХАММАТОВҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
- Азат Ғәббәс улы, 2024 йылда колледжға ниндәй һөнәрҙәр буйынса уҡырға ҡабул ителә?
- IX класс нигеҙендә “Шәфҡәт туташы (медбрат), XI класстан һуң “Дауалау эше” (Фельдшер квалификацияһы) һөнәренә бюджет нигеҙенә студенттар ҡабул ителә. Уҡыу Башҡортостан Республикаһының ассигнованиелары иҫәбенә бушлай.
Ҡабул итеү имтихандары юҡ, уҡырға алыу өсөн аттестаттың урта балы нигеҙендә конкурс үткәрелә. Урта балл ни тиклем юғары булһа, конкурстан үтеү мөмкинлеге шул тиклем ҙурырыраҡ.
Ата-әсәләре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына урта һөнәри белем биреүҙең төп программалары буйынса (белем биреү тураһында документтарҙа күрһәтелгән белем биреү программаһын үҙләштереү һөҙөмтәләренә ҡарамаҫтан) беренсе сиратта уҡырға инеү хоҡуғы бирелә.
- Бөгөнгө көндә һеҙҙә нисә студент иҫәпләнә һәм беҙҙең район-ҡаланан тыш, ҡайһы райондарҙан киләләр?
- Бөгөнгө көндә беҙҙә 700-ҙән ашыу студент бар. Был һан йылдан-йыл үҫә, уҡыу кластары барыһына ла етә. Сменала 600 уҡыусы уҡығанын иҫәпләгәндә, был һанды тағы ла арттырыу мөмкинлеге бар.
- Конкурс ҡайһы һөнәргә ҙурыраҡ?
- Күпселек документтар “Дауалау эше” һәм “Шәфҡәт туташы (медбрат) һөнәренә килә. Был Башҡортостан Республикаһында урта звено медицина персоналы етешмәүенә бәйле.
- Студенттар ниндәй стипендиялар ала?
- Бюджетта нигеҙендә һәм тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән студенттарға академик стипендиялар сиректе тик “5”-ле билдәләренә тамамлғандарға юғары стипендия) бирелә. Бынан тыш уҡыуҙа уңышҡа өлгәшкән иң яҡшы студенттарға Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең, Башҡортостан Республикаһы Башлығының, муниципаль район хакимиәте башлығының, Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының стипендиялары бирелә.
- Студенттар алдында колледжды тамамлағас, ҡайҙа эшкә барырға тигән һорау торамы?
- Юҡ. Һәр студент (артабан юғары уҡыу йортона уҡырға ингәндәр, армияға киткәндәр һәм декрет ялындағыларҙан тыш) уҡыуҙы тамамлағас, алдан төҙөгән килешеү нигеҙендә эшкә урынлаштырыла. Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә медицина хеҙмәткәрҙәренә ҙур ҡытлыҡ бара. Шуға күрә, беҙҙең сығарылыш уҡыусыларын һәр ерҙә көтөп алалар.
Әйткәндәй, беҙҙең бинаның бер ҡаты тулыһынса студенттарға практикалар үткәреү өсөн тәғәйенләнгән. Унда муляждарҙа уколар, инъекциялар эшләргә, катеторҙар ҡуйырға, нисек йөрәккә массаж эшләргә, тәүге ярҙамды күрһәтергә, балаларҙы нисек төрөргә, ауырыуҙарҙы нисек урынынан күсерергә кеүектәргә өйрәнәләр. Барыһын да яҡшылап төшөнгәс кенә, улар ҡала поликлиникаһына практика үтергә ебәрелә.
- Һеҙҙә ситтән килгән уҡыусылар өсөн ятаҡ бармы?
- Бюджет нигеҙендә уҡыған студенттар өсөн 360 урынға иҫәпләнгән ятағыбыҙ бар. Ул тулыһынса йыһызландырылған, ял итеү бүлмәләре, душтар, акт һәм видео залдары, уҡыу бүлмәләре, аш-һыу бүлмәһе, буфет бар. Ятаҡ өсөн түләү - 1000 һум тәшкил итә.
Учалы ҡалаһы һәм районынан, Бөрйән, Әбйәлил, Архангель, Ҡырмыҫҡалы райондарынан, Өфө, Магнитогорск, Межгорье ҡалаларынан студенттар бар.
- Колледжы тамамлаған студенттарға дәүләт тарафынан ниндәй ярҙамдар ҡаралған?
- Ауылдарға белгестәр йәлеп итеү өсөн Башҡортостанда “Ауыл табибы”, “Ауыл фельдшеры” программалары тормошҡа ашырыла.
Төбәк етәксеһенең ҡушыуы буйынса Һаулыҡ һаҡлау министрлығында муниципалитеттар сиктәрендә күрһәткестәргә анализ яһалды, шулай уҡ медицина хеҙмәткәрҙәренә социаль ярҙам сараларын баһаланы. Һүҙ дөйөм ятаҡтарҙа хеҙмәт фатирҙары һәм бүлмәләр, социаль ҡуртым килешеүе буйынса торлаҡ биналар, шәхси йорттар төҙөү һәм ҡуртымға торлаҡ алыу өсөн компенсациялар, ер участкалары, шулай уҡ бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр биреү хаҡында бара.
- Республиканан урта һөнәри белем биреү учреждениеларын үҫтереүгә, кадрҙар әҙерләүгә ҡарата ниндәйҙер проекттар бармы?
- Әлбиттә, Радий Хәбиров “Профессионалитет” федераль кадрҙар проектын тормошҡа ашырыу барышын күҙәтеп бара. Ул эш биреүселәрҙең маҡсатлы заказы буйынса белгестәр әҙерләүгә һәм предприятиеларҙы белем биреү процесына йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.
Проекттың принцибы бик ябай. Колледждарҙың матди-техник базаһын үҫтереүгә федераль бюджеттан аҡса бүленә. Берлектә финанслау шарттарында уҡыу йорттарын яңыртыуҙа эш биреүсе предприятиелар, шулай уҡ республика ҡатнаша.
- Һеҙгә уҡырға инергә теләгән сығарылыш класс уҡыусыларына әйтер теләктәрегеҙ?
- Медицина - ул иң гуманлы, йәмғиәт өсөн һәр саҡ иң кәрәкле һөнәр булып тора. Унда осраҡлы кешеләр юҡ. Шуға күрә, был өлкәлә киләсәктә эшләй алмағандар, уҡыуҙарын шунда уҡ ташлай. Әгәр һин был өлкәгә килгәнһең икән - унда бөтә ғүмерең буйы эшләйәсәкһең. Беҙ, студенттарға үҙҙәренең пациенттарына һәр саҡ иң яҡын кешеләренә ҡараған ише булырға өйрәтәбеҙ. Шул саҡта ғына улар был һөнәр эйәһе булырға хоҡуҡлы.
Беҙ, егет һәм ҡыҙҙарҙы үҙебеҙгә уҡырға инергә саҡырабыҙ һәм көтөп ҡалабыҙ! Беҙҙең үҙ эшенең оҫтаһы булған преподавателдәр уларҙы һәр нәмәгә өйрәтергә әҙер.
- Ҙур рәхмәт!