Данил Нужин Учалыла йәшәй, вахта ысулы менән эшләй. Уның тормош иптәше, ике балаһы бар. Ул сертификатҡа эш хаҡын өҫтәп, өс бүлмәле фатир һатып алырға ниәтләй.
Алмаз Солтанов - Абҙаҡтан, “Потенциал-недра” карьерында эшләй. Сертификат тапшырыу тантанаһына ҡатыны һәм балаһы менән килгән. Улар фатирҙы Белоретта һатып алырға ниәтләйҙәр.
“Ошондай уҡ суммаға тағы ике торлаҡ сертификатын һуңыраҡ Рушан Сәлмәновҡа һәм Максим Пироговҡа тапшырабыҙ. Максим әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла,. Беҙ уның имен-һау ялға ҡайтыуын теләйбеҙ һәм сертификат тапшырырға түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Егеттәрҙе торлаҡ сертификаты алыуҙары менән ихлас ҡотлайым һәм үҙ йорттарында ғаилә йылыһында һәм бәхетендә йәшәүҙәрен теләйем”, - тине Андрей Иванович.
Әйткәндәй, закон буйынса быйылғы йылдан ошо документтар менән бөтә Рәсәй биләмәһендә торлаҡ һатып алырға мөмкин.
2023-24 йылдарҙа етем балаларға һәр ҡайһыһы 3 613 764 һумлыҡ 12 сертификат тапшырылған. 2024 йылда Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы бюджетынан ошондай маҡсатлы ярҙам өсөн 34,6 млн һумлыҡ субсидия бүленгән. Был дәүләт ярҙамын Республика Башлығы Радий Хәбиров етди контролдә тота.