Республика Башлығы Радий Хәбиров Республикаға етәкселек итә башлағас, ул төбәктә ысын мәғәнәһендә уңайлы, мауыҡтырғыс ҡала мөхитен булдырыу бурысын аныҡ билдәләне һәм төҙөкләндерелгән йәмәғәт киңлектәре, үҫешкән инфраструктура һәм мәҙәни сараларҙың һәр кем өсөн асыҡ булыуын халыҡтың йәшәү сифатына туранан-тура йоғонто яһай тип фекерен белдерҙе.
Республика етәксеһенең һүҙҙәре ысынбарлыҡта сағылыш тапты. Һуңғы дүрт йылда Башҡортостанда ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы үҙгәртеп-ҡороу буйынса ҙур эш башҡарылды. Тиҫтәләгән парктар, скверҙар, йәмәғәт биләмәләре заманса ҡарарҙар һәм инновацион алымдар ҡулланып төҙөкләндерелде һәм төҙәкләндерелеүен дауам итә. Мәҫәлән, “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2019 йылдан алып республикала 683 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән (шул иҫәптән 2023 йылда - дөйөм суммаһы 1320,3 миллион һумға 123 йәмәғәт биләмәһе, шуларҙың 25,09 миллион һумы - Башҡортостан Республикаһы бюджеты средстволары).
Яңыртылған парктар, скверҙар һәм яр буйҙары ҡала тормошоноң ысын йәшәйеш нөктәһенә әйләнде бөгөнгө көндә уларҙа фестивалдәр, концерттар, спорт саралары үткәрелә. Кешеләргә бында ваҡыт үткәреү, архитектура һәм тәбиғәт матурлығынан ләззәт алыу уңайлы. Шуныһы иғтибарға лайыҡ - был проекттарҙың барыһы ла халыҡтың үҙҙәре ҡатнашлығында тормошҡа ашырыла. Улар ниндәй тейешле объекттарға мохтажлығын билдәләй, үҙ идеяларын һәм тәҡдимдәрен индерә. Бындай әүҙем ҡараш урындағы берләшмәләрҙең теләктәренә яуап биргән, урында йәшәгән халыҡты йәлеп итеү урындарын булдырырға мөмкинлек бирә.
Беҙҙең ҡалала ла ошо проект сиктәрендә үҙгәрештәр күҙәтелә. Шулар араһынан күптәрҙең яратҡан ял итеү үҙәгенә әйләнгән “Офоҡҡа табан атла” паркы, үҙенең үҙенсәлеге һәм матурлығы менән ҡала халҡын ғына түгел, ситтән килгән ҡунаҡтарҙы ла үҙенә йәлеп итә. Был парк бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар араһында Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы, шуның арҡылы 2021-2022 йылдар арыуығында тормошҡа ашырылды.
Проект BLT Built Design Awards 2022 конкурсының “Ландшафт” номинацияһында иң яҡшыһы булды һәм “Алтын Трезини” халыҡ-ара архитектура-дизайнер премияһының алтын дипломын алды. Еңеү яулау арҡаһында, йәйәү йөрөү өсөн һуҡмаҡтар һәм яңы маршруттар, һыуға хәүефһеҙ төшөү һәм ял итеү урындары, шул иҫәптән йылғаға ҡараған урындар барлыҡҡа килде. Парктың үҙендә төрлө саралар үткәреү өсөн инфраструктура, яҡтыртыу һ.б. барлыҡҡа килде.
Парктың элекке сәхнәһе төрлө саралар, концерттар үткәреү өсөн файҙаланыла. Йөрөү зонаһы билдәле боронғо һыу ҡыуҙырыу башняһына тиклем оҙайтылды. Башня янында брусчатка һалынды, эскәмйәләр һәм фонарҙар менән йәйәүлеләр өсөн йөрөү зонаһы йыһазландырылды. Бер һүҙ менән әйткәндә, белоретта ял итеү өсөн цивилизациялы, уңайлы һәм эстетик урын барлыҡҡа килде.
“Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проекты нигеҙендә ҡаланың түбәнге биҫтәһендә 5 580 квадрат метр майҙанлыҡ “Юность” стадионы барлыҡҡа килде. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн белореттар йәмәғәт урындарын һайлау буйынса рейтинг тауыш биреүҙә ҡатнашты. Стадионда йыл әйләнәһенә хоккей уйындары, шулай уҡ спорттың башҡа төрҙәре менән шөғөлләнеү өсөн бөтә шарттар бар. Ҡышҡы ваҡытта унда күптәрҙең көтөп алған сағыу тамашаһы “Ҡайнар боҙ” фестивале уҙа.
Уҙған йылда Замата биҫтәһендә, ике йылға иҫәпләнгән Блюхер һәйкәле эргәһендәге скверҙы реконструкциялау башланды. Әлеге ваҡытта ҡарағай массивында урынлашҡан парк зонаһының бер өлөшө әҙер.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: төҙөкләндереү проектына бик һаҡсыл ҡараш белдерелә, бер генә ағас та ҡырҡылмай, ә заманса инфраструктура өҫтәлә. Хәҙер бында спорт зонаһы, балалар өсөн уйын майҙансығы, шулай уҡ уңайлы йәйәүлеләр юлдары урынлашҡан. Видеокүҙәтеү системаһы ҡуйылған. Уларҙың барыһы ла эко-стилдә эшләнгән.
Проект сквер биләмәһен генә үҙ эсенә алмай. Уның ярҙамында ҡаланың Замата биҫтәһендәге “Метеор” йәштәр хоккей командаһының үҙ йылы бинаһы барлыҡҡа киләсәк. Проектты тикшереү барышында спортсыларҙың кейем алмаштырыу бүлмәһе өсөн модуль ҡуйыу тураһында теләктәр әйтелде. Уларҙың үтенесе иғтибарға алына. Сөнки граждандарҙы ҡала үҫеше мәсьәләләренә йәлеп итеү уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса проекттың төп шарты булып тора.
Быйылғы йылда белореттар “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы буйынса яңыртылған төҙөкләндереү объекттары өсөн йәнә тауыш бирҙе. Унда йәмғеһе 24734 кеше ҡатнашты һәм иң күп тауыш - “Еңеү паркы”н төҙөү өсөн бирелде. Ул Бөйөк Еңеүҙең юбилей йылында төҙөлә башлана.