Һүрәттәге ҡыҙ, ҡарап тороуға, тиҫтерҙәренән бер нәмәһе менән дә айырылмай. Яҡындан танышҡас ҡына, уның шәп, алдынғы, маҡсатлы булыуын аңлайһың. Был ҡыҙҙың үҙенсәлеге нимәлә тиһегеҙ - уның спорт яратыуында.
Эвелина күп балалы ғаиләлә иң өлкәне. Һеңле-ҡустыларының яратҡан апайы, ата-әсәһенең тәүге ярҙамсыһы, тиҫтерҙәренә үрнәк булырлыҡ класташ һәм спортты яратҡан Эвелина Йомағолова Абҙаҡ ауылында тыуып үҫкән. Тырыш ҡыҙ XI класты тамамлап, Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, үҙенә оҡшаған һөнәр һайлау алдында тора.
Ошо көндәрҙә уҡыу йорттарына ҡабул итеү кампанияһы башланды. Эвелина күңеленә ятҡан уҡыу йорттарына документтарын тапшырған да инде. Ә иртәгә республикабыҙҙа сығарылыш класы уҡыусыларына аттестат тапшырыу тантаналары үтә. Эвелинаға ла класташтары менән таныҡлыҡ алыу тантанаһында ҡатнашып, уҡытыусылары, класташтары менән (уҡыусы булараҡ) аралашып, вальс өйрөлөү һәм башҡа хис-тойғолар кисереү мөмкинлеге буласаҡ.
Уның күптәнге хыялы - һайлаған уҡыу йортон уңышлы тамамлап, хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләү. Тырышып уҡыуынан тыш, ҡыҙ спортты ярата. Ҡыҙҙарға хас булмаған көс, таҫыллыҡ һәм етеҙлек талап иткән билбау көрәшен һайлаған ул.
Спорт мастерлығына кандидат, донъя чемпионкаһы кимәленә еткән спортсының ҡаҙаныштары, еңеүҙәре һанап бөткөһөҙ. Эвелина билбау көрәше секцияһына V класта уҡығанда килә. Башта район, һуңынан республика кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнашып призлы урындар яулай башлай. 2022 йылда Октябрьский ҡалаһында үткән Рәсәй Беренселегендә призлы урын яулап, Татарстандың Мамадыш ҡалаһында үткән донъя Беренселегендә ҡатнашып иң көслөләр рәтенә инә һәм V урын яулай. Тырыш ҡыҙ артабан да ошондай спорт сараларында ҡатнашып, тағы ла юғарыраҡ үрҙәргә үрләү маҡсатын ҡуйып, яңылышмай. Һәм шул уҡ йылды Ҡарасәй-Черкес Республикаһында үткән билбау көрәше буйынса ярыштарҙа беренселекте алғандан һуң, Ҡазанда үткән донъя кимәлендәгеһендә чемпион титулын яулай.
Ҡырымдың Алушта ҡалаһында Рәсәй күләмендәгеһендә - I, республикабыҙҙа үткән донъя Беренселегендә III урын яулай. Рязань ҡалаһында 2006 йылғы ҡыҙ һәм үҫмерҙәр араһында Рәсәй Кубогының бронза, Томск ҡалаһында үткән Беренселектә көмөш миҙал алды һәм Ҡазан ҡалаһында үтәсәк донъя Беренселегенә юллама алды.
"Шундай батыр, яғымлы ҡыҙ үҫтергәне өсөн ата-әсәһе Венера һәм Фәнис Йомағоловтарға рәхмәтлемен. Киләсәктә күңеленә хуш килгән һөнәр һайлап, теләгән уҡыу йортона инеүен, маҡсатына ирешеүен теләйем", - ти тренеры Салауат Дауытов.
Тырыш ҡыҙҙың уңыштарын күреп "Потенциал-Недра" йәмғиәте директоры Илсур Дауытов та уны спорт велосипеды менән бүләкләне.
Спорт, яҡшы уҡыу, бәләкәй туғандарына апайҙарса хәстәрлек, тиҫтерҙәренә дуҫ - был сифаттар Эвелинаны һәр ваҡыт оҙатып йөрөй. Әйткәндәй, Эвелина Йомағолова Абҙаҡ урта мәктәбен көмөш миҙалға тамамлай. Бынан тыш, ике йыл рәттән Башҡортостан Республикаһы Спорт министрлығы стипендиаты ла.
Белорет спорт мәктәбенең Абҙаҡ билбау көрәше буйынса секцияһы спортсыһын дәртле, матур ғүмерҙең был миҙгелен иҫтә ҡалырлыҡ итеп үтергә яҙһын. Ошо матур йәшлек мәлендә камиллашырға, маҡсаттарына ирешергә, һәр яҡлап үҫешергә тырышһын Эвелина кеүек йәш быуын.
Башҡортостанда бөгөн (йома) - IX класс; иртәгә, 29 июндә, XI класс уҡыусыларына тантаналы рәүештә аттестаттар тапшырыла. Быйыл IX класты 50 меңдән ашыу, ә XI класты 15 мең самаһы уҡыусы тамамлай.
“Быйыл беҙҙе сығарылыш класс уҡыусылары ҡыуандырҙы. Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостанда 100 балл йыйғандар һаны рекордлы. 147 имтихан эше максималь баһа ала – был былтығыһы менән сағыштырғанда (82) ике тапҡырға тиерлек күберәк. 11 сығарылыш уҡыусыһы бер үк ваҡытта ике предмет буйынса 100 балл йыйҙы, былтыр икеү булды. Был бығаса булмаған һөҙөмтәләр.
Беҙҙең егеттәрҙе ысын күңелдән ҡотлайым! Киләсәктә һөнәр һайлауҙа уңыштар теләйем, һәм уларға һәр саҡ уңыш юлдаш булһын. Шәхсән минең өсөн, һуңғы йылдарҙа йөҙ балл йыйған, олимпия уйындарында еңеү яулаған уҡыусыларҙың артыуы беҙҙең өсөн лакмус ҡағыҙ булып тора, был мәктәп белем биреүҙе модернизациялау буйынса бөтә тырышлыҡтарыбыҙҙың урынлы булыуын күрһәтә", - тине Радий Хәбиров.