Республика Рәсәйҙә 9 проценттан ашыу тауар балы етештереп, ил субъекттары араһында алдынғы урынды биләй. “Башҡорт балы” бренды күптән инде Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә республиканың танылған визит карточкаһына әйләнгән. 2023 йылда Башҡортостандан 115,3 тонна бал һәм умартасылыҡ продукттары экспортҡа оҙатылған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 2024 йылдың 1 ғинуарына республикала бөтә төр милек формаһындағы хужалыҡтарҙа 292,4 мең умарта күсе иҫәпләнә, шуның 263,2 меңе – шәхси секторҙа.
Республикала 300-ҙән алып 2 мең бал ҡорто ғаиләһенә тиклем иҫәпләнгән 15 сәнәғәт умартасылыҡ хужалығы, шулай уҡ башҡорт һәм урта рус тоҡомло бал ҡорттарын үрсетеү буйынса 4 тоҡомсолоҡ хужалығы бар. 2023 йылда түмәр-солоҡ умартасылығына дәүләт ярҙамы күрһәтеүҙең яңы сараһы сиктәрендә республиканың 11 умартасыһына солоҡ һәм түмәр-солоҡ умарталыҡтарын үҫтереүгә 6,9 млн һум йүнәлтелгән, башҡорт популяциялы 708 тоҡомло һәм тауар бал ҡорттары (бал ҡорто ғаиләләре, пакеттары, бал ҡорто инәләре) һатып алына. Дәүләт ярҙамын алыусылар иҫәбендә “Ноҡат” солоҡ умартасылығы башлығы Азамат Заһитуллин да бар.
Республика Башлығы Радий Хәбиров төбәк иҡтисадының нигеҙе булған агросәнәғәт комплексына ҙур иғтибар бүлә. Ауыл хужалығы эш урындары һәм аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә төп роль уйнай. Фермерҙарға төрлө ярҙам төрҙәре, гранттар, субсидиялар һәм ташламалар бар. Төбәк һөҙөмтәлеген һәм конкурентлыҡ һәләтен арттырыу өсөн агросәнәғәт комплексын эҙмә-эҙлекле яңырта.
Районда ла төрлө формалағы үҙ эшен асҡан йүнселдәр ярҙам сараларынан файҙаланып ҡалырға тырыша. Йүнселдәр ҙә, үҙ нәүбәтендә, республика үҫешенә тос өлөш индерә.
Ошо көндәрҙә “Ирҙәр ҡоро” төбәк ойошмаһы ағзалары, атап әйткәндә, замандашыбыҙ Азамат Заһитуллин башланғысында, атайҙар һәм улдар өсөн сираттағы матур сара тормошҡа ашырылды. Республиканың һәм райондың төрлө ҡала, ауылдарынан йыйылған ир-егеттәр “Ноҡат” солоҡ умартасылығында булып солоҡсолоҡ серҙәренә төшөндө.
Милләтебеҙ гимны булған “Уралым”ды атайҙарҙың улдары менән бергә башҡарыуы ата-бабаларыбыҙҙың изге аманатына тағы ла һаҡсыллыҡ тойғоһо тәрбиәләне тиергә мөмкин. Ә ул “Ирҙәр ҡоро” төбәк йәмәғәт ойошмаһының мөһим бурыстарының береһе. Осрашыуҙа иһә ғаилә башлыҡтары улдарын боронғо кәсепкә өйрәтте. Сарала ҡатнашыусылар йәрәбә тартып, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре буйынса инструктаж үткәндән һуң, эшкә тотондо.
Күмәкләшеп ошо кәсепте үҫтереүҙә әүҙем эш алып барабыҙ. Ни өсөн атайҙар һәм улдар һуң?! Ойошманың тәртибенә ярашлы, беҙ атай ролен йәмғиәттә күтәреү өҫтөндә эшләйбеҙ. Бергәләп эшләгәндә генә бәйләнештәр нығына, ғаилә башлығы белгәнен киләсәк быуын ағзаһына, тимәк, улына еткерә, - тине сараны ойоштороусы Азамат Вәхит улы.
Ҡырағай солоҡ балы умартаныҡына ҡарағанда ун тапҡырға тиерлек ҡиммәтерәк. Һуңғы йылдарҙа түмәр-солоҡ умартасылығына иғтибар ҙа, уныңменән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа һиҙелерлек артты. Был тәбиғи ҡырағай, экологик яҡтан таҙа балға, бал продукттарына ихтыяж да булышлыҡ итә.Өҫтәүенә, республика БашлығыРадий Хәбировтың иғтибары ярҙамында солоҡ һәм түмәр умартасылығына ярҙам программаһындаҡатнашыусылар һанын арттырҙы.Ул 50 процентҡа тиклем субсидияалыу мөмкинлеген бирә. Урындағыбал ҡорттары тоҡомон үрсетеү буйынса питомник тотоу менән шөғөлләнеүселәргә лә ярҙам ҡаралған.
“Ирҙәр ҡоро” төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзалары, баш ҡаланан, Белореттан килгән мәртәбәле ҡунаҡтар түмәр умарталары эшләп, тармаҡ үҫешенә лә үҙ өлөшөн индерҙе. Һөнәр үҙләштереүселәр, солоҡсолоҡ менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы ла арттырҙы.
Рәсәй Федерацияһының ДәүләтДумаһы депутаты, республиканың Ирҙәр ҡоро етәксеһе Зариф Байғусҡаров билдәләүенсә, атайҙар улдарына кәсеп-шөғөлдәрҙе, ата-бабаларҙан ҡалған йолаларҙы өйрәтергә тейешбеҙ. “Бөгөн улар бер команда булып,бер-береһенә ярҙам итеп, солоҡ умарта эшләне. Сара барыбыҙға ла оҡшаны, тағы ла ҙурыраҡ эштәр ҡыйратырға дәрт бирҙе. 1-2 ғаиләнең генә ошо шөғөлгә ҡыҙыҡһыныуы артып, эшкә тотона икән, яҡшы буласаҡ бит, - тине депутат.
Тап командала түмәр умартаһын эшләгән атайлы-уллы эш һуңында ырыу тамғаһын да баҫты. Зариф Закир улы солоҡ эшләү оҫталары - Фаил, Наил һәм Йәмил Заһитуллиндарға, Вил Солтановҡа һәмВадим Фазыловҡа Рәхмәт хаттары һәм улдары махсус хәрби операция зонаһында булған, әле ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙарҙың ата-әсәләре Ғиниәтовтар һәм Хабиәхмәтовтар ғаиләләренә бүләктәр тапшырҙы.
Сара халыҡ уйындары, ялан сәйе эсеү менән тамамланды. Был көндә иң бәләкәй ҡатнашыусы, 5 йәшлек Илһам да атаһы Илфат Мырҙағәлинға солоҡ умартаһын эшләште. Был юлы ысын эш ҡоралдарын ҡулына алған, бәләкәй оҫтаға ағас юныу, әлбиттә, оҡшаны. Сарала ҡатнашыусылар йәмғеһе 12 солоҡ эшләне. Улар икенсе йыл, Алла бирһә, умартасылыҡта урын алып, унда ебәрелгән ҡорт күсе үҙенең тәмле һәм шифалы балы менән ҡыуандырыр әле.
Сөләймән ЯНБАЕВ фотолары.