2023 йылда республикала 1,2 мең тоннаға яҡын тауар аквакультураһы объекты, шул иҫәптән, 654 тонна - һаҙан, 400 тонна - бағыр һәм 80 тонна бикре (осетр) балығы, үҫтерелә. Шулай уҡ федераль кимәлдәге дәүләт ярҙамы саралары ла эшләй. Был, тәү сиратта, ташламалы кредиттар, улар етештереү сылбырының бөтә төп этаптарына тарала: махсус аҙыҡ һәм балыҡсылыҡ материалдары һатып алыуҙан килгән продукцияны эшкәртеүгә тиклем. 2023 йылда Рәсәйҙә тауар аквакультураһы етештереүҙең дөйөм күләме 400 мең тоннанан ашып китә, ҡиммәтле диңгеҙ продукттары, шулай уҡ һөмбаш (лосось) һәм бикре балыҡтары етештереү күрһәткестәре күпкә яҡшыра. Шулай уҡ, 2022 йылдан республика фермерҙары “Агротуризм” федераль проектында әүҙем ҡатнаша. Бөгөнгө көндә 9 проект агротуризм тармағында бизнесты үҫтереү өсөн 58,7 млн һум күләмендә грант отто, шуның 5-әүһе 2022-2023 йылдарҙа финансланған да инде.
Бөгөн республикала 10-лаған балыҡ үрсетеү фермалары бар, шуларҙың 2-әүһе - Белорет районында. Агросәнәғәт секторы, ҡулланыусылар баҙарын һәм хеҙмәттәрен анализлау һәм прогнозлау бүлеге начальнигы Олеся Иҙрисова билдәләүенсә, районда балыҡсылыҡ менән шөғөлләнергә теләүселәр бар. Оҙаҡламай Инйәр төбәгендә һаҙан балығын үрсетеү фермаһы булдырыласаҡ, әле документтар рәсмиләштерелә.
...Элек бағырҙы, ҡиммәтле һәм тәмле булғаны өсөн, юғары ҡатлам кешеләренә генә табынға биргәндәр. Шуға ла балыҡты “батшалар балығы”, тиҙәр. Улар шәп ағымлы, шишмә кеүек саф һыуҙа ғына тереклек итә. “Оҙон өй” крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Вадим Кучербаев Бирлеғойо, Тирмән шишмәләре ҡушылдығында, һыуы тап шундай сифаттарға эйә булғаны өсөн, балыҡсылыҡ хужалығын ойошторорға йөрьәт итә лә инде.
Бер нисә йыл дауамында балыҡ үрсетеү менән шөғөлләнеү уй-теләген йөрөткән Вадим Кучербаев район хакимиәтендә уҙған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашып, үҙ пландары менән уртаҡлаша һәм үҙенсәлекле эшмәкәрлек район етәкселеге тарафынан хуплау таба. Эшҡыуар Ноҡат төбәген һайлай. Балыҡсылыҡ йүнәлешендә эшмәкәрлек алып барыуға документтарҙы рәсмиләштереп, оҙайлы ваҡытҡа 2 гектар ерҙе ҡуртымға ала һәм бер ҡайҙан да ярҙам өмөт итмәй, үҙ көсө менән участканы төҙөкләндерергә тотона. Биләмәлә экскаватор менән ҡаҙыу эштәре барып, балыҡ үрсетеү өсөн 3-5 метр тәрәнлектә бер-береһенә йәнәшә өс яһалма быуа-бассейн хасил була. Һыуҙы тултырыу һәм таҙартыу өсөн барлыҡ инженер ҡоролмалары, фильтрҙар урынлаштырылған. Был таҙа тау йылғалары һыуҙары бағыр балығы үрсетеү өсөн иң ҡулайы булыуын билдәләй эшҡыуар. Вадим Венер улы был эшкә тотонор алдынан, 2017 йылда бағыр балығы үрсетеү менән шөғөлләнгән “Адлер” заводында булып, тәжрибә туплай, яҡындан таныша.
Хужалыҡтың өс һыу ятҡылығында проект буйынса ике балыҡ һыу каналы, быуа-тондороу бассейны һәм һыу алыу каналдары урынлашҡан. Йылға һыуы ике каналға бүленә һәм һыу тондоролғандан һуң, яңынан йылғаға ағып төшә. Махсус ситлектәр менән айырылып уратып алынған өс бүлектең береһенә 2 мең селбәрә ебәрелгән. Киләһе йылға был балыҡтарҙың тауар ауырлығы 1 килограмға етергә тейеш. Барыһы ла балыҡтарҙың яңы урынға ерегеп йәшәп китеүенән, ҡыштың нисек булыуынан һәм һыуҙың туңмауынан тора.
- Бүлектәрҙең икеһендә эре балыҡ тауары, - ти хужалыҡ башлығы. - Бөгөнгө көндә тоннаға яҡын тауар балығы етештерһәк, өс йыл эсендә уның ҡеүәтен 5-6 тоннаға еткереү теләге бар. Әлбиттә, беҙҙең төп маҡсат - балыҡ һатып байыу түгел, ә экологик йәһәттән саф төбәктә таҙа һыуҙа яҡшы ҡыҙыл балыҡ үрсетеү һәм тәү сиратта белореттарҙы, республикабыҙҙы сифатлы балыҡ менән тәьмин итеү. Киләсәктә үҙебеҙҙә инкубатор булдырыуҙы, балыҡты “һауыу” тигән үҙенсәлекле процесс нигеҙендә цех төҙөп, сифатлы продукт етештереүҙе лә планлаштырабыҙ. Селбәрәләрҙе сит өлкәләрҙән һатып алғансы, үҙебеҙҙә үҫтереп, үрсетеп тауар балығына тиклем еткереүе күпкә отошлораҡ та. Беҙ, әлбиттә, эшмәкәрлекте этаплап ойошторорға планлаштырғанбыҙ. Тәүгеһе - балыҡ үрсетеү булһа, икенсеһе - гүзәл тәбиғәтле ожмах мөйөшөндә эске туризмды үҫтереү. Киләсәктә тәбиғәт ҡосағында ҙур булмаған заманса йорттар төҙөп, ял базаһы булдырырға ла планлаштырабыҙ. Балыҡ тоторға яратыусылар бағыр ҡармаҡлап, балыҡ ҡурып, уның тәмен татып, ял итә аласаҡ, - тип алдағы пландары менән таныштырҙы Вадим Венер улы.
Предприятие ныҡлап эшләп китһә, бик күп эшсе көстәр талап ителәсәк. Ғөмүмән, эшҡыуарҙың киләсәктә районда агро-туристик йүнәлеш буйынса пландары ҙур. Балыҡсылыҡ тармағы йәйелдерелеүе районыбыҙ иҡтисадына, өҫтәмә эш урындары булдырылыуына, туризм үҫешенә лә ыңғай тәьҫир итәсәгенә шик юҡ.