Тренерлыҡ эшмәкәрлеге спортсыларҙың физик, әхлаҡи һәләттәрен үҫтереүҙе һәм максималь һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн уңайлы шарттар булдырыуҙы үҙ эсенә ала. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы буйынса тәүге тапҡыр әҙерләнгән һәм индерелгән “Ауыл тренеры” программаһы спортсылар тәрбиәләүселәргә ҙур ярҙам булып тора.
Сермән ауылы егете, тай боксы тренеры Фидан СИБӘҒӘТОВ үҫеп килгән быуынды, илебеҙҙең киләсәген тәрбиәләү менән шөғөлләнгән, үҙенең бөтә белемен, оҫталығын, көсөн тәрбиәләнеүселәренә һалған тырыш егеттәрҙең береһе.
Фидан Марат улы мәктәптән һуң Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжын тамамлай. Унан һуң Белорет янғын һүндереү часына эшкә урынлаша. Өс айҙан Ватан алдындағы хәрби бурысын үтәргә армия сафына алына. Унан ҡайтҡас янғын часында эшләүен дауам итә. Тап ошо осорҙа тай боксы менән ныҡлап шөғөлләнә башлай. Был спорт төрө уның булмышы һәм яратҡан шөғөлө икәнлеген аңлаған Фидан бер аҙҙан Сермән ауылында тай боксы буйынса шәхси секцияһын булдырып, эш башлай. Уның секцияларына кескәй малайҙарҙан алып өлкән ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар күпләп йөрөй башлай. Бының менән сикләнеп ҡалмай маҡсатлы егет, күп тә үтмәй ҡаланың Башҡорт архитектура һәм төҙөлөш колледжы базаһында шәхси спорт залын аса.
Тырыш хеҙмәтенең һөҙөмтәләре оҙаҡ көттөрмәй, тәрбиәләнеүселәре тай боксы буйынса чемпионаттарҙа, турнирҙарҙа еңеүҙәр яулай башлай. Эш башлауына ике йыл тигәндә генә 23 алтын, 15 көмөш һәм 5 бронза яулайҙар! Был һандар тренерҙың ни тиклем үҙ эшен яратыуын һәм бирелеп эшләүе тураһында һөйләй.
Фидан Сибәғәтов бөгөнгө көндә Белорет районының Олимпия резервы спорт мәктәбендә муайтай буйынса тренер булып эшләй. Уның секцияларында 5 йәштән алып балалар һәм 50 йәшкә тиклемге ир-егеттәр (йәмғеһе 150 кеше) шөғөлләнә.
Спорт мәктәбендә уның элекке тәрбиәләнеүсеһе Эвелина Хаджиева 2 төркөмдә ҡатын-ҡыҙҙарҙы грепплинг һәм панкратион спорт төрҙәренә өйрәтә. Шулай уҡ Сермәндә лә тай боксы клубында эшләүен дауам итә Фидан.
- Әлеге ваҡытта Сермәндәге клубта ремонт эштәре бара. Тәҙрәләрҙе замансаға алмаштырҙыҡ, газ өсөн аҡса бүленде һәм уны үткәрергә әҙерләнәбеҙ. Архитектура һәм төҙөлөш колледжы бинаһында ла залды ҡайтанан асырға әҙерләйбеҙ. Йәнә бер зал Пушкин урамындағы элекке тәүтикшереү бүлеге бинаһында буласаҡ. Бөгөнгө көндә унда ремонт эштәре тамамланыу өҫтөндә. Был тренажер залымы йәки тәғәйен бер спорт секцияһы өсөн булырмы, әлегә билдәләмәгәнбеҙ.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы буйынса барлыҡҡа килгән “Ауыл тренеры” программаһы сиктәрендә миңә 2022 йылда 600 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды. Был аҡсаға мин машина һатып алдым. Илдәге барған ваҡиғалар арҡаһында машиналарға ҡапыл хаҡтар күтәрелгәс, техникамды ике тапҡырға артығыраҡҡа һатып ебәрҙем. Уның аҡсаһына Белоретта шлакоблоктар эшләү производствоһын асырға ҡарар иттем. Әлеге ваҡытта ҡоролмалар һәм техника һатып алынған, бинаны Урал спорт инвентарҙары заводы директоры Азат Вилданов бирҙе. Азат Риф улы һәр саҡ беҙҙең спортсыларға төрлө ярыштарға барыу өсөн аҡсалата ярҙам күрһәтә. Форсаттан файҙаланып, уға беҙҙең район-ҡалала спорт үҫешенә индергән ҙур өлөшө өсөн рәхмәтемде белдерәм! Был эшем яҡшы ғына башланһа, үҙемдең бер- ике тәрбиәләнеүсемде унда остазлыҡҡа алырға уйлайым, - ти Фидан.
“Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тигән башҡорт мәҡәлендәгеләй, һәр яҡлап үҫешергә тырыша маҡсатлы егет.
2020 йылдан алып эшләп килгән “Ауыл тренеры” программаһының төп факторы - Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә урынлашҡан ауыл тораҡ пункттарында, эшселәр ҡасабаларында, йәиһә 100 меңгә тиклем кеше йәшәгән бәләкәй ҡалаларҙа спортсыларҙы әҙерләгән тренерҙарға бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләүҙәре биреү.
Хәҙер түләүҙәр 1 белгескә 1 миллион һум тәшкил итә һәм маҡсатлы тәғәйенләнешкә эйә: торлаҡ (йорт йәки фатир) һатып алыу; торлаҡ йорт төҙөү өсөн ер участкаһы һатып алыу; йорт төҙөү; ипотека торлаҡ кредиты буйынса йөкләмәләрҙе ҡаплау, шәхси автотранспорт һатып алыу; белем биреү программалары буйынса уҡытыу үтеү.
Проект сиктәрендә 4 йыл эсендә Башҡортостан Республикаһы райондарында эшләгән 176 тренер түләү алған. Тренерҙарға түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 134,8 миллион һум тәшкил итә. 2024 йылда уҡ республиканың 11 муниципаль район һәм ҡалаһынан 21 тренер-уҡытыусыға “Ауыл тренеры” сертификаты буйынса түләүҙәр бирелгән.
Проект ярҙамында республиканың ауыл биләмәләренең кадрҙар мәсьәләһе системалы хәл ителә, шулай уҡ балалар-үҫмерҙәр спорты ла үҫешә.
“Ауыл тренеры” программаһы - һәр бала өсөн юғары ҡаҙаныштарға юл асҡан спорт донъяһына эләгеү мөмкинлеге генә түгел, һаулығын нығытыу форсаты ла. Ата-әсәләр өсөн был “урамдың зарарлы йоғонтоһона” ҡаршы тороу мөмкинлеге һәм мәктәптә физик культура дәрестәренә яңы ҡараш. Мәҫәлән, “Ауыл тренеры” программаһы сиктәрендә күп белгестәр ҡаланан ауылға күсеп, үҙ районының яңы “спорт тарихы”на әүерелһә, “Мәктәпкә - көрәш” программаһы - Рәсәй өсөн уникаль программа, ул Башҡортостанда республика Башлығы ярҙамы һәм кураторлығы менән эшләй - физкультура уҡытыусыларына белем алырға һәм яңы спорт өлкәһендә квалификациялы тренер булырға мөмкинлек бирә.
Зариф СУФИЯНОВ, Инйәр ауыл дауаханаһы мөдире, йәмәғәт лидеры:
- “Ауыл тренеры” программаһы - һәр кем өсөн юғары ҡаҙаныштарға әйҙәгән спорт донъяһына эләгеү мөмкинлеге генә түгел, ә һаулығын нығытыу сараһы ла.
Программа сиктәрендә күп белгестәр ҡаланан ауылға күсеп үҙ районы өсөн мәнфәғәтле эш атҡара, үҫеп килгән быуынды, урындағы халыҡты сәләмәт йәшәү рәүешенә әйҙәй, спортҡа ылыҡтыра. Спорт менән медицина араһында бәйләнеш бик ҙур, тимәк, беҙҙә һау-сәләмәт быуын барлыҡҡа килә.
Дәүләтебеҙ йәштәргә үҙ проекттарын бойомға ашырырға ярҙам иткән, спортсыларға маҡсаттарын тормошҡа ашырырға мөмкинлек биргән, дәртләндергән был программа Республикабыҙ өсөн бик кәрәкле тип һанайым. Сөнки уның әһәмиәте бик ҙур - Башҡортостандың бәләкәй ҡалаларында һәм ауылдарында йәшәгән балаларҙан күп кенә йәш тренерҙар чемпиондар тәрбиәләйҙәр. Бындай проекттарҙы ғәмәлгә ашырған Республика Башлығының эшен хуплап ҡабул итәм.