Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Август , 16:00

Бизнесҡа тура юл менән

Еңеү көнө алдынан ҡаланың 20-се мәктәбендә махсус хәрби операция барышында һәләк булған сығарылыш уҡыусылары - Вадим Гавриков, Айҙар Мостафин, Никита Афанасьев, Мирхәт Сөнәғәтов иҫтәлегенә стела ҡуйылды һәм Мирхәт Хөрмәт улы хөрмәтенә “Герой партаһы” асылғайны. 

Бизнесҡа тура юл менән
Бизнесҡа тура юл менән

Һәйкәлде әҙерләргә һәм ҡуйырға "Үлсәү ҡорамалдары заводы" директоры Максим Копытов ярҙам итте һәм был ярҙамы өсөн муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта уға рәхмәт белдерҙе. 
Максим Копытов "Урал спорт инвентарҙары заводы" директоры Азат Вилданов менән муниципаль район хакимиәтендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” ултырышында ҡатнашып, “Белкаст” суйын ҡойоу заводын асырға тәҡдим итте. Улар  2023 йылдың беренсе ярты йыллығында 20 яңы эш урыны булдырыу һәм 2024 йылда айына 300 тоннаға тиклем ҡеүәткә сығырға планлаштырыуын хәбәр иткәйне. 

Республика Башлығы Радий Хәбиров был идеяны хуплап ҡабул итте.

- “Инвестиция сәғәте” форматындағы кәңәшмәләр инвес- торҙар менән үҙ-ара эш итеүҙең һәм тиҙ идара итеү ҡарарҙарын ҡабул итеүҙең һөҙөмтәле ҡоралы булып тора. Беҙ бындай осрашыуҙарҙы 2018 йылдан алып үткәрәбеҙ һәм уларҙың тик ыңғай һөҙөмтәһен күрәбеҙ. Был ярҙам ҡоралы бизнес һәм власть араһында ышаныс күпере булып тора. Бизнесмендар менән аралашыуҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт. Был бик ҡатмарлы, тырыш эш, әммә ул төбәк иҡтисадына һәм халҡыбыҙға үҙ емештәрен бирә, - тигәйне республика Башлығы Инвестиция комитеты ултырышында сығыш яһағанда.

Шулай итеп, “Белкаст” суйын ҡойоу заводы  йәмғиәте Белоретта 2020 йылдың июнендә теркәлә. Rusprofile контрагенттарҙы тикшереү сервисы мәғлүмәттәре буйынса, 2023 йылда компанияның килеме 9,1 млн. һум тәшкил итә, саф табышы 891 мең һум. Компания Башҡортостанда 150 млн һум инвестиция күләме менән ҡорос һәм суйын ҡойоу заводын төҙөү буйынса проектты тормошҡа ашыра. 

Ҡойоу заводы спорт һәм реабилитация ҡорамалдары өсөн комплектлаусы материалдар сығара. Был “Урал спорт инвентарҙары заводы” һәм “Үлсәү ҡорамалдары заводы”ның берлектәге проекты.

Максим Копытов белдереүенсә, үлсәү ҡорамалдарын етештереүҙә улар суйынға алмаштырырлыҡ материалдар (үлсәүҙәрҙе тикшереү өсөн эталон герҙар һ.б.) ҡуллана. Суйын һуңғы продукцияның хаҡын арзанайта, компоненттар етештереү өсөн үҙ базалары булыуы  һәр ваҡыт тәьмин итеүселәрҙең хеҙмәттәренән файҙаланыуға ҡарағанда отошлораҡҡа төшә.

Улар элек гантелдәр, дисктар һәм тренажерҙар етештереү өсөн күп ҡалдыҡтар ҡалдырған суйын ҡалай ҡулланалар. Ә ул бик ҡиммәтле әйбер. Йәмғиәттә ярты йыл эсендә суйын дисктар етештереүҙе үҙләштереүгә ирешкәндәр һәм киләсәктә герҙар ҡойоуға тотонасаҡтар. Суйын ҡойоуға күсеү арҡаһында һуңғы продукция хаҡының яраҡлы кимәлен һаҡлап ҡала алғандар.

Эш башлаған осорҙа улар производствоны тик үҙ ихтыяждары өсөн, йәғни "Урал спорт инвентарҙары заводы" һәм "Үлсәү ҡорамалдары заводы" өсөн генә эшләтеп ебәрергә ҡарар итә. Республика хөкүмәтенең ярҙамын тойғас, улар тышҡы баҙарға сығырға теләй. Сифатлы суйын ҡойоу менән шөғөлләнгән предприятиелар уларға ҡарата ҡыҙыҡһыныу белдергән.

Башта примитив деталдәр эшләһәләр, яйлап ҡатмарлы геометрияға һәм ҡойолмаларҙың кәрәкле химик составына күсеп, үҙ аллы  деталдәрҙе моделләштерәләр. План буйынса быйыл суйын цехында ҡул эшен алмаштырырлыҡ модель автоматы барлыҡҡа киләсәк.

Яңы производствола дауалау физкультураһы һәм инвалидтар өсөн спорт һәм реабилитация ҡорамалдары өсөн комплектлаусы материалдар сығарыу планлаштырыла. Тап ошондай продукцияны әле Сермәндәге "Урал спорт инвентарҙары заводы" сығара. Эшҡыуарҙарҙың проекты биш йылға иҫәпләнгән, тиҙҙән бында өлгөлө-күрһәтмә предприятие буласаҡ.

- Беҙҙең  инвестиция проекты өҫтөнлөклө статус алды, беҙ йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденты булдыҡ. Беҙҙең проекттың өҫтөнлөклө статусы күп мәсьәләләрҙе тиҙ һәм оператив хәл итергә мөмкинлек бирә. Тәү сиратта был производствоны коммуникацияларға тоташтырыу менән бәйле. Былтыр, мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт министрлығы булышлығында производствоның башланғыс этабын тиҙ арала башлап ебәрҙек, 250 килограмға иҫәпләнгән индукцион иретеү мейесе һатып алдыҡ, башҡа ҡорамалдар ҡуйҙыҡ. План буйынса 1 тоннаға иретеү мейесе һатып алыу күҙаллана. Был хәл быйыл уҡ булыр тип уйлайым. Башҡортостан хөкүмәтенең ярҙамы һиҙелә: быйыл беҙгә газ бирергә вәғәҙә итәләр һәм беҙ етештереүҙе киңәйтә аласаҡбыҙ.

Ғөмүмән алғанда, эшҡыуарҙарға “Инвестиция сәғәте” -  власть менән бизнес араһында аралашыуҙың иң ҡулайлы һәм прогрессив ысулы. Эшҡыуарҙар менән властың бындай аралашыу формаһы үҙен аҡлай: инстанциялар буйлап оҙаҡ йөрөргә, иҫбатларғалда район йәки республика Башлығы йөкләмәләр бирә һәм теләһә ҡайһы ваҡытта проектты тормошҡа ашырыу барышында килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеү өсөн кәрәкле инстанцияға туранан-тура мөрәжәғәт итә алаһың, - ти Азат Вилданов.

Әйткәндәй, Башҡортостан Республикаһы Инвестиция комитеты ултырыштары сиктәрендә 5 йыл эсендә (2019-2023) “Инвестиция сәғәте” форматында 553 инвестиция проекты ҡаралған, 81 323 яңы эш урыны булдырылған. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 1 1012,8 миллиард һум тәшкил итә.

2024 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Башҡортостан Республикаһының өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә планлаштырылған инвестициялар күләме 836,8 миллиард һум һәм 34,8 мең яңы эш урыны булдырылған 340 инвестиция проекты индерелгән.5 йыл эсендә (2019-2023) күрһәтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыу сиктәрендә инвесторҙар 201,6 миллиард һум аҡса һалған һәм 6748 яңы эш урыны булдырған.

Һалым ташламалары, инвестиция һалым ташламаһы, инженер инфраструктураһын төҙөүгә сығымдарҙы ҡаплауға субсидиялар, ҡорамалдар һатып алыуға һәм агросәнәғәт комплексы объекттарын модернизациялауға субсидияларға килгәндә 5 йыл эсендә өҫтөнлөклө инвестиция проекттары инициаторҙарына 21,1 миллиард һум күләмендә дәүләт ярҙамы саралары, шул иҫәптән һалым льготалары - 18,8 миллиард һум, инвестиция һалым ташламаһы - 0,8 миллиард һум, инженер инфраструктураһын төҙөүгә сығымдарҙы ҡаплауға субсидиялар - 0,9 миллиард һум, ҡорамалдар һатып алыу - 0,2 миллиард һум, агросәнәғәт комплексы объекттарын модернизациялауға субсидиялар 0,35 миллиард һум тәшкил итә.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: