Бина эсе лә күңелде төшөрмәй: йылы мөхит, итәғәтле персонал, яҡшы хеҙмәтләндереү. Был юл буйы комплексы Үткәл ауылы йүнселдәре Розалия һәм Рөстәм Мөхәмәтдиновтар тырышлығы менән бер нисә ай элек кенә асылһа ла, буш тормай тиерлек. Кемдер юбилейын, туй мәжлесен, курсташтар, класташтар осрашыуын үткәрә, икенселәр, бигерәк тә, туристар, тәбиғәт ҡосағында ял итергә яратыусылар, заманса йыһазландырылған, бөтә уңайлыҡтары булған ике кешелек бүлмәләрҙә ял итеп, икенсе ҡаттағы ҙур террасаларҙа хозур тәбиғәткә, бигерәк тә,
Рәз тауына, Ҡыраҡа итәгенә һоҡланып иртәнге сәйен эсә, өсөнсөләр, юл ыңғайы инеп, комплекс хужаларының крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында етештерелгән аҙыҡ-түлектән әҙерләнгән сифатлы, экологик яҡтан таҙа аш-һыу менән туҡланып сығырға ашыға. Көн һәм төндөң теләһә ҡайһы ваҡытында бында тәмле һәм арзан аҙыҡ-түлек тәҡдим ителә, оҙон юлдан һуң көс йыйыр өсөн бер нисә сәғәткә йәки төнгә ҡунаҡханала ял итә лә алаһығыҙ. Бының өсөн бында ҡунаҡ йорто бар, ул ике урынлы һигеҙ номерҙан тора. Бүлмәләрҙең һәр береһендә уңайлы карауаттар, душ, бәҙрәф, душ өсөн кәрәк-яраҡтар бар.
“Таш Яр” комплексы юл буйы сервисы булараҡ ҡына түгел, райондың ихтыяждарына ярашлы, бында банкет залы ла эшләй. Беренсе ҡатта урынлашҡан банкет залы айырым инеү урыны менән йыһазландырылған. Ял итеүселәр, тамаҡ ялғарға инеүселәр бер-береһенә ҡамасауламайынса, үҙҙәренең компанияһында үҙаллы ял итә ала. Бында корпоратив-туйҙарға тиклем төрлө саралар үткәрергә мөмкин. Зал 60-70 кешегә иҫәпләнгән. Бында зауыҡлы дизайнды, бай менюҙы, ашнаҡсыларҙың оҫталығын, хатта иң ғәҙәти ризыҡтарҙы әҙерләүгә уларҙың ижади ҡарашын өҫтәп ҡараһаң, комплекстың тораҡ пункттан ситтәрәк урынлашыуына ҡарамаҫтан, килеүселәргә етешһеҙлек булмауы асыҡ күренә.
Буласаҡ комплекс урыны ла осраҡлы һайланмай. Беренсенән, был ерҙәр Мөхәмәтдиновтарҙыҡы булып иҫәпләнһә, икенсенән, хозур тәбиғәт ҡосағында, матур күренеш асылған тап ошо ерҙә юл буйы комплексы төҙөү Розалия Ғилфан ҡыҙы менән Рөстәм Ғәни улының күптәнге хыялы ла. Шулай итеп улар бизнес-проектын тыуған ауылдары янында тормошҡа ашырырға ҡарар итә.
Бөгөн илебеҙ һәм республикабыҙ алдында торған мөһим бурыстарҙың береһе – иҡтисадтың тотороҡло үҫешен тәьмин итеү. Тотороҡло эшләгән сәнәғәт, яңы проекттарҙы тормошҡа ашырған компаниялар, уңайлы бизнес мөхит – быларҙың барыһы ла социаль өлкәне үҫтереү, ышаныслы киләсәкте булдырыу өсөн кәрәк. Шуға күрә Башҡортостанда инвестициялар йәлеп итеү өсөн мөмкин булғандың барыһы ла эшләнә. Был эштең барыһы ла “Инвестиция сәғәте” ултырышында сағыла. Бындай форматтағы ултырыштар 2018 йылдан алып республика етәксеһе Радий Хәбиров башланғысы менән үткәрелә. Биш йыл эсендә өҫтөнлөклө инвестиция проекттары инициаторҙарына 21,1 миллиард һумлыҡ дәүләт ярҙамы саралары күрһәтелгән.
"Инвестиция сәғәте"ндә республикала үҫешмәгән йәки өҫтөнлөклө үҫеш талап иткән яңы йүнәлештәргә һәм етештереү тармаҡтарына иғтибар бүленә. Крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Рөстәм Мөхәмәтдинов та район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта менән республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Инвестиция сәғәте”ндә ҡатнашып, төҙөлөшкә ризалыҡ ала. Розалия Ғилфан ҡыҙының дизайны буйынса тиерлек эшләнгән бина матур ҙа, ыҡсым да килеп сыға. Уға Интернетта ултырып, башҡа юл буйы сервистарын ҡарап, идеялар туплап, тормошҡа ашырырға тура килә. Мөхәмәтдиновтарға лофт стиле күңелдәренә ята һәм бина ошо стилдә биҙәлә лә инде. Бында өҫтәлэскәмйәләр ҙә, карауаттар ҙа, икенсе ҡатҡа илткән баҫҡыс та, йыуыныу бүлмәһендәге һәм башҡа йыһаздар ҙа массив ҡайын ағасынан яһалған. Хужабикәнең идеяларын тормошҡа ашырыуҙа туғаны ярҙам итә. Матур ҙа, стилле лә килеп сыға.
- Был беҙҙең ғаилә проекты. Уны яйлап тормошҡа ашырабыҙ. Унда уңайлы, сифатлы аш-һыу етештерелгән кафе, ял итеү өсөн иркен бүлмәләр, мәжлестәр үткәреү өсөн банкет залы, үҙебеҙҙең крәҫтиән-фермер хужалығында етештерелгән тәмле һәм арзан аҙыҡ-түлек тәҡдим итәбеҙ. Планда - тирә-яҡты артабан да төҙөкләндереүҙе дауам итеп, икенсе бинаны диндар юлсылар өсөн намаҙ уҡыу бүлмәләрен әҙерләү, - ти Розалия Ғилфан ҡыҙы (һүрәттә уңда).
Ысынлап та, юғары уңыштарға өлгәшер өсөн тәгәрмәстә әйләнгән тейен кеүек йүгерергә кәрәк. Мөхәмәтдиновтар шулай эшләй ҙә. Крәҫтиән-фермер хужалығын уңышлы алып барыу, кафе өсөн йәшелсә-емеш үҫтереүҙе лә үҙҙәре башҡара. Был йәһәттән ғаилә башлыҡтарына каникулда булған балалары - студент улдары Ильяс, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се гимназия-интернатында уҡыған ҡыҙҙары Руфинә һәм Ирина ярҙам итә.
- Рөстәм Ғәни улы ауыл янында ошо объектты асып, яңы эш урындарыбулдырҙы. Ауылдаштарыбыҙ бындаэшләп тә йөрөй инде. Беҙ быға бикшат. Районыбыҙҙың бер урында тормай алға барыуы, үҫеүе, туристарҙыйәлеп итеүе бик һөйөнөслө, - ти үткәлдәр ауылдаштары өсөн һөйөнөп. Рәсәй Президенты Владимир Путин да Әбйәлил районына эш сәфәре мәлендә (6 август, 2021 йыл), мин ҙур иҡтисадсы түгел, әммә минең тормош тәжрибәмдән күренеүенсә,"инвестиция" һүҙенән һуң һәр ваҡыт"ышаныс" һүҙе килә. Әгәр ышаныс бар икән, әгәр һине кеше булараҡ,ир-егет булараҡ хөрмәт итәләр икән,һүҙеңә ышаналар икән, инвестициялар киләсәк, тигәйне.
Ысынлап та, йүнселдәрҙең тырышлығы менән бында өс ауылдашҡа эш урыны булдырылған да инде. Артабан да ҡыйыу аҙымдар менән, бер ҡаршылыҡтан да ҡурҡмай алға барырға иҫәп тота Мөхәмәтдиновтар. Был йәһәттән ышаныс та, тырышлыҡ та уларҙа етерлек, сөнки улар йүнселлек менән бер йыл ғына шөғөлләнмәй,тәжрибә лә бар.
Районда юл буйы сервисы объектын асыу - ул, һис шикһеҙ, райондың транспорт инфраструктураһынүҫтереүгә булышлыҡ итеүсе ыңғайаҙым. Был объект Иҙел башы юлдары буйлап йөрөүсе водителдәр өсөн хәүефһеҙлек һәм комфорт кимәлен күтәрергә ярҙам итәсәк. Ә был урындағы халыҡҡа ла, районыбыҙ ҡунаҡтары өсөн дә мөһим.