Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Август , 14:57

Автопарк яңыртыла

27 августа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың 43 медицина ойошмаһына 135 LADA Granta автомобиле асҡыстарын тапшырҙы.

Автопарк яңыртыла
Автопарк яңыртыла

Шул иҫәптән Белорет үҙәк район дауаханаһы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Рәсәй Федерацияһының беренсел һаулыҡ һаҡлау звеноһын яңыртыу” федераль проекты ярҙамында алты яңы машина алды.

Был автомобилдәр пациенттарҙы - дауаханаға, табиптарҙы сирлеләрҙең өйҙәренә алып барыу һәм биоматериалдар ташыу өсөн ҡулланыла. Бер автомобиль Сосновка амбулаторияһына юллана, ҡалған бишәүһе өлкәндәр һәм балалар амбулаторияһы һәм поликлиникаларын хеҙмәтләндерәсәк.

"Йыл башында беҙ өс автомобиль алдыҡ - ике Lada Granta һәм Niva Travel, ә уҙған йылда - ете Niva Travel. Хәҙер Белорет дауаханаһының автопаркы тулыһынса яңыртылған һәм табиптарға ҡала-район халҡына медицина ярҙамы күрһәтеү уңайлыраҡ булыр, тип ышанам”, - тине муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: