Хәҙерге йәмғиәттә, республика, ил күләмендә, шулай уҡ граждандар яҙмышында судьяларҙың, хеҙмәткәрҙәрҙең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Суд системаһының һәр хеҙмәткәре граждандарҙың законлы хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлауға үҙ өлөшөн индерә, был әлеге ваҡытта өҫтөнлөклө дәүләт әһәмиәтенә эйә. Белорет районы һәм ҡалаһының мировой судьялары, ярты йыллыҡ эш һөҙөмтәләре буйынса, гражданлыҡ, административ, енәйәт һәм административ хоҡуҡ боҙоу эштәре буйынса юғары күрһәткестәргә өлгәшкән. Улар тарафынан ҡалала - 8810, районда 4439 эш ҡаралған. Йылдан-йыл халыҡтың мировой судьяға ышанысы арта, был уларҙың профессионаллеге һәм компетентлы, ҙур эштәре һәм камил хеҙмәттәренең дәлиле булып тора. Үҙ көсөңә ышаныу, оптимизм һәм уңыш һине бөтә эштәрҙә һәм башланғыстарҙа оҙатып бара, яңы профессиональ ҡаҙаныштарға илһамландыра, ә эшмәкәрлектең һөҙөмтәләре һәр ваҡыт кешеләрҙең хөрмәтен яулай.
Бинаны асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Юғары Суды рәйесе урынбаҫары Йәүҙәт Иҙрисов, Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Владимир Спеле, район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Светлана Ишморатова һәм коллегалары - урындағы район суды, эске эштәр бүлеге, прокуратура, суд приставтары, адвокаттар коллегияһы һәм башҡа вәкилдәр ҡатнашты.
- Суд власы органдары эшмәкәрлеге дәүләт өсөн дә, граждандар өсөн дә бик мөһим. Судьяларҙың эш йөкләмәһе даими арта. Тәүге ярты йыллыҡта ғына граждандар эштәре буйынса ул 15 процентҡа артҡан һәм шул уҡ ваҡытта енәйәт процестары йөкләмәһе 23 процентҡа кәмей ҙә. Белорет районы һәм ҡалаһы буйынса мировой судьялар алты айҙа 13 мең эш ҡараған. Һәр судьяға уртаса ике меңдән ашыу эш тура килә, шуға күрә эш шарттарының яҡшы булыуы бик мөһим. Мин республика Башлығы Радий Хәбировҡа һәм төбәк Хөкүмәтенә хеҙмәт шарттарын булдырыуға күрһәткән иғтибарҙары өсөн ихлас рәхмәт белдерәм. Шуны ла билдәләп үтке килә: суд власының эшмәкәрлегенә ҡағылышлы инновациялар (һанлаштырыу, электрон эш алып барыу һәм үҙ-ара эш итеү) буйынса беҙ илдә ярайһы уҡ юғары кимәлдә. Ә биналарҙы ремонтлау буйынса эш башҡарылырға тейешле биналар ҙа бар. Хәҙер биш йыллыҡ ремонт программаһы булыуы яҡшы, республика бюджетында ошо маҡсатҡа финанслау ҡаралған. Быйыл Белореттан тыш, тағы ла һигеҙ участканы ремонтлайбыҙ. Сентябрҙә Йәрмәкәй, Бишбүләк райондарында, ә бер аҙ һуңыраҡ Дыуан, Баймаҡ һәм Ейәнсура райондарында яңыртылған судтар үҙ ишектәрен аса. Биналарҙа бөтәһе лә тиерлек ремонтланған, шул иҫәптән конвой биналары һәм техникаһы, антитеррористик яҡлау мәсьәләләре иҫәпкә алынған, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Владимир Иванович.
Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты ғәҙел хөкөмдө яҡшыртыу, ғәмәлдәге ҡануниәт нормаларын бер төрлө ҡулланыу маҡсатында Башҡортостан Республикаһының Юғары Суды менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итә. Йәүҙәт Хәйрулла улы ла үҙ сығышында Белорет ра-
йонында мировой судьяларҙың эше өсөн бөтә заманса суд системаһы нормаларына тап килгән бик яҡшы шарттар булдырылған. Районда йәшәүселәргә лә хәҙер мировой судҡа мөрәжәғәт итеү уңайлыраҡ буласаҡ, тине.
Ҡунаҡтар ал таҫманы киҫкәндән һуң, суд бинаһын ҡарап сыҡты, хеҙмәткәрҙәр менән аралашты. Оҙаҡ йылдар намыҫлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә - ҡала буйынса 1-се участка мировой судьяһы Зөлфиә Төхбәтова һәм судья ярҙамсыһы Марина Берсина, район буйынса 1-се участка мировой судьяһы Ринат Баймөхәмәтов, судья ярҙамсыһы Лилиә Исмәғилева, 3-сө разрядлы өлкән белгес, суд участкаһы аппараты секретары Дарья Щекунова, 2-се участка мировой судьяһы Руслан Абдуллин, мировой судья ярҙамсыһы Гөлнара Хоҙайғолова, мировой суд участкаһы судьяһы аппаратының өлкән белгес-секретары Зөлфирә Нуретдинова, ҡала буйынса 3-сө участка мировой судьяһы Илдар Рәхимов, мировой судья ярҙамсыһы Илүзә Хәсәнова, мировой судьялар аппараты секретары Анастасия Вовк, ҡаланың 4-се участка мировой судьяһы Булат Шинов, судья ярҙамсыһы Альбина Вәлиева, ҡаланың 2-се участка буйынса мировой судья ярҙамсыһы Дарья Усачева, Бөрйән районы буйынса суд участкаһының судья ярҙамсыһы Әлиә Килдейәрова, канцелярия мөдире Алида Ғилманова, 2-се разрядлы өлкән белгес, Межгорье ҡалаһы буйынса суд участкаһы судьяһы аппаратының канцелярия мөдире Ләйсән Мулынбаева, 2-се разрядлы өлкән белгес, Бөрйән районы буйынса мировой суд участкаһы судьяһы канцелярия мөдире Гөлсинә Бикмөхәмәтова, 3-сө разрядлы өлкән белгес - Белорет ҡалаһы буйынса мировой суд участкаһы судьяһы аппаратының секретары Анастасия Батюковаға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитовтың ҡултамғаһы менән Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Яңыртылған бинаны асыу Белорет ҡалаһы халҡы өсөн тағы ла бер иҫтә ҡалырлыҡ мәл булыр, ул граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм азатлығын яҡлау өсөн ысын ғәҙеллек ғибәҙәтханаһына әйләнер, тип ышанабыҙ.