Төрлө йәш төркөмдәре араһында туған телде популярлаштырыуға йүнәлтелгән проектта урта махсус уҡыу йорттары студенттары, педагогтар, тәрбиәселәр, музей, китапхана, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар ҡатнашты.
Курстарҙы Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институты вәкилдәре - филология фәндәре кандидаттары, Өфө фән һәм технологиялар университеты доценттары Илшат Янбаев менән Мөнир Ҡарабаев алып барҙы.
Туған телде белеү, милли, тарихи-мәҙәни үҙенсәлектәрҙе өйрәнеү, үҙләштереү бөгөнгө көндә ниндәй әһәмиәткә эйә? Нисек итеп балала үҙ теленә һөйөү вә ихтирам тәрбиәләргә, әҙәп-әхлаҡ ҡанундарына таянып, милли ерлектә һәр йәһәттән камил, аңлы шәхес тәрбиәләргә? Лекторҙарҙың эҙмә-эҙлекле рәүештә, тормош тәжрибәһенә таянып, ошо һәм башҡа һорауҙарға ентекле яуап биреүе, телгә, мәҙәниәткә, тарихҡа ҡағылышлы ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән бүлешеүе, һис шикһеҙ, һәммәһендә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Илшат Камил улы билдәләүенсә, телгә һөйөү иң элек ғаиләнән башлана:
- Баланы ҡамсылап, үҙ телен яраттырып булмай. Әсә телендә һөйләшергә, аралашырға өйрәткән, уға ҡарата һөйөү, ихтирам тәрбиәләгән төп мөхит - ғаилә. Атай-әсәй үҙ-ара башҡортса аралаша икән, тимәк, балалар ҙа туған телен аңлап, белеп үҫә. Урындағы тәбиғи, тарихи-мәҙәни ҡомартҡылар, ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар, туған телендә ижад йә эшмәкәрлек иткән билдәле шәхестәр - быларҙың барыһы ла, тәү сиратта, тәрбиә сығанағы. Ҡыҙ-малайҙарға улар тураһында һөйләргә, ошо иҫтәлекле урындарға бергәләп сәйәхәт ҡылырға мөмкин. Ырыу-нәҫел ағасы - шәжәрәне өйрәнеү ҙә милли үҙаңды үҫтереүҙә, тамырҙарҙы тәрәнәйтеүҙә мөһим роль уйнай, - ти ғалим.
Мөнир Иҙел улы атай-әсәйҙән балаға халыҡтың быуаттар дауамында нығынған, шымарған, милли үҙенсәлектәрен, менталитетын һәм рухи-әхлаҡи ҡараштарын сағылдырған милли мәҙәни кодтың күсергә тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Тел - ул рух көсө, тәрбиә сығанағы. Ни тиһәң дә, әсә телен белмәгәндәр бер килеп үкенес тойғоһон кисерәсәк, ғүмер буйы үҙҙәрен кәмселекле тоясаҡ. Үҙ телеңдең мелодикаһы, яңғырашы хатта эмоциональ көсөргәнештән, көйһөҙлөктән ҡотолорға ярҙам итә, - тип билдәләне ул үҙ сығышында.
Бынан тыш, белем биреү учреждениеларында тел дәрестәренә бүленгән сәғәттәрҙең кәмеүе, атай-әсәйҙәрҙең ғариза арҡылы балаһын туған телде тәрәнерәк өйрәнеүҙән мәхрүм итеүе лә телгә бәйле мәсьәләне ҡырҡыулаштырмай ҡалмай, тип аңғарта лекторҙар.
Халыҡтың киң ҡатламдарына телгә, тарих вә милли мәҙәниәткә ҡағылышлы мәғлүмәт еткереүҙе, ошо сығанаҡтар арҡылы йәш быуынды тәрбиәләү мәсьәләләрен уртаға һалып һөйләшеүҙе, фекер алышыуҙы күҙаллаған осрашыу, һис шикһеҙ, һәммәһе өсөн дә фәһемле булды. Тыңлаусылар ҙа үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды.
“Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү” дәүләт программаһы сиктәрендә бүленгән гранттар арҡылы ғәмәлләшкән был проект тураһында Мөнир Ҡарабаев бына нимә ти:
- Быйыл был грантҡа республиканың өс юғары уҡыу йорто - Өфө фән һәм технологиялар университеты, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге педагогия университеты һәм беҙ вәкил булып килгән Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институты лайыҡ булды. Быға тиклем курстар Мәләүез, Миәкә, Салауат, Учалы райондарында ойошторолдо. Һәр ҡайҙа ла халыҡ әүҙем, ҡуш ҡуллап ҡаршы алалар. Хатта ки башҡа милләт кешеләре лә ситтә ҡалмай.
Әйткәндәй, башҡорт телендә барған лекцияларҙы тыңларға райондың “Үҙәкләштерелгән китапхана системаһы” директоры Любовь Кузьмина ла килгәйне. “Башҡорт телен мәктәп эскәмйәһенән бирле өйрәнәм тиһәм, бер ҙә хата булмаҫ. Тормош иптәшем дә татар милләтенән. Башҡортса яҡшы аңлаһам да, иркен һөйләшергә, яҙырға, уҡырға, хатта киләсәктә тәржемә эше менән шөғөлләнергә теләйем. Телдәрҙе белеү - үҙең өсөн әллә күпме яңы мөмкинлектәр асыу ул”, - ти Любовь Васильевна һәр ваҡыттағыса ихласлыҡ менән.
Эйе, үкенескә ҡаршы, бөгөнгө көндә үҙ телебеҙҙе өйрәнеү еңел бирелмәй. Кемдер, бәлки, был мәсьәләгә Хөкүмәт тарафынан етерлек иғтибар бүленмәүенә, бәғзеләр теге йә был өлкәлә туған телде белеү талап ителмәүенә һылтаныр. Ә үҙаң? Һәр кемдең күңелендә уның рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндергән, үҙен теге йә был милләттең бер өлөшө итеп ҡабул ҡылдырған эске теләк, ынтылыш булырға тейеш тәһә!? Ғаилә ҡорған ике ҡара башҡорттоң (ҡара, тимәк, ысын) балалары алдында вата-емерә урыҫса аңлашыуы, ул-ҡыҙҙарының “папа”, “мама” тип телдәре асылыуы, әлбиттә, киләсәктә рухһыҙ, милләтһеҙ маңҡорттарҙың “үрсеүенә” булышлыҡ ҡына итәсәк. Һәм был осраҡта мәктәп тә, Хөкүмәт тә бер нисек тә ярҙам итә алмаясаҡ.