Бында өс йәшкә тиклемге балаларҙың ата-әсәләре, йөклө һәм бала имеҙгән ҡатындар, аҙ тәьмин ителгән һәм баланы ҡарауға алған ғаиләләр бушлай һөт һәм һөтлө ашамлыҡтар өсөн килә. Махсус хәрби операция башланғандан алып был исемлеккә хәрбиҙәрҙең (шул иҫәптән өйҙәренә ҡайтҡандары) йөклө һәм бала имеҙеүсе ҡатындары, шулай уҡ уларҙың өс йәшкә тиклемге балалары ла өҫтәлде. Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылы тип иғлан ителгәндә, хәрби операция ветерандарының ғаиләләре бушлай "Һөт кухняһы" продукцияһына хоҡуҡ аласаҡ, был ҡулланыусыларҙы 1,5 мең кешегә арттырасаҡ. Республикала “Һөт кухняһы” Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы буйынса 2019 йылдан алып эшләп килә.
Дәүләт автономиялы учреждениеһы эшләй башлағандан алып республикала ете етештереү цехы ойошторолған. Башҡортостан муниципалитеттары биләмәһендә 132 таратыу пункты, шул иҫәптән 63 фирмалы таратыу пункты, дәүләт дарыуханалары базаһында 8 пункт, 61 мобиль таратыу пункттары бар. Әлеге ваҡытта “Һөт кухняһы” менән республикала 27 мең 904 кеше, шул иҫәптән 486 йөклө ҡатын, 621 имеҙеүсе әсә, 3 йәшкә тиклемге 25 616 бала һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың 1 181 ғаилә ағзаһы файҙалана. 2024 йылда етештереү күләме (дәүләт заказы): 10 399 563 һөт продукцияһы, шуның 4 930 531 - һөт, 4 014 481 - йогурт һәм 1 454 551 эремсек (порцияларҙа). “Һөт кухняһы”ның ассортименты ла киң, ул 32 төр продукция етештерә. Улар араһында - һөт, эремсек, бәләкәй балаларҙы туҡландырыу өсөн төрлө тәмле йогурттар, балалар печеньеһы. Ә 2024 йылдың июненән өлкәндәр һәм өс йәштән өлкән балалар өсөн яңы төр һөт ризыҡтары - ПЭТ-шешәләрендә һөт һәм кефир, ҡаймаҡ, эремсек сығарыла башланы.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының һөт кухнялары селтәрен үҫтереү йәһәтенән эш һөҙөмтәлелеген билдәләне һәм ведомствоға етештереү ҡеүәтен арттырыу эшен дауам итергә ҡушты.- Беҙҙеке кеүек проект, ошондай форматта һәм ошондай етештереү күләме менән, илдә бер нисәү генә. Шуның өсөн “Һөт кухняһы” командаһына рәхмәт, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Хәҙер үҫеш өҫтөндә уйларға кәрәк. Ике төрлө йүнәлештә эшләргә мөмкин. Тәүге осраҡта тауарҙар ассортиментын киңәйтергә, яңы файҙалы һәм тәмле продукттар булдырырға, йәки икенсе - етештереү күләмен арттырып, яңы баҙарға сығыу вариантын ҡарарға була. Республикала һөт күп, уны эшкәртергә кәрәк. Һөт ризыҡтары менән бушлай тәьмин итеүгә ғаризаны күп функциялы үҙәктең бөтә офистарында йәки “Һөт кухняһы”н биреү пунктында бирергә мөмкин. Быйылғы йылдан алып документтарҙы “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша электрон вариантта тапшырырға була.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларына һөт продукцияһын алыр өсөн Башҡортостандың хәрби комиссариатынан граждандың махсус хәрби операцияла ҡатнашыуын раҫлаған белешмә, поликлиниканан белешмә, паспорт күсермәләре, бала тыуыу һәм никах тураһында таныҡлыҡтар кеүек документтар кәрәк. Ғаиләнең килем кимәле иҫәпкә алынмай.Хәҙерге ваҡытта ғариза биреү процедураһы өсөн аҙ ваҡыт талап ителә, сөнки мәғлүмәттәр шәхси кабинетта автомат рәүештә тултырыла. Электрон документтар тиҙерәк эшкәртелә һәм ғаризаның статусын ҡарауҙың бөтә этаптарында ла күҙәтергә мөмкин.Дәүләт заданиеһын үтәүҙән тыш, учреждениеның бюджеттан тыш эшмәкәрлеген үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә.
Үткән йылдың июненән “Һөт кухняһы” өлкәндәр өсөн аҙыҡ-түлек етештереүҙе башлағайны. Өлкәндәр өсөн продукция, балаларҙыҡы кеүек үк, тулыһынса тәбиғи состав менән айырылып тора. Ул урындағы фермер хужалыҡтары тарафынан тәьмин ителгән нормалләштерелгән һөттән етештерелә, уға бер ниндәй ҙә яһалма ингредиенттар өҫтәлмәй һәм ул майҙың масса өлөшө буйынса билдәләнгән талаптарға тап килә. Продукт шулай уҡ яңыртылған “Хәләл” сертификатына эйә. 2024 йылда “Һөт кухняһы”нан балалар өсөн әҙерләнгән һөт “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары - 2024” абруйлы конкурсы лауреаты исеменә лайыҡ була, ә бер литрлы ПЭТ-бутылкаға һалынған 3,2% майлы пастеризацияланған эсемлек һөтө “Беҙҙең бренд” конкурсында Гран-при яулай. Бынан тыш, “Һөт кухняһы” 2023 йылғы Башҡортостан Хөкүмәтенең сифат өлкәһендәге премияһына дәғүә итеүгә республика конкурсы йомғаҡтары буйынса продукцияның һәм күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең юғары сифаты өсөн икенсе дәрәжә диплом ала.
Учреждение үҙ үҫешенең бөтә аспекттары өҫтөндә, клиенттарҙың заманса ихтыяждарына һәм көтөлгәндәренә яуап бирерлек итеп, хеҙмәттәрҙе алыу өсөн мөмкинлектәрҙе яҡшыртып һәм бюджеттан тыш эшмәкәрлекте киңәйтеп, системалы эшләй.