Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Март 2025, 11:40

Халыҡ ѳсѳн уңайлы булһын

Белорет районының Тимер юл, Ҡоҙғон-Әхмәр, Үткәл, Ҡаһарман, Аҙналы ауылдарында фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды

Сатура Мингажитдинова
Фото: Сатура Мингажитдинова

Һуңғы йылдары райондың күп кенә ауылдарында "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә төҙөлгән фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды. Башҡортостанда фельдшер-акушерлыҡ пункттарын төҙөүгә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "май" указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты булышлыҡ итә. Проекттың төп маҡсаттарының береһе: халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәрен, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү.  Шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм онлайн мониторинг үткәреү алымдарын  ҡулланыу. 
Белорет үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илдар Хәмитов әйтеүенсә, үткән йылда районда бер нисә ФАП асылды. "Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау" проекты сиктәрендә Аҙналы ауылында ла фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй башланы.

- Проект медицина ярҙамының уңайлылығын һәм сифатын арттырыуға, пациенттар ҡабул итеү һәм медицина персоналына эшләү  өсөн уңайлы шарттар булдырыуға йүнәлтелгән. Ауылдар халҡы сифатлы тәүге медицина ярҙамы алыу мөмкинлегенә эйә. Әле ауылдарҙа асылған ФАП биналары яҡты һәм уңайлы, халыҡ уларҙы тейешенсә баһалар тип уйлайым,
тине Белорет үҙәк район дауаханаһының баш табибы  Илдар Хәмитов. 

2024 йылда райондың Тимер юл, Ҡоҙғон-Әхмәр, Үткәл, Ҡаһарман ауылдарында фельдшер-акушерлыҡ пункттары барлыҡҡа килде, улар ЭКГ аппараттары, дефибрилляторҙар, ҡорамалдар өсөн махсус шкафтар һәм башҡа заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған һәм халыҡҡа сифатлы медицина хеҙмәтләндереүе күрһәтә. Ҡоҙғон-Әхмәр ауылындағы ФАП 200-ҙән ашыу пациентты хеҙмәтләндерә. Оҙаҡ йылдар фельдшер булып эшләгән Әлфиә Ғәлинаға ауылда йәшәгән һәр кеше таныш.  Үткәл ауылы фельдшер-акушерлыҡ пунктына 300-ҙән ашыу кеше теркәлгән. Мобиль пунктҡа фельдшер Айһылыу Йомағужина етәкселек итә. Ул да оҙаҡ йылдар эшләй һәм үҙенең эшен яҡшы белә. Һәр мобиль пунктта һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн пандустар  урынлаштырылған. Биналар яңы ҡорамалдар һәм йыһаздар менән тәьмин ителгән. Тәүге медицина-санитар ярҙам системаһын үҫтереү - "Һаулыҡ Һаҡлау" милли проектының төп йүнәлештәренең береһе. Ул фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм мобиль медицина комплекстары төҙөүҙе, шулай уҡ йыл һайын профилактик медицина тикшереүҙәре ойоштороуҙы күҙ уңында тота.

- Беҙ, иҫке фельдшер-акушерлыҡ пункттарын тулыһынса яңыртасаҡбыҙ. Һуңғы йылдарҙа республикала 490 модулле конструкциялы ФАП, шулай уҡ ауыл участка дауаханалары сафҡа индерелде. Элекке медицина торошо менән сағыштырырлыҡ та түгел, һуңғы йылдарҙа ныҡ алға киттек, бигерәк тә ауыл медицинаһы инфраструктураһын тейешле кимәлгә күтәрҙек. Милли проекттың тағы бер мөһим бурысы - һаулыҡ һаҡлау тармағын кадрҙар менән тәьмин итеү, һәр фельдшер-акушерлыҡ пунктында медицина хеҙмәткәрҙәрен булдырыу,
тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

"Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә төҙөлгән фельдшер-акушерлыҡ пункттарының береһе райондың сигендә урынлашҡан Ғәбдѳк ауылында урынлашҡан. Ошо кѳндәрҙә Ғәбдѳк ауылына юл тѳшкәс, фельдшер-акушерлыҡ пунктына индек.  Бында 150-ләп ауыл халҡы һәм 79 бала хеҙмәтләндерелә. 
ФАП мѳдире Гөлсинә Баязитова 30 йылға яҡын ауылдаштарына медицина ярҙамы күрһәтә. Бында беренсел медицина ярҙамы алыу, диспансерризация үтеү өсөн тейешле шарттар бар. Медикаменттар һаҡлау, прививкалар эшләү, пециенттар  өсөн айырым бүләмәләр бар. Яңы заманса  аппараттар, ҡорамалдар өсөн махсус шкафтар ҡуйылған.  
Эйе, әлегә ауылдарҙа иҫке ағас биналарҙа урынлашҡан, заман талаптарына яуап бирмәгән медпункттар ҙа етерлек. Уларҙа һыуыҡ һәм тейешле шарттар юҡ. Әммә алдағы йылдарҙа райондың башҡа ауылдарында ла модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылыр, тип ышанабыҙ. 
Йѳйәк ауыл хакимиәте башлығы, йәмәғәт лидеры Рифат Ғилманов: 

- Модулле ФАП 2023 йылда тѳҙѳлдѳ. Уға тиклем ФАП урынын, электр сымдарын һуҙып, һыу үткәреп әҙерләп ҡуйҙыҡ. Был эштәрҙе Йѳйәк ауыл хакимиәте башҡарҙы. Модулле ФАП-тар һәр ауылға кәрәк. Ғәбдѳк халҡы ла яңы ФАП-ҡа шатланды. Элек тә ауылдың фельдшер-акушерлыҡ пункты шарттары насар булманы. Ул ауыл мәктәбе бинаһында урынлашҡайны. Айырым ФАП булғас, бигерәк тә уңайлы. ФАП тѳҙѳүҙә муниципаль район хакимиәте ярҙамы ла ҙур булды. Бындай объекттың асылыуы ла барыһы өсөн бик шатлыҡлы күренеш.

Гөлсинә Ильяс ҡыҙынан яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләүе нисек, тип ҡыҙыҡһынабыҙ. 

- Әлбиттә, яңы пункта эшләүе күпкә еңел, - ти ул ихлас йылмайып. Иң беренсе эш урыныбыҙ ағас йортта булды. Санитаркалар мейескә ут яғып медпунктты йылытып ҡуялар инеләр. Пациенттар килгәнсе шприцтарҙы ҡайнатып ҡуябыҙ. 2005 йылда Президентыбыҙ Мортаза Рәхимов ауылға мәктәп тѳҙѳттѳ. Унда китапхана һәм фельдшер пунктын да урынлаштырҙылар. Яҡшы шарттарҙа эшләнек, ауырып киткән кешеләрҙе ҡабул итергә, дауаларға бар мѳмкинлектәр булды. Ул ФАП-та 15 йыл эшләнек. Үткән йыл республикабыҙҙың ауылдарындағы модулле ФАП беҙҙә лә асылды. 2024 йылдың февраль айында бар шарттары булған яңы бинала эшләй башланыҡ. Йѳйәк ауылы хакимиәте башлығы Рифат Ғилманов тырышлығы менән ФАП тиҙ тѳҙѳлдѳ, ауыл халҡының ярҙамы ла күп булды. Дарыуҙар менән тәьмин итеүҙә ѳҙѳклѳктәр юҡ. Ауыл халҡына кәрәкле, беҙ һораған дарыуҙарҙы ҡаланан килтереп китәләр. Яҙғы ташҡынға әҙерләндек, медикаменттарға ҡытлыҡ юҡ, һораған дарыуҙарҙы Инйәр дауаханаһынан ебәреп торалар. Тиҙ ярҙам машинаһы тураһында ла әйтеп үтке килә. Тѳрлѳ ваҡыттар булып китә, әгәр берәйһе тѳндә ҡаты ауырып китһә, ауыл кешеләре ярҙамға килә. Үҙҙәренең техникаһы менән ауырыуҙы тиҙ ярҙам машинаһына ҡаршы алып баралар. Ауырыуҙарға Инйәр врач амбулаторияһы терапевы тәғәйенләгән дауаларҙытейешенсә үтәйбеҙ. Оло кешеләргә лә, балаларға ла айырыуса иғтибар итергә тырышам. Үҙемдең дә ата-әсәйем оло йәштә. Ауыл халҡы татыу, бер-береһенә ярҙам итергә әҙер торалар. Юл насар тип зарланып булмай. Юлды ҡышын һәр саҡ таҙартып торалар. Яҙғы ваҡытта ғына бер аҙ юлдар насарланып ала. Ауыл ерендә бар уңайлыҡтары булған, айырым ФАП булыу яҡшы. Урындағы халыҡ бында тейешле медицина ярҙамы, өйгә яҡын ғына диспансерлаштырыу, вакциналау үтә, дауаланыу ала,
ти ФАП мөдире тине Гѳлсинә Ильяс ҡыҙы.

Бер модулле ФАП-ты булдырыуға, йыһазландырыуға ғына Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 3 миллион 600 мең һум аҡса йүнәлтә. Шуға ла яңы тѳҙѳлгән  ФАП-тарҙы ҡәҙерләп тотонорға, оҙаҡ йылдар файҙаланырға яҙһын. 

Автор: Сатура Мингажитдинова
Читайте нас