Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Декабрь 2025, 11:01

Тауҙарҙан тик тауҙар ғына яҡшы...

Йыл һайын 11 декабрҙә Халыҡ-ара тауҙар көнө билдәләнә. Тауҙар көнө 2003 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы ҡарары менән булдырылған. 

Тауҙарҙан тик тауҙар ғына яҡшы...
Тауҙарҙан тик тауҙар ғына яҡшы...

Был дата тау экосистемаларының әһәмиәтенә һәм уларҙы һаҡлау менән бәйле проблемаларға иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Тауҙар - миллиардлаған кеше өсөн йәшәү сығанағы. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, яҡынса 1,1 миллиард кеше һыу, аҙыҡ һәм энергия сығанағы булараҡ тауҙарға бәйле. Тауҙарға ғашиҡ булған, уның түбәһен яуларға хыялланған йәки мөһабәт матурлығы менән һоҡланған һәр кем өсөн үҙенсәлекле көн ул. 
Тау тигәндә, иң беренсе, күҙ алдына Уралыбыҙ баҫа. Унан һуң һәр беребеҙҙең тыуған яғы тауҙары. Бейек булһа ла, тәпәш булһа ла, улар - беҙҙең өсөн донъялағы иң ҡәҙерле түбәләр. Тауҙар - ҡалҡыулыҡ ҡына түгел, ә үҙенсәлекле үҫемлек, хайуан-кейек төрҙәре, инеш-шишмәләр, шул иҫәптән шихандар башы ла. Тирә-йүндең барлыҡ серлелеген һаҡлаған ғорур һәм мөһабәт тауҙар кешеләрҙе нимәһе менән үҙенә ылыҡтыра һуң?! Бында ниндәйҙер серлелек бар төҫлө. Донъяның да бит матурлығы тыуып-үҫкән ереңдең хозурлығын күрә, уға һоҡлана белеүҙә. Түбәләре күккә олғашҡан тауҙан тирә-яҡ та ус төбөндәгеләй тойола. Һиҙмәҫтән, тап тау башында, үҙеңдең бөйөклөгөңдө тояһың, тауҙар аҡтарырға ла әҙер булыуыңа инанаһың. Кисерештәр тулҡынында ниндәйҙер көс, дәрт уяна. Бына шундай кисерештәр тыуҙыра ла инде кешелә тауҙар. 
Башҡортостан - Урал тауҙарының әүҙем ял һәм мажаралар яратыусылар өсөн маршруттар йомғағына әүерелгән, таулы тәбиғәте менән һоҡландырған төбәк. Бында бейек һырттарҙың ҡырыҫ матурлығы, тарлауыҡтар, көтөүлектәр һәм ҡуйы урман гармониялы яраша. Тау туризмы төбәк өсөн ландшафт менән танышыу ысулы ғына түгел, ә урындағы берләшмәнең иҡтисади һәм мәҙәни үҫешенең мөһим өлөшө булып тора.
Статистика мәғлүмәттәре буйынса 2025 йылдың ғинуар-сентябрь айҙарында Башҡортостанға 1,6 миллиондан ашыу турист килгән. Башҡортостан туристар ағымы буйынса Волга буйы федераль округында өсөнсө урында килә.
- Республика ял һәм мәҙәни сәйәхәттәр өсөн көндән-көн мауыҡтырғыс була бара. Туристар ағымының артыуы дөрөҫ йүнәлеш алыуыбыҙҙы күрһәтә. Инфраструктураны үҫтерәбеҙ, маршруттарҙы киңәйтәбеҙ, сервис сифатын күтәрәбеҙ, - тигәйне Премьер-министр Андрей Назаров.
Бөгөнгө көндә республикала 66 туроператор эшләй, улар ҡунаҡтарға 800-ҙән ашыу туристик маршрут тәҡдим итә. Бында фәнни программалар, йылға буйлап ағыуҙар, тау һуҡмаҡтары һәм йәйәүле сәйәхәттәр бар.
Эске туризм буйынса эксперт, үҙе лә тауҙарҙы яратыусы Рина Гринберг билдәләүенсә, август һәм көҙ башында республикала ялға ихтыяж ҙур булыуы былтырғы күрһәткестәргә кире ҡайтырға һәм уларҙы бер аҙ арттырырға мөмкинлек бирә.
- Август - ял айы, шуға ла былтырғы ете ай йомғаҡтары буйынса теркәлгән туристар ағымынан арттараҡ ҡалырға мөмкинлек бирҙе, тип уйлайым. Өҫтәүенә, көҙ яҡшы килгәнлектән, кешеләрҙе сәйәхәт итеүгә дәртләндерҙе. Әлегә йыл аҙағынан ниндәйҙер яҡшы һөҙөмтәләр көтөргә кәрәкмәй, декабрь башланды, ә ҡар һаман юҡ. Былтыр ошо ваҡытта ҡар ҡатламы ятып, температура төшкәйне, тау саңғыһы үҙәктәре лә эшләне. Әлегә ҡышҡы миҙгелдең башланыуы һауа шарттарына бәйле кисектерелә, һәм, әлбиттә, был ҡунаҡтар һанына ла, урынлаштырыу объекттарының да, тулайым алғанда, туристик индустрияның да табышына йоғонто яһай, - тине ул.
Ә тәбиғәтте, бигерәк тә, тауҙарҙы яратҡандарға ҡарҙың булыуы-булмауы ла мөһим түгел. Йәйге селлә йәиһә һыуыҡ ҡыш булһынмы, яҙ-көҙөнә ҡарамай, улар бейеклектәр яулай, дуҫ-иштәре менән тауҙарға артыла. Әлбиттә, бөтә кеше лә тауҙарға сәйәхәт ҡыла алмай. Бының өсөн тауҙарҙы ярата белергә кәрәк. Улар ҙа бит үҙҙәре кеүек көслө, ныҡ, сыҙам кешеләрҙе генә ҡабул итә. Район, республиканың ғына түгел, Рәсәй, сит ил тауҙарын яулаған һәүәҫкәр фотограф Елена Перминованың тәбиғәт, бигерәк тә, тауҙар менән бер бөтөн булыуы уның фотоһүрәттәрендә сағыла. Был ханымдың тауҙар тураһында ихлас һөйләүен тыңлаһаң, социаль селтәрҙәрҙә, күргәҙмәләрҙә урын алған фотоһүрәттәрен ҡараһаң, ысынлап та, тауҙарға ғашиҡ булыуына инанаһың.
- Тауҙар миңә энергия, йәшәүгә яңынан-яңы көс, ҡеүәт, дәрт бирә. Был - тынлыҡ һәм тыныслыҡ, был - тау түбәһендә тәмле сәй эскәндә әйтеп бөтөргөһөҙ рәхәтлек. Тауҙарға булған һөйөүем бәләкәйҙән килә. Атай-әсәйем бала сағымдан тауҙарға бергә алып йөрөгән. Ә тәүге күтәрелеүем атайымдың иңендә булған. Фотоаппарат менән тауҙарға 8 йыл элек аңлы рәүештә йөрөй башланым. Хәтеремдә, ҡояш байыуға табан бара ине. Урмандан фонарь менән ҡайтып килгәнемде, шомло тауыштарҙы ишетмәйем тип, бер туҡтауһыҙ үҙ алдыма һөйләнеүемде әле лә көлөп иҫләйем. Беренсе Кирәлгә күтәрелгән инем ул ваҡытта. Беҙҙең Көньяҡ Урал тауҙары уңайлы һәм хәүефһеҙ. Сағыштырыу өсөн генә лә Рәсәй, сит ил тауҙары етә. Кавказ, Тавр, Алтай, Тянь-Шань тауҙарында булдым. Эйе, был тауҙарҙың үҙ матурлығы, ҡарлы түбәләре һәм альп болондары бар! Улар бейек һәм мөһабәт, шул уҡ ваҡытта улар хәүефле лә. Ҡар ишелмәһе, башҡа тәбиғәт хәүефтәре һине төрлө ерҙәрҙә һағалай, махсус ҡорамалдарһыҙ күтәрелеүе мөмкин дә түгел.
Минең өсөн тәбиғәт күренешен фотоға төшөрөү - яҡтылыҡ һәм һыҙыҡтар гармонияһы ул. Күргәҙмәм дә “Яҡтылыҡ һәм һыҙыҡтар гармонияһы” тип атала. 
Бигерәк тә, һауа шарттарын: ямғыр, йәшен яҡынлашһынмы, йәйғор, томан, йондоҙло күк йөҙө булһынмы, иртә, кис, таң мәлен төшөрәм. Фотограф өсөн шунан да һәйбәте юҡ. Былар барыһы ла фотоға ғәҙәттән тыш матурлыҡ өҫтәй һәм фантазия тыуҙырыу мөмкинлеген бирә. Иң яратҡан мәлем - иртәнге һиллек. Киске мәлде лә яратам. Рюкзак аҫып тауҙарға артылып, палатка ҡораһың, бер ҡайҙа ла ашығырға кәрәкмәй һәм ҡояш байыуын көтәһең. Шунан инде иң матур күренештәр асыла. Кадрҙы хәүефһеҙлектән өҫтөнөрәк ҡуйырға тура килгән мәлдәр ҙә булды. Матур кадрҙар артынан йөрөп, ҡаяларға менеп, кеше аяғы баҫмаған ерҙәргә инеп китәһең. Һуңынан бынан нисек төшөргә, нисек сығырға икән тигән мәлдәр күп булды (көлә). Икенсе йыл алтын көҙҙә Көмәрҙәккә барырға иҫәп тотам. Унда матур ҡаялар бар. Фотолар ҙа сағыу сығыр, тип уйлайым. 
Тауҙарға йөрөргә кәрәк, шулай ҙа тәбиғәтте, бысратмаҫҡа кәңәш итер инем. Сүп-сар, төрлө яҙыуҙар күңелде ҡыра. Тауҙарға һине ҡабул иткәне өсөн рәхмәтле булырға кәрәк. Ирәмәл быны ысынбарлыҡта күрһәтә, - тине Елена. 
Ә бына күп йылдар Белорет ҡала лицей-интернатында психолог булып эшләгән Гөлнара Кәбирова әйтеүенсә, тауҙар - ул үҙеңде хис-тойғоларға, дуҫлыҡҡа, сыҙамлыҡҡа һынап ҡарау, тормошоңда етди ҡарарҙар ҡабул итеүгә этәргес тә. 
- Тауҙарҙан иҫ китмәле матурлыҡ асыла, тын алыуҙары иркенәйә, күңел ял итә, уйҙар матурая. Унда ғына үҙебеҙҙе нисек барбыҙ, шулай тоябыҙ һәм күрһәтәбеҙ. Барыбыҙ ҙа бер тиң һәм ихлас. Тауҙарға артылып, үҙебеҙҙе һынап, беҙҙең өсөн мөмкин булмаған бер нәмәнең дә юҡлығына инанабыҙ. Тауҙың үҙенең бер энергетикаһы бар, бер артылһаң, тағы, тағы ла артылғы килеп тора. Бер тауға күпме менәбеҙ, шул тиклем үҙебеҙ өсөн уның матурлығын асабыҙ.Тауҙар бер бәләкәй генә ҡыуанысты ла күрергә, үҙеңде ишетергә, башҡаларҙы тыңларға өйрәтә. Хатта фотолар ҙа матур сыға, “ҡыланырға” ла кәрәкмәй, - ти тау “сире” йоҡҡан педагог. 
Ғөмүмән, был белем усағы коллективы тауҙарға сәйәхәт ҡылырға, яңы бейеклектәр яуларға ярата. Улар Ирәмәл, Беренсе һәм Икенсе Кирәл, Әрүәк-Рәз, Сейәле тау, Яланғас, Ирәкташ, Көмәрҙәк, Машаҡ, Оло һәм Кесе Әүәләк, Айғыр, Шәреташ, Ҡурташ, Йәндек, Ҡыраҡа, Мәмбәт, Силәбе өлкәһенең “Йөрәккүл” милли паркы тауҙарына күтәрелгән, Эльбрусты яулаған, Дағстан, Абхазия, Ҡырым тауҙарына сәйәхәт ҡылған.
- Мөһабәт тауҙар итәгендә баҫып торғанда, әйтеп аңлата алмаҫлыҡ хис-тойғолар уратып ала. Алдыбыҙҙа тәбиғәттең сикһеҙ киңлектәре асыла. Тауға илткән һуҡмаҡҡа аяҡ баҫыу менән яңы асыштар көткән йөрәк йышыраҡ тибә башлай. Һәр аҙымың үҙеңде һынап ҡарау һәм асыу өсөн тулҡынландырғыс мажараның бер өлөшө булып тора. Бында ялҡаулыҡҡа һәм битарафлыҡҡа урын юҡ. Һәм бына һин арығанлығыңды еңеп, алға бараһың. Юғарыға күтәрелгәс, эске көсөңдөң һәм ышаныстың арта барыуын тояһың. Уйҙар асығыраҡ, тын алыуы тәрәнерәк, тәнегеҙ энергия менән тулылана бара. 
Бер-беребеҙгә ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итәбеҙ һәм һәр бәләкәй генә еңеүебеҙгә ҡыуанабыҙ. Был дуҫлыҡ үҙенсәлекле, ул уртаҡ маҡсат һәм уртаҡ мажара рухы менән нығытылған. Тауҙар тормошобоҙҙа йыш ҡына онотола торған азатлыҡты тойорға мөмкинлек бирә. Тау түбәһенә күтәрелгәс, еңеү, ғорурлыҡ һәм тирә-яҡ донъя менән гармония тойғоһо кисерәһең. Офоҡтар киңәйә, донъя шундай матур һәм сикһеҙ күренә. Бында ҡабат-ҡабат әйләнеп килге килә, сөнки тауҙар саф һауала йөрөүҙән күберәкте бирә. Улар ауырлыҡтар алдында сыҙамлылыҡ, тәбиғәткә хөрмәт һәм кешеләр араһында үҙ-ара ярҙам итергә өйрәтә. Һәм һәр саҡ улар беҙгә яңы тәьҫораттарға һәм тойғоларға асыҡ булыу, тормошто тулы кимәлдә йәшәү һәм һәр мизгелдән ләззәт алыу ни тиклем мөһим икәнен иҫебеҙгә төшөрә.
Йылдың ниндәй генә миҙгеленә ҡарамай, тауҙарға йөрөргә яратабыҙ, сөнки был урында ысынбарлыҡта үҙең була, бөтә тереклек менән берҙәмлекте тоя һәм тирә-яҡ донъяның матурлығын яңынан таба алаһың, - тиҙәр сәйәхәт ҡылырға яратҡан педагогтар - Флүзә Һиҙиәтова, Венера Давыдова, Ләйсән Йомағужина.
Эйе, тәбиғәт, тауҙар матурлығын һәр кем үҙенсә күрә. Кемдәрҙер үҙенә илһам, көс, дәрт алырға тауҙарға артылһа, икенселәр йәшәгән төбәгебеҙҙең хозурлығын үҙе өсөн генә түгел, ә башҡаларға күрһәтеү йәһәтенән тауҙар иңләй, тыуған еребеҙҙең барлыҡ матурлығын фотоһүрәттәрендә асып һала. 

 

Наил Шакиров һәм шәхси архив фотолары. 

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас