Проектты республика етәксеһе Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Башҡортостандың Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге республиканың Йәштәр сәйәсәте министрлығы менән берлектә тормошҡа ашыра.
Был үҙенсәлекле проект Мәскәүҙә уҡыған туғандарға, яҡындарға, балаларға һәм ейән-ейәнсәрҙәргә кәрәкле әйберҙәр, мәҫәлән, аҙыҡ-түлек, йылы кейем, түшәк кәрәк-яраҡтары һәм башҡа әйберҙәр тапшырырға мөмкинлек бирә.
Аҙыҡ-түлек ылауы 18 февралдә Учалы - Белорет - Асҡар - Сермән - Инйәр; 19 февралдә Өфө - Кушнаренко - Саҡмағош - Дүртөйлө - Нефтекама - Ағиҙел ҡалаһы маршруты буйлап үтте.
Әйберҙәрҙе ебәреү өсөн посылканың ауырлығы 32 килограмға тиклем, ҙурлығы 160 см-ҙан артмауы шарт ине. Шулай уҡ тиҙ боҙола торған аҙыҡ-түлек ебәреү тыйылды.
Ылауҙы Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең милли мәҙәниәтте үҫтереү һәм йәмәғәт ойошмалары менән үҙ-ара эш итеү бүлегенең әйҙәүсе белгес-эксперты Илүзә Моратшина оҙатып бара.
Иҙел башынан да Мәскәүҙә уҡыған дүрт студентҡа ата-әсәләре посылкалар ебәрҙе. Ойоштороусылар уларҙы туранан-тура адресаттарға – уҡыу йорттары ятаҡтарына һәм студенттар кампустарына алып барасаҡ.
“Башҡортостандан һөйөү менән” проекты арҡылы студенттар ғаиләһенең хәстәрлеген өйҙән алыҫ булһа ла тоя ала, тыуған ил менән бәйләнештә тора һәм алыҫта булыуына ҡарамаҫтан, уның яҡынлығын тоя ала. Проект ғаилә бәйләнештәрен нығытыуға, башҡорт халҡына хас ҡунаҡсыллыҡ һәм үҙ-ара ярҙам традицияларын һаҡлауға булышлыҡ итә. Был студенттарға өй йылыһы тураһында иҫкә төшөрөү һәм ҙур ҡала шарттарында уңайлы мөхит булдырыу өсөн бик яҡшы мөмкинлек.