Тел аша балаларға белем, ата-бабалар тәжрибәһе, быуындар аҡылы тапшырыла. Шуға күрә туған телде һаҡлау хәҙерге замандың мөһим бурысы булып тора. 1999 йылдан алып, 21 февралдә билдәләнгән Туған телдәр көнө бигерәк тә юғалыу хәүефе янаған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү тураһында уйланырға, уның киләсәге тураһында борсолорға саҡыра.
Эйе, бөгөн кешелек етди проблемаға юлыҡты - күп кенә телдәр яйлап юҡҡа сыға бара. ЮНЕСКО билдәләүенсә, әлеге көндә һәр икенсе телгә юғалыу ҡурҡынысы янай. Ә телде юғалтыу - уникаль мәҙәни үҙенсәлеген, бай әҙәби мираҫын, тарихи тамырҙарын һәм хатта был телдә һөйләшеүселәр яһаған фәнни асыштарҙың юҡҡа сығыуын аңлата.
Нимә ул туған тел һәм уны ни өсөн һаҡларға, яҡларға, таратырға кәрәк, тигән һорауҙарға ҡаланың 17-се гимназияһы уҡыусылары - башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадалар призерҙары һәм уҡытыусылары Розалия Әҡсәнова яуап бирҙе.
Динислам Мәхмүтов, IX класс уҡыусыһы:
- Туған тел - ул минең тарихым, ете быуыным, тамырҙарым, мәҙәниәтем һәм йолаларым менән бәйләнеш. Башҡорт теле башҡорт халҡының тарихын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм донъяға ҡарашын сағылдыра, киләсәк быуындарға мәҙәни мираҫты һаҡлап ҡалырға һәм тапшырырға мөмкинлек бирә.
Беҙ ғаиләлә 3 бала, өйҙә барыбыҙ ҙа башҡорт телендә генә аралашабыҙ. Арыҫлан ағайым Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһын тамамлаһа, Урал ҡустым ошо уҡ мәктәптә III класта белем ала.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көндә башҡорттар телен онотоп бөтөп бара. Был проблема булмаһын өсөн ата-әсәләргә балаларына туған телебеҙҙе өйрәтергә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренә йөрөтөргә, башҡорт телендәге ваҡытлы матбуғатты алдырырға кәрәк.
Туған телде һаҡлау милли традицияларҙы нығытыуға, мәҙәни төрлөлөктө һаҡлауға һәм дөйөм кеше тәжрибәһен байытыуға булышлыҡ итә.
Ислам Әхмәтйәнов, XI класс уҡыусыһы:
- Туған телем - башҡорт теле донъялағы иң матур тел. Беҙгә, ғаиләләге биш балаға, атай-әсә-йебеҙ бала саҡтан туған телде өйрәткән һәм уға ҡарата һөйөү тәрбиәләгән. Барыбыҙ ҙа ҡаланың “Тирмәкәй” башҡорт балалар баҡсаһына йөрөнөк. Унда ла тәрбиәселәребеҙ телебеҙҙе үҫтереү, байытыу йәһәтенән булышлыҡ итте, телебеҙҙе хөрмәт итергә һәм уның менән ғорурланырға өйрәтте.
Гимназияла башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренә ҙур теләк менән йөрөйөм. Дәрестәрҙә иң оҡшағаны - телебеҙҙең, халҡыбыҙҙың тарихи үткәне менән танышыу.
Һәр кем үҙ телен белергә, был телдә һөйләшергә, уны һаҡларға бурыслы тип һанайым.
Вилена ДУРСУНОВА, IX класс уҡыусыһы:
- Башҡорт теле халыҡтың быуындан-быуынға телдән һәм яҙма рәүештә тапшырылған тарихын һаҡлай. Туған телде белмәйенсә ата-бабалар мираҫын тулы ҡиммәттә ҡабул итеү мөмкин түгел. Тел аша халыҡ йолалары, традициялары, әкиәттәре, легендалары һәм фольклоры тапшырыла. Был халыҡтың мәҙәни мираҫының нигеҙе.
Миңә башҡорт теленә һөйөүҙе өләсәйем Фәүриә Имәнғәлина уятты. Өйҙә барыбыҙ ҙа туған телдә аралашабыҙ, башҡорт телендәге концерттарға йөрөргә яратабыҙ. Хәҙер бер туған апайымдың балаларына ла башҡорт телен өйрәтәм, туған телде белеү кәрәклеген аңлатам. Беҙ, туған телебеҙҙе һаҡлап, ата-бабаларыбыҙға һәм халҡыбыҙҙың мәҙәни мираҫына хөрмәт күрһәтәбеҙ. Үҙ телебеҙ менән ғорурланайыҡ, урамда башҡорт телендә һөйләшергә оялмайыҡ! Туған телдә аралашҡанда бер милләт вәкилдәре араһында берҙәмлек тойғоһо нығый, төбәктә һәм илдә милләтебеҙ тағы ла көслөрәк була.
Розалия ӘҠСӘНОВА, уҡытыусы:
- Дөйөм педагогик стажым 35 йыл, шуның һуңғы 25 йылында башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренән уҡытам. Рус мәктәбендә башҡорт телен уҡытыу менән шөғөлләнгәндә, милли үҙенсәлекте һаҡлауҙың мөһимлеген аңлайым. Һәр дәрестә балаларҙы үҙ халҡының тарихы, йолалары һәм мәҙәниәте менән таныштырырға, традицион уҡытыу ысулдарын заманса технологиялар менән берләштерергә тырышам.
Туған телде белеү - милләткә ғорурлыҡ тойғоһон нығыта, патриотизмды һәм башҡа халыҡтарға ихтирамды формалаштырыуға булышлыҡ итә. Минең бурысым - балаларға туған телгә һөйөү уятыу, уның үҙенсәлеген һәм ҡиммәтен күрһәтеү.
Балаларға башҡорт мәҙәниәтенең матурлығын һәм байлығын тойорға ярҙам иткән кластан тыш сараларға - китап уҡыусылар, шиғыр һөйләүселәр конкурстарына, фольклор байрамдарына айырыуса иғтибар бүләм. Уҡыусыларым менән башҡорт теленән диктант яҙыу акцияһында ла ҡатнашабыҙ.
Әлбиттә, проблемалар ҙа бар: бөгөнгө көндә мәктәптәрҙә һәм юғары уҡыу йорттарында урындағы телдәрҙе һаҡлау өсөн ресурстар етмәй. Йәштәрҙең туған телдәрҙе өйрәнеүгә мотивацияһы юҡ. Медиа-киңлектә өҫтөнлөклө булған телдәр аҙ таралған телдәрҙең позицияларына кире йоғонто яһай.
Был проблемаларҙы хәл итеү өсөн туған телде һөҙөмтәле һаҡлау өсөн комплекслы саралар кәрәк.
“Башҡорт теле яҡлауға мохтаж, әммә был, тәү сиратта, битарафлыҡтан, алдан күрә белмәүҙән, эшләй белмәүҙән килә. Бөгөн күп балалар һәм өлкәндәр башҡорт телен ҙур теләк менән өйрәнергә әҙер. Туған телебеҙҙе кәрәкле, модалы итергә кәрәк. Телебеҙҙе һәм мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау өсөн төп яуаплылыҡты үҙ өҫтөбөҙгә алырға тейешбеҙ. Беҙҙең өсөн башҡа бер кем дә быны эшләмәйәсәк!” - тигәйне республика Башлығы Радий Хәбиров V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында. Һәм был фекер менән мин тулыһынса килешәм.
Халыҡ-ара туған тел көнө - ул үҙ тарихыңды һәм тамырҙарыңды иҫкә төшөрөү өсөн генә түгел, ә донъяның байлығын һәм төрлөлөгөн һаҡлап, бергәләп эш итергә саҡырыу. Сөнки тап туған тел һәр беребеҙҙе үҙ мәҙәниәтенең уникаль вәкиле һәм ата-бабаларыбыҙҙың бөйөк традицияларының вариҫы итә.
Туған тел сағыу һәм иркен яңғыраһын, киләһе быуындарға үткәндәр тураһында яҡты хәтер һәм киләсәккә ышаныс тапшырһын!