Сара Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса үткәрелә һәм “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы ойошторола. 2019 йылдан башлап уҙғарылған акция диагностик ярҙамды арттырыу, инфекцион булмаған хроник ауырыуҙарҙы һәм уларҙың хәүеф факторҙарын иртә асыҡлау маҡсатында апрелдән сентябргә тиклем уҙғарыла.
Уның төп маҡсаты - социаль әһәмиәтле һәм инфекцион булмаған хроник ауырыуҙарҙы иртә асыҡлау һәм ваҡытында дауалау. Был ҡан әйләнеше системаһы, тын алыу ағзалары ауырыуҙары, онкология, шәкәр диабеты, шулай уҡ табип-белгестәр тарафынан асыҡланған төрлө патологиялар.
“Быйылғы миҙгел йомғаҡтары буйынса табиптар 27 меңгә яҡын сирҙе асыҡлаған.
4 меңгә яҡын пациентта, йәғни ҡабул итеүгә килгәндәрҙең һәр һигеҙенсеһендә социаль әһәмиәтле ауырыуға шик бар. Иң хәүефлеләре араһында - шәкәр диабеты (588 кеше), яман шеш (195 кеше), туберкулез (8 кеше).
Беҙҙең бурыс үҙгәрешһеҙ - район үҙәктәренән һәм ҙур ҡалаларҙан алыҫ урынлашҡан һәр тораҡ пунктта халыҡ сифатлы медицина ярҙамына иҫәп тота алһын” - тип билдәләне Радий Фәрит улы.
Район биләмәһендә “Сәләмәтлек поездары” яҡын-тирәләге 33 тораҡ пунктты үҙ эсенә алған Сосновка, Үткәл, Үҙәнбаш, Сермән, Үҙән, Ҡағы, Әүжән, Тирлән ауылдарында эшләне.
Халыҡты транспорт менән ташыу тормошҡа ашырылды. Үҙәк район клиник дауаханаһының 4 күсмә модуле - һаулыҡ үҙәге, флюорограф, маммограф һәм фельдшер-акушерлыҡ пункт эшләне.
Халыҡты 14 табип-белгес ҡабул итте - терапевт, педиатр, дөйөм медицина практикаһы табибы, невролог, офтальмолог, хирург, уролог, оториноларинголог, эндокринолог, психиатр-нарколог, акушер-гинеколог, травматолог, психолог, ультратауыш диагностикаһы табибы.
Быйыл акцияла беренсе тапҡыр студент-ирекмәндәр (пациенттарҙы теркәүҙә, антропометрик мәғлүмәттәрҙе үлсәү, сәләмәтлек мәктәптәрен үткәреүҙә ҡатнашҡандар) белегестәргә ярҙам итте. Акция барышында 2263 самаһы пациент (шуларҙың 356-һы балалар) тикшерелгән.
6 махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һәм уларҙың 131 ғаилә ағзаһы медицина күҙәтеүе үткән.
Шулай уҡ 1190 - флюорография, 521 - маммография, 902 - УЗИ, күҙ эсендәге баҫымды үлсәү - 638, спирография - 150, башҡа тикшеренеүҙәр 744 тәшкил итә.
Тәүге тапҡыр асыҡланған хәүеф факторҙары - 126.
Йыл һайын үткәрелгән акцияла быйыл республика учреждениелары белгестәре ҡатнашты. Улар тарафынан 1001 пациент тикшерелгән - Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы - 275 (ревматолог, эндокринолог); Республика стоматология поликлиникаһы - 122; БДМУ клиникаһы - 325 (уролог, онколог, ҡан тамырҙары хирургы, ультратауыш диагностикаһы табибы); Республика кардиология үҙәге - 279 (кардиолог, функциональ диагностика табибы).