

Сараны асыу тантанаһында уҡыусыларҙы район хакимиәте башлығы Азат Хәкимов, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, төбәктең баш федераль инспекторы Александр Окатьев, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Баш идаралығы начальнигы Владимир Горин, төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың йәмәғәт именлеге, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров һәм башҡалар тәбрикләне.
Сығыш яһаусылар билдәләүенсә, Башҡортостанда “Хәүефһеҙлек мәктәбе” ярыштары тәүге тапҡыр 2014 йылда Белорет районында уҙған. Уның маҡсаты - йәш быуында шәхси һәм йәмәғәт хәүефһеҙлеге мәсьәләләренә аңлы, яуаплы ҡараш формалаштырыу, экстремаль хәлдәрҙә үҙ-үҙеңде тотоу йәһәтенән практик күнекмәләр алыу, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, илһөйәрлек тойғоһон, әхлаҡи-психологик сифаттар тәрбиәләү. Ярыштарҙа ҡатнашыусылар иһә киләсәктә Өфө дәүләт нефть техник, Өфө фән һәм технологиялар, Өфө педагогия университеттарына уҡырға ингәндә өҫтәмә балға эйә буласаҡ.
Тантаналы өлөштән һуң ҡунаҡтар, уҡыусылар янғынға ҡаршы техника һәм авария-ҡотҡарыу ҡорамалдары күргәҙмәһе менән танышты. Беренсе ярҙам алымдарын күрһәткән, водолаздарҙың һәм янғын һүндереүселәрҙең эш үҙенсәлектәрен ҡылыҡһырлаған майҙансыҡтар барыһында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Айырыуса тиҫтә йыл республиканың ҡотҡарыусылар сафын тулыландырған бордер-колли тоҡомло эт - Ториндың янынан кеше өҙөлмәне. Әйткәндәй, 1 июндә бөтә илгә билдәле дүрт аяҡлы ҡотҡарыусыға 12 йәш тулған. Күптәребеҙ Торин тураһында 2023 йылда Төркиәләге ер тетрәүгә бәйле ҡотҡарыу эштәре ваҡытында белде. Бер нисә телдә командаларҙы аңлаған аҡыллы эт ул саҡта ике кешенең ғүмерен һаҡлап алып ҡалды.
Ҡунаҡтар шулай уҡ йәш ҡотҡарыусыларҙың лагерҙа нисек урынлашыуын күҙҙән уҙғарҙы, ихлас аралашты, иҫтәлеккә фотоға төштө.
Тәүге көндә командалар “Ғәмәли янғын спорты” эстафетаһында, “Граждандарҙы яҡлау” этабында көс һынашты. Ярыш программаһында шулай уҡ эҙләү-ҡотҡарыу эштәре, тәбиғи һәм яһалма ҡаршылыҡтарҙы үтеүгә ҡоролған ике көнлөк поход, спорт ориентирлашыуы, ҡаршылыҡтар һыҙаты, кросс, ижади конкурс кеүек дистанциялар ҡаралған. Уҡыусыларҙың ялан шарттарында көнкүреште ойоштороу һәләте лә баһаланмай ҡалмаясаҡ.
Үҙебеҙҙекеләргә килгәндә, Белорет ҡалаһының Туризм үҙәге тәрбиәләнеүселәре “Хәүефһеҙлек мәктәбе”ндә гелән әүҙем ҡатнаша. Улар республика ғына түгел, төбәк-ара һәм Бөтә Рәсәй ярыштары еңеүселәре лә! 17-се гимназияның X класс уҡыусыһы Данияр Иҫәнбаев ярышта өсөнсөгә ҡатнашыуы. Киләсәген медицина өлкәһе менән бәйләргә теләгән егет өсөн был, тәү сиратта, тәжрибә, белем, күнекмә алыу мөмкинлеге.
- Ярыштарҙа һәр саҡ теләп ҡатнашам. Һинең сыҙамлыҡты, рухи һәм физик ныҡлыҡты, аң-белем даирәһен һынаған, үҙ аллы тормошҡа әҙерләгән, үҙең һәм башҡалар өсөн яуаплы булырға өйрәткән ысын мәктәп был. Әлбиттә, командабыҙ менән еңеүгә өмөт итәбеҙ, һынатмаҫбыҙ, - ти Данияр ышаныслы итеп.
Эйе, ярышта ҡатнашыусыларҙың оҫталығын, белемен, ныҡлығын баһалауға, яңы алым-һөнәрҙәргә өйрәнеүгә, тәжрибә уртаҡлашыуға ҡоролған мауыҡтырғыс, сағыу көндәр алда әле!
Ярыштарҙың хәүефһеҙлеген, ҡатнашыусыларҙың именлеген иһә биш көн дауамында Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре тәьмин итәсәк. Йәш ҡотҡарыусыларға уңыштар юлдаш булһын!