Милли проекттар
3 Августа , 05:57

Булмыштары - изгелек эшләү

Башҡортостанда ирекмәндәр хәрәкәте йөҙҙәрсә мең йәш кешене берләштергән ҡеүәтле йәмәғәт көсөнә әүерелде.

Булмыштары - изгелек эшләүБулмыштары - изгелек эшләү
Булмыштары - изгелек эшләү
Бөгөн ирекмәнлек - ул шәфҡәтлелек һәм битарафлыҡ сағылышы ғына түгел, ә шәхси үҫештең, профессиональ формалашыуҙың һәм ижади патриотизмдың реаль ҡоралы ла. Республика йәштәрҙе социаль башланғыстарға йәлеп итеү буйынса Рәсәй лидерҙарының береһе тип иҫәпләнә, унда һәр кем - уҡыусынан алып студентҡа тиклем үҙенең талантын һәм энергияһын ҡуллана ала. 
 
Йәштәрҙең ял үҙәгендә урынлашҡан  “Бергә” төбәк йәмәғәт йәштәр ирекле хәрәкәтенә өс йылдан ашыу етәкселек иткән Алена Кудряшова ойошманың эше менән яҡындан таныштырҙы.
 
- Был ирекмәндәр берләшмәһе халыҡҡа системалы ярҙам күрһәтеүҙе төп маҡсат итеп ҡуя һәм район-ҡаланың әүҙем йәштәрен берләштерә. Беҙҙең эшмәкәрлектең бер нисә йүнәлеше бар: 
  Социаль ирекмәнлек. Уға айырыуса мохтаж булғандарға ярҙам итеү (оло йәштәге яңғыҙ кешеләргә ярҙам итеү, ғаиләләр һәм интернат тәрбиәләнеүселәре менән эшләү). 
  Экологик башланғыстар. Өмәләр, территорияларҙы йыйыштырыу буйынса акциялар һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға йүнәлтелгән мәғрифәтселек проекттары үткәреү.
  Ваҡиғалы ирекмәнлек. Ҡаланың төрлө сараларында ҡатнашыу, унда ирекмәндәр логистикала, ҡунаҡтар менән эшләүҙә һәм медиа оҙатыуҙа ярҙам итә.
  Белем биреү һәм үҫтереү эше. Тренингтар, уңышлы кешеләр менән мотивацион осрашыуҙар һәм белем биреү программалары үткәреү. 
  Йәштәр башланғыстарын яҡлау. Грант конкурстары, стажировкалар һәм идеялар менән уртаҡлашыу майҙансыҡтары аша йәштәрҙең үҙ проекттарын башлауҙа һәм үҫтереүҙә ярҙам итеү.
 
- Ведомство-ара хеҙмәттәшлек. Министрлыҡтар, социаль хеҙмәттәр һәм башҡа коммерцияға ҡарамаған ойошмалар менән дөйөм бурыстарҙы хәл итеү өсөн хеҙмәттәшлек.
 
Әлеге ваҡытта хәрәкәттә 14 йәштән 35 йәшкә тиклемге 65 кеше иҫәпләнә. Улар мәктәп уҡыусылары, студенттар һәм эшләп йөрөгән йәштәр. Командаға кемдер үҙ теләге менән килә, ә кемделер хәрәкәт хеҙмәткәрҙәре менән мәктәптәргә һәм колледждарға барып саҡырабыҙ. Тиҙҙән яңы уҡыу йылы башлана һәм беҙ йәнә белем биреү учреждениеларына йөрөйәсәкбеҙ, сөнки йыл һайын яңы кешеләр килә. Беҙ уларға ирекмәндәр берләшмәһе һәм йәштәр өсөн өҫтөнлөктәр тураһында һөйләйбеҙ. Мотивацияның төп ҡоралы булып, ирекмәндең шәхси һанлы паспорты тора. Хәрәкәттә теркәлгәндә ул автоматик рәүештә асыла. Унда ирекмәнлек эше сәғәттәре генә түгел, ә курстар, баһалар һәм рәхмәт һүҙҙәре лә теркәлә. Был документ реаль өҫтөнлөктәр бирә: юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарына ингәндә Берҙәм дәүләт имтиханына өҫтәмә балдар ҡушыла, форумдарға йәки стажировкаларға һайлап алыуҙа өҫтөнлөк бирелә, эш биреүселәр резюмела тәжрибә барлығын иҫәпкә ала. Әйткәндәй, күп кенә ирекмәндәр тап ошо паспорт арҡаһында теләгән уҡыу йорттарына уҡырға инә алды.
 
Өс йыл эшләү дәүерендә команда 200-гә яҡын сара үткәрҙе. Күптән түгел ирекмәндәр халыҡҡа “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә ярҙам итте. Иң ҙур ваҡиғаларға Йәштәр көнөн, Яңы йыл байрамын, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөн һәм Ҡала көнөн байрам итеүҙе ойоштороу инә. 
 
Команда рухын һаҡлау өсөн өс айға бер тапҡыр “Квартирниктар” тип аталған берлектәге ялыбыҙҙы үткәрәбеҙ. Унда иң әүҙем ирекмәндәрҙе саҡырабыҙ. Әгәр һауа торошо мөмкинлек бирһә, осрашыу тәбиғәттә үтә. Ҡышҡыһын, йә иһә һауа торошо насар булғанда Йәштәр үҙәгендә йыйылып  караоке йырлайбыҙ, кино ҡарайбыҙ һәм төрлө мауыҡтырғыс уйындар уйнайбыҙ.
 
Айырым йүнәлеш булып хайуандарға ярҙам итеү буйынса патентланған “ДоброЛаб” акцияһы тора. Механизмы ябай - тәүҙә Йәштәрҙең ял үҙәгенең “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһендә хайуандар приютына ярҙам (аҙыҡ, вирусҡа ҡаршы препараттар) йыйыу тураһында иғлан баҫыла. Вайымһыҙ булмаған халыҡ беҙгә ярҙам итә, кемеһелер ашарҙарына килтерә, кемелер аҡсалата бирә. Ике-өс ай һайын ирекмәндәр менән приютҡа ярҙам итергә барабыҙ, ояларын таҙартабыҙ, төҙөлөш ҡалдыҡтарын йыйыштырабыҙ, яңы вольерҙар төҙөйбөҙ. Сөнки уларҙың һаны көндән-көн арта. “Яҡшы холоҡло”лары менән урамда йөрөп килергә лә рөхсәт итәләр.
 
Һүҙемде йомғаҡлап, йәштәргә яратҡан шөғөлдәре - спорт, музыка, ирекмәнлек менән йышыраҡ шөғөлләнеүҙәрен теләйем. Был шәхесте үҫтереү өсөн ҡеүәтле инструмент. Спорт дисциплина һәм команда эшенә өйрәтә, музыка һәм ижад эмоциональ интеллект һәм стандарт булмаған фекерләүҙе үҫтерә, ә ирекмәнлек яуаплылыҡ һәм эмпатия формалаштыра. Йәштәрҙең ял үҙәгендә һәр төрлө зауыҡ һәм талант өсөн бик күп түңәрәктәр эшләй. Беҙ һәр үҫмерҙең үҙ-үҙен табыу, потенциалын асыу һәм хатта киләсәк һөнәрен билдәләү өсөн мөхит булдырырға тырышабыҙ. Сөнки яратҡан эшеңде башҡарһаң, уңышҡа дусар булаһың, - ти Алена Андреевна.
 
Алена Кудряшова Белоретта тыуған. Ҡаланың педагогия колледжында “Башланғыс кластар уҡытыусыһы” һөнәренә уҡып сыҡҡан. Уҡыу йортоноң  II курсында “Бергә” ирекле хәрәкәтенә килә һәм уҡыу менән бер рәттән эшләй башлай. Эшмәкәрлек йылдарында уның портфолиоһы республика, район-ҡала тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн бик күп наградалар менән тулған. Улар араһында Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының, Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 28-се янғын һүндереү-ҡотҡарыу отрядының Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары бар.
 
Ике йыл элек Алена Андреевна ирекмәндәр араһында үткәрелгән район-ҡала конкурсында еңеү яулаған һәм “Иң яҡшы остаз” исеменә лайыҡ булып, район хакимиәтенең Почет грамотаһы менән билдәләнгән.
 
Әйткәндәй, быйыл Башҡортостанда йәштәр сәйәсәте тармағына 35 йыл. Бөгөнгө көндә республиканың ирекмәндәр хәрәкәте Рәсәйҙә алдынғы урынды биләй. Төбәктә йәштәр араһында ирекмәнлекте үҫтереү өсөн Башҡортостан Йәштәр министрлығы ҡарамағындағы Республика күп функциялы мөмкинлектәр үҙәге базаһында Ирекмәнлекте үҫтереү ресурс үҙәге һәм 2025 йыл йомғаҡтары буйынса 26 “Добро.Центр” йәмәғәт үҫеш үҙәге бар.
 
2025 йыл йомғаҡтары буйынса республикала 4 717 ирекле ойошма һәм берләшмә эшләй, уларҙың эшмәкәрлегенә 352,7 мең самаһы кеше йәлеп ителгән, был республика йәштәренең яҡынса 33,3 процентын тәшкил итә.
Ирекмәнлекте популярлаштырыу һәм үҫтереү өсөн комплекслы ярҙам һәм программаһына ярашлы Республика ирекмәндәр форумы һәм ирекмәндәр лагеры ойошторола. Шулай уҡ 2025 йылда 32 ирекмән республика Башлығының “Башҡортостан Республикаһы ирекмәне” почет билдәләре менән наградланған.
 
2026 йылда республикала “Изге эштәр төбәге” аталмышлы ирекмәнлеккә ярҙам итеү төбәк практикаһы тормошҡа ашырыла, уға ярашлы федераль финанслауҙы йәлеп итеп (4,36 миллион һум күләмендә субсидия) төбәктә ирекмән-уҡытыусылар әҙерләү, халыҡҡа ирекмәнлек мөмкинлектәре тураһында мәғлүмәт биреү һәм республика ирекмәндәре өсөн белем биреү һәм команда ойоштороу сараларын үткәреү буйынса проекттар тормошҡа ашырыла.
 

Вероника ШАЙХАТАРОВА, Йәштәрҙең ял үҙәге директоры:

- Ирекмәндәр хәрәкәтен әүҙем гражданлыҡ позицияһының иң мөһим сағылышы тип иҫәпләйем. Был бушлай ярҙам ғына түгел, улар ҡалабыҙҙа үҙ-ара ярҙам һәм изгелек атмосфераһын булдырыуға ҙур өлөш индерә. Йөрәк саҡырыуы буйынса ваҡытын һәм көсөн башҡаларҙың мәнфәғәтенә сарыф иткән кешеләр иң тәрән ихтирамға лайыҡ.

Алена Кудряшоваға килгәндә, мин уны үҙәктең төп хеҙмәткәрҙәренең береһе тип билдәләргә теләйем. Ул һирәк осрай торған сифатҡа эйә - процесты ойоштороуҙан тыш, йәштәрҙе үҙенең өлгөһө менән рухландыра белә. Уның энергияһы, ихласлығы һәм эшенә тоғролоғо бөтә эштәрендә лә күренә. Тап Алена кеүек йәштәр арҡаһында беҙҙең проекттар йәшәй һәм үҫешә, битараф булмағандар командаға ҡушыла.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас