Йәмәғәтселәр “Айыҡ ауыл” исемен йөрөткән биләмәлә йәшәгән кешеләр сәләмәт тормош алып барырға тейеш тигән фекерҙә. Ауылдарға ингән ерҙә был ауылдың “Айыҡ” тип танылыуы һәм бында спиртлы эсемлектәр һатыу һәм файҙаланыу тыйыла тигән баннерҙар ҡуйыу кәрәк тиҙәр.
Йыл һайын еңеүселәргә 2-нән 5 миллион һумға тиклем сертификаттар тапшырыла, урындағы халыҡ уны төҙөкләндереү өсөн тотона. Яҡшы үҙгәрештәр өсөн урындағы хакимиәттәр ҙә үҙ өлөшөн индерә. Халыҡ дәртләнеп, әүҙемләшеп ҡала.
Уның фекере буйынса, был проблеманы ҡануниәт кимәлендә хәл итеп була. Башҡортостанда халыҡ ҡарары нигеҙендә аныҡ бер ауылда алкоголь һатыуҙы тыйыу рөхсәт ителгән закон ҡабул ителгән. Тик әлегә тиклем бер ауылда ла, шул иҫәптән “Айыҡ ауыл”дарҙа ла бындай тыйыу билдәләнмәгән.
Был идеяны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Президиумы ағзаһы, БДМУ профессоры, республиканың атҡаҙанған табибы Сәлиә Мырҙабаева ла хуплаған. Уның белдереүенсә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында июндә үткән кәңәшмәлә тап ошо темаға арналған һөйләшеү булған.
Айыҡ ауылдарҙа алкоголь һатыуҙы тыйыу буйынса закон ҡабул итерҙән алда был мәсьәләне халыҡҡа сығарып, йәмәғәт фекеренә ҡолаҡ һалыу кәрәк. Юғиһә, “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашырға баҙнат итеүселәр булмауы мѳмкин.