Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Август 2021, 12:05

Ҡаш аҫтында ике күҙең ынйы кеүек йылтыраһын

Күҙҙәрҙе кешенең иң мөһим органдарының береһе тиһәк, һис кенә лә хата булмаҫ.

Ҡаш аҫтында ике күҙең ынйы кеүек йылтыраһын
Ҡаш аҫтында ике күҙең ынйы кеүек йылтыраһын

 Сөнки кеше бөтә мәғлүмәтте тиерлек улар аша ала, тулы ҡанлы тормош менән йәшәү өсөн булышлыҡ итә. Компьютер, гаджеттар киң ҡулланышта булған заманда был органға күп көс төшә, күреү һәләте түбәнәйгән кешеләр һаны арта, балаларҙың ҡулына тыуғандан алып телефон тоттороу ҙа яҡшы эҙемтәгә килтермәй.

“Бөгөнгө көндә глаукомаға айырыуса иғтибар бирәбеҙ. Сөнки был ауырыу күреү һәләтен тиҙ арала тулыһынса юғалтыуға килтерә. Был сир асыҡланған кешеләрҙе иҫәпкә алабыҙ һәм уларҙы, хәлдәренә ҡарап, өс ай, ярты йыл һайын тиерлек саҡырып тикшереп торабыҙ. Ғөмүмән алғанда, ауырыуҙың аҙыуына юл ҡуймаҫҡа тырышабыҙ, контролдә тотабыҙ. Катаракта ауырыуы әүәле 70-80 йәштәге ололарҙа ғына күҙәтелһә, хәҙер ул йәшәрҙе - 40 йәшлектәрҙә лә осратырға мөмкин. Күҙгә күп кѳс төшкән заманда йәшәйбеҙ. Шуның арҡаһында йылдан-йыл күҙ ауырыуҙары менән сирләүселәр һаны арта бара”, - ти табип-офтальмолог, ҡала поликлиникаһының бүлек мөдире Галина Алексеевна Васильева.

Күҙҙәрҙе нисек һаҡларға тигән һорау менән ҡала поликлиникаһында 44 йыл инде табип-офтальмолог булып эшләгән Зөлфиә КОПЫТОВАға мөрәжәғәт иттек.

►Зөлфиә Сәйфулла ҡыҙы, үҙегеҙ, ғаиләгеҙ менән таныштырып үтегеҙ әле.
- Сығышым менән Октябрьский ҡалаһынан. 1976 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлап, табип-офтальмолог һөнәрен алып сыҡтым. Күҙ ауырыуҙары институтында интернатураны үткәс, 1977 йылда Белоретта һөнәрем буйынса эш башланым һәм бөгөнгө көнгәсә эшләйем.

Тормош иптәшем Владимир Михайлович менән Елена исемле ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙек. Хәҙер инде ул ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй, Алексей кейәүебеҙ менән Степан һәм Матвей исемле улдар тәрбиәләйҙәр.

►Күҙ ауырыуҙарының ҡайһылары йыш теркәлә?
- Иң күбе глаукома осрай. Бөгөнгө көндә беҙҙә 900 кеше иҫәптә тора. Шулай уҡ конъюктивит, катаракта күп. Күптәр сирҙең тәүге билдәләре һиҙелеү менән табипҡа килергә ашыҡмай, үҙаллы дауаланып, уның аҙайыуына юл ҡуялар. Сирҙе ни тиклем тиҙерәк асыҡлаһаң, уны дауалау ваҡыты ла күпкә әҙерәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең халыҡтың күпселеге һуңғы сиккә барып еткәс кенә дауахана ишеген асырға ғәҙәтләнгән. Сирлеләрҙең һәр кеменә иғтибарымды йәлләмәйем, барыһына ла бер тигеҙ ҡарайым, яңы препараттар, заманса дауалау процестары менән танышып, өйрәнеп барам.

►Күреү һәләтен яҡшыртыу өсөн ябай ғына күнекмә өйрәтегеҙ әле?
- Ҡағыҙға яҙылған тексты ҡулға тотоп, яйлап ҡына, хәрефтәр тоноҡланғансы, күҙгә яҡын килтерергә лә ошо уҡ тиҙлектә ҡулығыҙ һонола алғансы йырағайтырға кәрәк. Был күнекмә 2-3 минут эшләнә.

►Күҙҙәргә зыян килмәһен өсөн нимәләр эшләргә кәрәк?
- Сәләмәт тормош алып барырға, витаминға, организм өсөн кәрәкле булған матдәләргә бай ризыҡтар менән туҡланырға, компьютер, гаджет, телефондарҙан мөмкин тиклем күберәк ял итергә, көндөҙ саф һауала (бигерәк тә балаларға) йөрөргә кәрәк. Беҙ урамда йөрөгәндә күп ҡатлы өйҙәр күҙҙәргә ҡамасаулыҡ тыуҙыра. Күберәк асыҡ урында йыраҡҡа, яланға ҡарарға кәрәк. Йәй көнө еләк-емештәрҙе күберәк ашап ҡалыр кәрәк, сөнки уларҙа күҙ өсөн кәрәкле витаминдар бик күп. Уларҙан алған файҙаны бер ниндәй препарат аша ла ҡабул итеп булмай. Күҙ өсөн А, Е витаминдары үтә лә кәрәк. А витамины балыҡта, Е сәтләүек, көнбағыш кеүек аҙыҡтарҙа күп. Йоҡлағанда бүлмәнең ҡараңғы булыуы шарт. Киске ваҡытта бүлмәлә яҡтылыҡ тейешле кимәлдә булырға тейеш. Ошо ябай ғына кәңәштәрҙе үтәгән хәлдә, һеҙгә табип-офтальмологҡа мөрәжәғәт итеү тиҙ арала янамаҫ.

► Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: