-8 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Август 2021, 13:21

Нефть үткәреүселәр тәбиғәткә ярҙамға килде

Транснефть-Урал акционерҙар йәмғиәтенең Туймазы нефть үткәргес идаралығының йәш белгестәре Ҡандрыкүл буйында экологик акция үткәрҙе.

Улар бер километр оҙонлоғондағы яр буйын ял итеүселәрҙән ҡалған бер-нисә кубометрлыҡ сүп-сарҙан таҙартты. Сүп-сарҙы предприятиенан бүленгән махсус автомобиль сығарҙы.

Транснефть-Урал акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Асҡар Әминев билдәләүенсә, Ҡандрыкүлдәге экологик акция бер-нисә йыл рәттән ойошторолоп килә.

-Беҙҙең ойошманың башҡа филиалдары ла ошо акциянан ситтә тороп ҡалмай. Силәбе, Ҡурған өлкәләрендә һәм Пермь крайында ла экологик акциялар ойошторолдо.

Экологик акцияла ҡатнашыусылар тәбиғәткә ярҙам итеп, сүп-сарҙы ғына йыйып ҡалмай, шулай уҡ башҡаларға ла тирә-яҡ мөхиткә, тыуған яҡ тәбиғәтенә ҡарата һөйөү, иғтибарлы булыу, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләй.

 2021 йылды Фән һәм технологиялар йылы тип иғлан ителде.

Август айында климат һәм экология мәсьәләләре ҡаралды. Дөйөм дәүләт кимәлендә куратор булып «Транснефть” компанияһы булды. Туймазы нефть үткәргестәр идаралығы экологик сараларҙы йыш уҙғарып тора-Башҡортостанда ла, күрше региондарҙа ла. Мәҫәлән, үткән йылда Бөтә донъя таҙалыҡ көнөндә, ирекмәндәр тарафынан, Туймазы ҡалаһындағы йылға һәм урмандарҙы таҙартыуға баҫым яһалды. Ағымдағы йылдың апрель айында, филиалдар хеҙмәткәрҙәре ҡала халҡы менән берлектә,Туймазы һыуһаҡлағысы ярына ағастар ултыртырға сыҡты. Унда 6 меңдән ашыу ағастар ултыртылды.

Туймазы нефть идаралығының 70 йыллығына, филиалдың административ бинаһы тирәһен йәш кенә, матур ағастар биҙәне.

Автор:Рекламная Служба(RBSMI)