Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Сентябрь 2021, 13:26

Уңғанды уңыш ярата

Күптән түгел Өфөнөң “Аҡбуҙат” ипподромы базаһында республиканың традицион ҡымыҙ яһаусылар конкурсы үтте.

Уңғанды уңыш ярата
Уңғанды уңыш ярата

Бында һәр район вәкилдәре көн дауамында компетентлы жюри ҡарамағына үҙҙәренең милли эсемлек өлгөләрен тәҡдим итте. Шулай уҡ махсус жюри күргәҙмәләрҙең биҙәлешен, милли калоритын, продукцияның тәҡдим ителешен баһаланы. Иң күп балл йыйыусылар араһында еңеүселәр, шулай уҡ номинанттар билдәләнде.

Беҙҙең район намыҫын Сермәндән ҡымыҙ яһау менән шөғөлләнгән шәхси эшҡыуарҙар Флүзә һәм Рәүф Мәғәфуровтар яҡланы һәм мәрәйҙәр һаны буйынса II урынға сыҡтылар.

Флүзә Тимур ҡыҙы менән Рәүф Мардыбай улы Мәғәфуровтарҙың тырыш, уңған ғаиләһе тураһында гәзитебеҙҙә йыш яҙабыҙ. Үҙҙәренең ике балаһын үҫтереп сығарғас та улар Сермән балалар йортонан 7 бала алып үҫтерҙеләр. Ошондай ғаиләләргә һоҡланырға ғына ҡала. Унда балалар ҙа тырыш, маҡсатлы, эшһөйәр булып үҫә.

- 2006 йылдан алып үҙебеҙ өсөн генә, балаларҙың һаулығын нығытыу маҡсатында йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә , ҡымыҙ эшләй башлағайныҡ, 2016 йылдан рәсми рәүештә теркәлеп, ҡымыҙсылыҡ менән шөғөлләнәбеҙ. Яйлап- яйлап үҫтек, башҡорт аты менән махсус этикеткалар эшләтеп алып, ныҡлап тотондоҡ ҡымыҙ яһауға. Бына тырышлығыбыҙҙың һөҙөмтәһе бушҡа китмәне - бөтә номинацияларҙа ла призлы урындар алдыҡ. Беҙҙең өҫтәл, стенд иң һәйбәте тип танылыуына шатбыҙ.

Әлеге ваҡытта 25 бейә һауабыҙ. Ҡымыҙҙы ҡаланың ике баҙарында һатабыҙ. Беҙ ҡымыҙҙы боронғоса, ағас күнәктәрҙә ҡул менән бешәбеҙ. Шуға ла ҡымыҙ тәмле килеп сыға. Тәбиғи ҡымыҙҙы Һамарҙан, Ҡазандан, Свердловскиҙан, Өфөнән килеп алалар. Бынан тыш, 15 һауын һыйырыбыҙ ҙа бар. Ҡымыҙ менән бергә һөт, ҡаймаҡ, эремсек тә һатабыҙ. Мал көтөүсе, һауынсы тотабыҙ. Беҙгә ярҙам итеп торған ауыл хужалығы зоотехнигы Айгөл Риф ҡыҙы Фазлыеваға рәхмәтлебеҙ. Конкурсҡа өлкән ҡыҙыбыҙ Самира ла килде. Ошондай еңеүҙәр артабан дәртләнеп эшләргә этәргес бирә, - ти хужалыҡ етәксеһе Рәүф Мардыбай улы.

Беҙ ҙә уларҙы ихлас күңелдән еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да дәртләнеп, алға ынтылып эшләүҙәрен һәм йәшәүҙәрен теләйбеҙ.

Зөлфирә СӨЛӘЙМӘНОВА.

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: