Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Сентябрь 2021, 14:03

Уңышты кѳҙҙән хәстәрлә

Сентябрь баҡсасылар ѳсѳн мәшәҡәтле айҙарҙың береһе. Үҫтергән уңышты йыйырға, алдағыһын хәстәрләргә кәрәк.

Уңышты кѳҙҙән хәстәрлә
Уңышты кѳҙҙән хәстәрлә

Һалҡындар башланғансы, емеш-еләк үҫентеләре ултыртыла. Баҡсала булған үҫентеләрҙең тѳптәренә органик ашламалар һалып, тамырына зарар килтермәй генә тѳбѳ йомшартыла. Ныҡлы һыуыҡтар башланмаҫ элек күпләп һыу һибеү ҙә һәйбәт. Баҡса еләктәре түтәлдәренә, йәш үҫентеләр тирәләренә лә ашлама индерелә. Үҫентеләрҙең тѳбѳнә ҡом һибеп, ылыҫ менән ҡаплап ҡуйыу тағы ла яҡшыраҡ.

Баҡсасылар ерҙе кѳҙҙән үк ҡаҙып (һѳрѳп) ҡуйырға кәңәш итә. Тигеҙләп тырматырға ла кәрәкмәй, нисек бар - шулай ҡалһын. Ер тын да ала, яҙын ҡар һыуҙары ла күберәк тотолоп ҡала. Ғѳмүмән, ҡышҡа ерҙе ҡаҙып ҡалдырыу уға ыңғай йоғонто яһай - уңышты арттыра, сүп үләндәрен һәм ҡоротҡостарҙы кәметә. Яҙын ерҙе ваҡытында эшкәртһәң, дым яҡшыраҡ һаҡлана. Кѳҙѳн дә, яҙын да ергә серемәгән тиреҫ индерергә кәңәш ителмәй.

Ҡайһы бер йәшелсәне хәҙерҙән ултыртҡанда, яҙға эш әҙерәк ҡала, орлоҡтар яҙ сәскәнгә ҡарағанда иртәрәк шытып сыға, дымды яҡшы үҙләштереп, һыуыҡтарға сыҙам була. Йәшелсәне беренсе ҡырау тѳшкәндән һуң сәсергә ярай.

Ғаилә календарынан.

Фото: waysi.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: