Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Сентябрь 2021, 10:45

Сирҙе ҡасан ауыҙлыҡлап булыр?

Үҙәк район клиник дауаханаһының баш табибы Виктор Чубик белдереүенсә, ошо көнгә ҡарата инфекция дауаханаһында һәм травматология бүлегендә ковид-госпиталь эшләүен дауам итә.

Сирҙе ҡасан ауыҙлыҡлап булыр?
Сирҙе ҡасан ауыҙлыҡлап булыр?

Уларҙа дауаланған 171 пациенттың 155-ендә коронавирус инфекцияһы раҫланған һәм барыһына ла вируслы пневмония диагнозы ҡуйылған. 10 пациент ауыр хәлдә, улар үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Сирлеләрҙең күпселек өлөшө уртаса хәлдә.

Һуңғы ваҡытта коронавирус менән сирләүселәр һанының артыуы күҙәтелә. Уҙған аҙнала көн һайын 20-27 кеше дауаханаға һалынған һәм шунсаһы һауығып сыҡҡан. Госпиталгә ятыусылар һауығып сыҡҡандарға ҡарағанда күберәк, пациенттар һаны 170-кә еткән. Уларҙың 60 проценты 65 йәштән өлкәндәр. Ковид-госпиталдең иң күбендә 180 кешене ҡабул итеү мөмкинлеге бар. Хәл һаман да киҫкенләшкән осраҡта дауаханаға тик ҡаты сирләүселәрҙе генә ҡабул итәсәктәр. Унда шулай уҡ Бөрйән, Әбйәлил райондарынан, Межгорье ҡалаһынан ауырыуҙар килә. Учалы районы халҡы үҙҙәрендәге 100 урынға иҫәпләнгән госпиталдә дауаланыуҙарын дауам итә.

Районда көн һайын 70-ләгән кешелә ПЦР-тест ыңғай һөҙөмтә бирә. Коронавирус йоҡторғандарҙың күпселеге 30-70 йәштә. Коронавирус эпидияһы башланғандан алып 5 028 кеше дауахананан һауығып сыҡҡан. ПЦР-тестар лабораторияһы шулай уҡ башҡа райондар өсөн дә эшләй. Унда әлеге көнгә тиклем 55 823 тест тикшерелгән.

Вакцина эшләтеүселәрҙең активлығы һуңғы арала кәмегән. Көн һайын 130-140 кеше уның беренсе компонентын эшләтә. Бөгөнгө көндә “Спутник V” һәм “Спутник Лайт” вакциналары бар. Уларҙың ҡайһыһын эшләтергә
кәрәклеген табип билдәләй. Әлеге ваҡытта өлкәндәр өсөн грипҡа ҡаршы 20 мең вакцина килтерелгән. Балалар өсөн тәғәйенләнгәне ошо арала килергә тейеш.

“Госпиталдәрҙең телефон һандары үҙәк район клиник дауаханаһы сайтына ҡуйылған. Граждандарҙы шылтыратыу графигын үтәргә саҡырам, сөнки медицина хеҙмәткәрҙәренең һәр минуты тәғәйен эш менән бәйле, улар кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыу өсөн барыһын да эшләйҙәр. Бөгөнгө көндә һәр участка табибына 40-70 сирле тура килә. Был июль айы менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк. Шулай уҡ үлем
осраҡтары ла йышайҙы.

Район буйынса ҡарағанда, Әүжән, Инйәр һәм Тирлән төбәктәрендә ауырыу йоҡтороусыларҙың кәмеүе күҙәтелә. Амбулатор дауаланыуҙа 1 029 пациент иҫәпләнә. Һуңғы ике аҙна эсендә уларҙың һаны 400 кешегә артты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, коронавирус балалар (бигерәк тә мәктәп йәшендәге) араһында ла теркәлә. Бөгөнгө көндә 156 бала ауырыһа, шуларҙың икеһе госпиталдә. Уларҙың хәле яҡшыра бара. Балалар сирҙе өлкәндәргә ҡарағанда еңелерәк кисерә”, - ти Виктор Иванович.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: