Шаяртыуҙы ситкә ҡуйып торайыҡ. Әгәр ҙә Яңы йылды хәүефһеҙ ҡаршы алырға уйлаһағыҙ, мейесте яҡҡанда хәүефһеҙлек йәһәтенән түбәндәге талаптарҙы иҫтә тоторға кәрәк:
►мейестең ауыҙы янында иҙәнгә 50х70 см ҙурлығында тимер киҫәге ҡағып ҡуйығыҙ, унда утын һәм тоҡанып китеүсән материалдар һалмағыҙ;
►мейестең ярылған урындарын күреү өсөн махсус ҡатнашма менән һылағыҙ һәм аҡлағыҙ;
►бензин, кәрәсин кеүек шыйыҡсалар менән мейесте тоҡандырмағыҙ. Ҡапыл тоҡанып киткән уттан зыян күреүегеҙ ихтимал;
►янған мейестең ишеген асыҡ ҡалдырмағыҙ;
►мейестән алынған көл һәм шлак һыу менән һүндерелергә һәм хәүефһеҙ урынға түгелергә тейеш;
►мейестә әйберҙәр һәм утын киптермәгеҙ;
►уны көнөнә, тәнәфестәр менән, 2-3 тапҡыр (1,5 сәғәттән ашмаһын) яғығыҙ. Мейесте бер тапҡыр һәм оҙаҡ ваҡытҡа яҡмағыҙ;
►мейес йәки камин булған бинала үт һүндергес булыуы мотлаҡ.
Быйыл янғындарҙың 10,4 проценты мейесте ҡулланыу ҡағиҙәләрен үтәмәү арҡаһында килеп сыҡҡан һәм уларҙа 16 кеше һәләк булған.
Һүрәт: vectorstock.com
Ғамир ФАЗЫЛОВ,
44-се янғын ҡотҡарыу хеҙмәтенең ҡарауыл начальнигы ярҙамсыһы.