Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Ғинуар 2022, 16:33

Балаларыбыҙҙы сирҙән һаҡлайыҡ!

Башҡортостанда ғинуар аҙағында 12 йәштән 17 йәшкә тиклемге балаларға коронавирус инфекцияһына ҡаршы ваҡыт һынауын үткән “Спутник V” вакцинаһынан концентрацияһы биш тапҡырға ғына аҙыраҡ булған “Спутник М” лайт варианты һалына башланы.

Балаларыбыҙҙы сирҙән һаҡлайыҡ!
Балаларыбыҙҙы сирҙән һаҡлайыҡ!

Балалар өсөн тәғәйенләнгән вакцина йәйҙән алып ике баш ҡала клиникаһында - З.А. Башляева исемендәге һәм Морозовский дауаханаларында һынау үткән. Беренсе һәм икенсе этапта 12-17 йәшлек ирекмәндәргә стационарҙа өс аҙна арауығы менән вакцинаның ике компоненты эшләнгән. Өсөнсө һынау этабы Мәскәүҙең 12 поликлиникаһында үткәрелгән. Унда 3000 үҫмер ҡатнашҡан. 10 ирекмәндең 9-ында антиесемдәр барлыҡҡа килгән. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, улар вакцинаны яҡшы үткәргән. Иң етди кире эҙемтәләрҙән 37,4-кә тиклем тән температураһының күтәрелеүе һанала. Һирәгерәк осрағы - танау тоноуы һәм баш ауыртыуы. Бер-ике көндән уныһы ла юғала.

Үҫмерҙәрҙе вакцинациялау ирекле рәүештә атҡарыла. 15 йәштән өлкәнерәк балалар үҙҙәре хәл итә ала, тик ризалыҡ яҙып бирергә тейештәр. Унан бәләкәсерәктәр өсөн ата-әсәләр яуап бирә. Вакцинация көнөндә уҡыусы дәрестәрҙе ҡалдыра ала. Табиптар үҫмергә тейешле белешмә бирәсәк.

Вакцинаны ҡаҙатҡандан һуң ярты сәғәт табиптар күҙәтеүе аҫтында булырға кәрәк. Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә,  башта хроник сирҙәре булған, йыш ауырыған балаларға  һаласаҡтар. Прививка яһатмағандар өсөн бер ниндәй ҙә сикләүҙәр индерелмәгән. Прививкаланғандарҙың әлегә Дәүләт хеҙмәте күрһәтеү порталында теркәлмәүе сәбәпле, сертификаттар ҡағыҙ формала биреләсәк.

Прививканы вакцина компоненттарына ҡарата аллергия булғандарға (тәү сиратта полиэтиленгликолгә), бығаса ауыр аллергия осрағы, анафилаксия теркәлгәндә, беренсе компонеттан һуң анафилактик шок йәки тән тартышҡанда эшләтеү тыйыла.

Һалҡын тейҙереп йәки грипп кеүек ауырыуҙар менән ауырыған осорҙа вакцина эшләтеүҙе 2-4 аҙнаға кисектереп торорға кәрәк.

Бөйөр, бауыр хроник, ҡан әйләнеше сирҙәре, миокардит кеүек йөрәк-ҡан тамырҙарының етди ауырыуҙары булғанда, ҡалҡан биҙе эшмәкәрлеге боҙолғанда, шәкәр диабеты, эпилепсия, аутоиммун, онкологик сирҙәр, мейе ҡан әйләнеше киҫкен боҙолғанда прививканы эшләтер алдынан мотлаҡ табип менән кәңәшләшергә кәрәк.

Ҡаланың “Айболит” балалар поликлиникаһы мөдире, үҙәк район клиник дауаханаһы баш табибың балалыҡ буйынса урынбаҫары Миләүшә Шакирова белдереүенсә, коронавирус инфекцияһы башланған осорҙа бөтәһе лә уның балаларға йоҡмауына, йәки бик һирәк ауырыуына, сирләгән осраҡта ла бик еңел, йәки бер ниндәй билдәләрһеҙ үткәреүенә ышанды. Әммә ҡәһәрле сирҙең яңы штамдары барлыҡҡа килгәс, үҫмерҙәрҙең   үпкәләре зарарланыуы күҙәтелә, улар ҡаты сирләй һәм уны ауыр үткәрә башланы.

  • Балаларҙы һәм тирә-йүндәгеләрҙе был инфекциянан һаҡлау маҡсатында ағымдағы йылдың ғинуар аҙағынан башлап 12 йәштән алып 17 йәшкәсә балаларҙы вакцинациялай башланыҡ. Прививка эшләр алдынан ата-әсәнән яҙма рөхсәт алына. Ә 15 йәштән өлкәндәр был мәсьәләне үҙҙәре хәл итә.

“Спутник М” вакцинаһы йәмғеһе 60 доза килтерелһә, 31 ғинуарға ҡарата Белорет районы буйынса 40 балаға коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләнде. Уларҙың бөтәһе лә уны яҡшы, бер ниндәй эҙемтәләрһеҙ үткәрҙе.

Вакцинацияланырға теләүселәр байтаҡ, әммә әлегә уның сикле күләмдә килтерелеүе сәбәпле, уларҙың бөтәһен дә ҡабул итә алмайбыҙ. Был ваҡытлыса ғына килеп тыуған уңайһыҙлыҡ.

Шуны әйтеп үтеү мөһим, район буйынса ҡарағанда 0 йәштән 17 йәшкә тиклемге балаларҙың 7 проценты коронавирус сирен үткәргән. Балағыҙҙы һәм үҙегеҙҙе коронавирус инфекцияһынан мөмкин тиклем  һаҡлағыҙ һәм вакцинацияға ыңғай ҡарашта булығыҙ”, - тине Миләүшә Иҙиәт ҡыҙы.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: